Әсейылғалар

Ырымбур өлкәһе

Әсейылғалар (рус. Асейылга) — Рәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы йылғалар. Улар был районда — өсәү.

Әсейылғалар
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе

Географияһы, тарихы

үҙгәртергә

Беренсе Әсейылға — Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе биләмәләренән аҡҡан һалҡын һыулы Ҡороюл йылғаһына ҡойған бик күп сығанаҡтарыҙың береһе. Тап шул сығанаҡтар арҡаһында, йылғаның ярҙарында сүплектәр булыуға ҡарамаҫтан, әле лә һыуы таҙа булып ҡала[1].

Әсейылға, Ҡороюл ҡушылдығы булараҡ, Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Яйыҡ бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына ҡойған ергә тиклем, кесе бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй һыу бассейны өлөшө)[2].

Был йылға буйында Асҡар ауылы ултырған[3].

Икенсе Әсейылға — оҙонлоғо 26 км тәшкил иткән, шулай уҡ һалҡын һыулы, ағымы урыны менән көслө, ҡайҙалыр шаршылы, ҡайҙалыр сөңгөллө, тыныс ҡына аҡҡан Бохарсы йылғаһының ҡушылдығы. 1871 йылда уҡ рәсми документтарҙа телгә алынып, 2005 йылда юҡҡа сыҡҡан Ҡәйеп ауылы[4] янынан аға. Был Әсейылға ла, Бохарсы ҡушылдығы булараҡ, Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан. Бәләкәй йылға бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ (бассейндың Рәсәй өлөшө)[5].

Өсөнсө Әсейылға — Һаҡмар йылғаһының уң ҡушылдығы, Ҡыуандыҡ ҡала округындағы Теләүғол ауылы янынан бер аҙ көнбайыштараҡ аға. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул Һаҡмарға барып етмәй, Ала Тәкә тауы янында ҙур булмаған күл хасил итә, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында[6]

Был өс Әсейылға ла шул йылғалар буйында ултырған ауылдар менән административ йәһәттән дөйөм тарих менән бәйле — Асҡар ауылы ла, юҡҡа сыҡҡан Ҡәйеп ауылы ла, Теләүғол ауылы ла — Октябрь революцияһына тиклем Ырымбур губернаһы биләмендә булһа, 1917 йылдан 1934 йылға тиклем тарихы атайсалы — Башҡортостан биләмәһенә инеп ала, 1934 йылда инде яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенә бирелә. 1959 йылдан Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы биләмәһендә булып сыҡҡандар[7]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Әсе, асы тип күбеһенсә тоҙлораҡ йылғаларҙы атайҙар. Мәгәр был өс Әсейылғаның Һаҡмар ҡушылдығы тоҙло һыулы түгел, эсергә яраҡлы, бик тәмле, тип яҙа С. М. Стрельников. Ҡалған икеһе татырлы, тоҙло тупраҡлы урындарҙан аға, Асҡар янындағы тоҙло үҙәнгә элгәре хатта һарыҡтарҙы «тоҙ ялатырға» йөрөткәндәр[6].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.