Асы минераль сығанаҡтары

Асы минераль һыу сығанаҡтары (рус. Ассинские минеральные источники) — Башҡортостандың Белорет районында федераль кимәлендәге[1]гидрогеологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Тоҙйылға гөрләүегенең һул яҡ яры буйлап ер өҫтөнә 17 шишмә сыға, уларҙың ун дүртендә һыу минераллы. Сығанаҡтар тирәһендә минераль батҡаҡлы тоҙло һаҙлыҡ барлыҡҡа килгән. Шишмәләр карстлы. Иң ҡеүәтле шишмәнең дебиты — 840 л/сәғ. Ҡалған сығанаҡтарҙың дөйөмләштерелгән дебиты — тәүлегенә яҡынса 900 литр[1]. Асы минераль сығанаҡтары Олотау тау битендә урынлашҡан[2]. Шишмәләр бер ни тиклем газ сығаралар, уның составында күпселектә азот, углекислый газ, кислород, көкөртлө водород[2].

Асы минераль сығанаҡтары
Ил
РегионБашҡортостан
РайонБелорет районы 

Һыу ятҡан горизонты — протерозойҙың өҫкө ҡатау свитаһының сатнаңҡыраған эзбизташы.

Гидрохимик составы буйынса сығанаҡтарҙағы хлорид-натрий-кальций төрөнә ҡарай. Һыуҙа шулай уҡ ион сульфаты, калий, кремний кислотаһы, тимер, литий, стронций, марганец бар[1].

Һыуҙың минераллылығы кимәле буйынса шишмәләр бер төрлө түгел. Беренсе төркөм шишмәләрендә хлорид-натрийлы яҡынса 15 градус температуралы һыуы ныҡ минераллы, икенселәрендә — 8 градусҡа яҡын температуралы һәм сульфаттары көсәйтелгән эстәлекле хлорид — гидрокарбонатлы аҙ минераллы һыу[1].

Беренсе тасуирламаны 1889 йылда академик Ф. Н. Чернышев яһай. 1901 йылда Белорет больницаһының табибы Эрман һыуҙың өлгөһөн тикшереү өсөн Берлин Университетына ебәрә. Химик составы буйынса ул Германияла билдәле булған Киссенгок сығанаҡтарына яҡын булып сыға.

Асы минераль һыу сығанаҡтары Асы курортында шифахана дауалауында ҡулланыла.

Элегерәк «Ассинская»[3] сауҙа маркаһы менән шешәләргә ҡойолған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Минеральные источники Ассы. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).