Ала Тәкә (тау)
Ала Тәкә (рус. Ала-Така) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы (хәҙерге Ҡыуандыҡ ҡала округы) Теләүғол ауылы эргәһендәге тау.
Ала Тәкә | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе һәм Ҡыуандыҡ районы |
Географияһы
үҙгәртергәЫрымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән С. М. Стрельников мәғлүм итеүенсә, Ала Тәкә тауы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы, Һаҡмар йылғаһы буйында көн күргән Теләүғол ауылынан көнбайыштараҡ урынлашҡан. Тау Һаҡмар йылғаһының уң ҡушылдығы Әсейылға һәм Ҡыуандыҡ — Чеботарево юлы буйында тора. Әсейылғаның атамаһы ни сәбәп менән килеп сыҡҡандыр, билдәһеҙ, сөнки йылғаның һыуы тәмле, әсе лә, тоҙло ла түгел, тигән автор[1].
Тарихы
үҙгәртергәАла Тәкә тауы эргәһендәге Теләүғол (Үрге Бишəй) ауылы ярайһы боронғо — документтарҙа 1795 йылда телгә алына. Әүәле, 1917 йылға тиклем Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусына ингән була[2][3].
Ала Тәкә тауы берсә Ырымбур губернаһы һәм өлкәһе, берсә Башҡортостан ҡарамағында булып ала: Теләүғол административ-территориаль йәһәттән бер нисә тапҡыр субъект атамаһын алмаштырыуға дусар була — Октябрь революцияһынан һуң Башҡортостан автономияһына, 1919 йылдан инде Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны биләмәһендә индерелә. 1934—1959 йылдарҙа ауыл Ырымбур өлкәһе Ейәнсура районына инә, шул уҡ ваҡытта өлкә үҙе лә 1938—1957 йылдарҙа Чкалов өлкәһе тип аталып йөрөп ала. 1959 йылда район Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[4]
Этимологияһы
үҙгәртергәТау атамаһының килеп сығышы тураһында С. М. Стрельников яҙып алған риүәйәт былай тип бәйән итә: ауылда туй бара, ҡорбанлыҡ ала тәкәне тау башына менеп һуйырға булалар. Йәштәр ҙә тауға күтәрелә, мәгәр йәш кәләш юлда йылан ояһына эләгеп, һәләк була. Шул тирәләге урыҫ ауылдарында тауҙы Змеиная, йәғни, Йыланлы тип атайҙар икән, сөнки тауҙа йыландар туп-туп булып ҡояшта ҡыҙынып яталар, тиҙәр[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 27, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 237.
- С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..