Әминев Мәхмүт Шәймәрҙән улы
Әминев Мәхмүт Шәймәрҙән улы (7 ноябрь 1925 йыл — 27 ғинуар 1984 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949—1975 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Бензин станцияһының вагон депоһы эшсеһе, 1961 йылдан — бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы (1970).
Әминев Мәхмүт Шәймәрҙән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1925 |
Тыуған урыны | Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 27 ғинуар 1984 (58 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМәхмүт Шәймәрҙән улы Әминев (рус телендәге ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Махмут Шаймурданович Аминев яҙылышы осрай) 1925 йылдың 7 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Башҡорт. Башланғыс мәктәпте тамамлай. 1940 йылдың авгусында Өфөлә парикмахер булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
1943 йылдың ғинуарында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, разведка ротаһында хеҙмәт итә. 1947 йылдың көҙөндә демобилизацияланғандан һуң, тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм 1947 йылдың октябренән Өфө ҡалаһы «Фоторәссам» артелендә парикмахер булып хеҙмәт һала.
1949 йылдың майынан, Куйбышев тимер юлы Башҡортостан бүлексәһенең Өфө ҡалаһы ситендә урынлашҡан Бензин тимер юл станцияһы вагон депоһында цистерналарҙы пар менән таҙартыусы булып эшләй. Бензин станцияһы үҙ ваҡытында Өфө нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы заводтарынан килгән нефть продукттарын ҡулланыусыларға алып барыусы беренсе һәм мөһим пункты булараҡ төҙөлә. Ун йылдан ашыу эшләү дәүерендә Мәхмүт Әминев билдәләнгән нормаларҙы арттырып үтәү буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Норма буйынса 10 цистерна урынына һәр сменала 20-21 цистернаны парлай, шуның менән нефть эшкәртеүселәрҙең яғыулыҡ-майлау материалдарын ҡулланыусыға тиҙ оҙатыуҙы тәьмин итә. Бензин станцияһында үҙләштерелгәндән һуң, яңы ысул барлыҡ тимер юл селтәрҙәрендә индерелә. Һөҙөмтәлә нефть продукттарын ташыу күләме һиҙелерлек арта.
СССР Юғары Советы Президиумының 1959 йылдың 1 авгусы Указы менән тимер юл транспортының үҫешендә ҙур уңыштары өсөн, Әминев Мәхмүт Шәймәрҙән улына, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1961 йылдың майынан Куйбышев тимер юлы Башҡортостан бүлексәһенең Бензин станцияһы вагон депоһының пропарочнаяһы мастеры ярҙамсыһы булып эшләй. 1970 йылға Мәхмүт Шәймәрҙән улы смена мастеры була. Һәм шул вазифаһында эшләп, 1980 йылда (башҡа сығанаҡтар буйынса — 1975 йылда) хаҡлы ялға китә.
Өфө ҡалаһында йәшәй. 1984 йылдың 27 ғинуарында вафат була.
Хәтер
үҙгәртергә- Илебеҙҙең иң яҡшы тимер юлсыларының исемдәре яҙылған «Хәтер китабы»на индерелгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 1959 йылда алдынғы ысулды ентекләп эшләү һәм индереүе менән СССР халыҡ хужалығына ҙур файҙа килтергәне өсөн, Мәхмүт Әминевкә «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
- 1970 йылда ул тармаҡтың иң юғары наградаһына — «Почётлы тимер юлсы» билдәһенә лайыҡ була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- Наймушин П. На виду у народа //Герои Труда Башкирии: Очерки о Героях Социалистического Труда. Уфа, 1970.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әминев Мәхмүт Шәймәрҙән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2020)
- Махмут Шаймарданович Аминов . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 3 сентябрь 2014.
- Разведчик и новатор | Пресса о железных дорогах России
- https://web.archive.org/web/20140115103432/http://xn--p1acf.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/prosmotr/2-statya/9583-aminov-makhmut-shajmardanovich