Әл-Миҡдәд ибн әл-Ғәмр

Әл-Миҡдәд ибн Ғәмр, тулы исеме Әл-Миҡдәд ибн Ғәмр әл-Баһрани (ғәр. مقداد بن عمرو البهرائي‎; рус. Аль-Микдад ибн Амр аль-Бахрани; 589(0589) — 653, Мәҙинә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәштәренең береһе. Әл-Миҡдәдте мосолман-шиғыйҙар Али ибн Әбү Талиптың дүрт арҡалашының береһе булараҡ, хөрмәт итә. Ул тәүҙә Эфиопияға, Һуңынан Мәҙинәгә һижрәт ҡыла. Ул шулай уҡ Әбү Бәкергә ант бирмәгән сәхәбәләрҙең береһе.

Әл-Миҡдәд ибн әл-Ғәмр
ғәр. المقداد بن الأسود
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Хаҡ хәлифәт
Ҡушамат أبو الأسود, ابو الاسود, أبو معبد һәм ابو معبد
Тыуған көнө 590
Тыуған урыны Йемен
Вафат булған көнө 652
Вафат булған урыны Мәҙинә, Хижәз, Хаҡ хәлифәт
Ерләнгән урыны Әл-Баҡый
Һөнәр төрө ғалим
Һуғыш/алыш ғази, Арабское завоевание Сирии и Палестины[d] һәм Арабское завоевание Египта[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Әл-Миҡдәд сығышы менән Баһра ҡәбиләһенән. Исламға тиклемге осорҙа ул әл-Асвад әз-Зөһри менән килешеү төҙөй, һуңғыһы уны уллыҡҡа ала.

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ике туған һеңлеһе Зөбәғәт бинт Зөбәйергә өйләнгән була, унан улы Ғабдулла һәм ҡыҙы Кәримә тыуа[1].

Ул алтынсы булып ислам динен ҡабул итә һәм йәш мосолман дәүләтенең барлыҡ ҙур ваҡиғаларында ҡатнаша. Бәҙер һуғышындағы алыш ваҡытында һыбайлыларҙың береһе була. Мысырҙы яулауҙа ҡатнаша.

653 йылда Мәҙинәлә вафат була.

Мәҙинәлә Әл-Баҡый зыяратында ерләнгән[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ибн Хаджар аль-Аскалани. Булуг аль-Марам мин Адиллат аль-Ахкам / Перевод с арабского: Кулиев Э. Р.. Архивированная копия. Дата обращения: 12 август 2013. Архивировано 6 октябрь 2014 года. 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  2. Зубаату бинту Зубаир. islamdag.ru (16 май 2011). Дата обращения: 12 август 2013. Архивировано 12 август 2013 года.