Әлибаев Сафуан Әфтәх улы

Сафуан Әлибай, Әлибаев Сафуан Әфтәх улы (21 февраль 1941 йыл — 6 июль 2014 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1978 йылдан — КПСС ағзаһы, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011), Салауат районының почётлы гражданы (2015, үлгәндән һуң).

Сафуан Әлибай
Исеме:

Сафуан Әфтәх улы Әлибаев

Тыуған көнө:

21 февраль 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Салауат районы Тирмән ауылы

Вафат булған көнө:

6 июль 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (73 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡортостан Республикаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, тәржемәсе, драматург, прозаик, журналист

Ижад йылдары:

19502014

Жанр:

шиғриәт

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса, русса

Дебют:

«Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш» (1968)

Наградалары:

Салауат Юлаев ордены, Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом (1996)

Биографияһы

үҙгәртергә

Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуған. Урта белем алғандан һуң, колхозда, тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол (хәҙер — Мөрсәлим) ауылында китапханасы була. Артабан ул Салауат районының «Ленин байрағы» гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр итеп саҡырыла. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Сафуан Әлибай күп йылдар «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була. 1995—1998 йылдарҙа ул Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы директоры, 1998—2002 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире булып хеҙмәт итә.

Шағир йыр-моңға мөкиббән ғашиҡ кеше була. Ул йырларға ныҡ ярата, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡара. Сафуан Әлибаев башҡарыуында тиҫтәләгән йыр бөгөн Башҡортостан радио һәм телевидениеһының фонотекаһында һаҡлана.

Оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2014 йылдың 6 июлендә вафат була[1], тыуған ауылында ерләнгән.

Сафуан Әлибаев күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләне. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары киң танылыу тапты.

Шағир балалар әҙәбиәтендә лә әүҙем була, тәржемә менән шөғөлләнә. Ул "Башҡорт балалар антологияһы"ның икенсе китабын төҙөп сығарған. Александр Пушкин, Рәсүл Ғамзатов һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1968. — 34 бит.
  • Йәйғор: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1970. — 96 бит.
  • Көнбағыш: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 17 бит.
  • Восхождение: Стихи. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1976. — 79 бит.
  • Мәктәп юлы: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1978. — 76 бит.
  • Йырлар сағым: Шиғырҙар, йырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 96 бит.
  • Яҙҙы кем килтерҙе?: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 54 бит.
  • Ҡойон: Шиғырҙар, йырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 192 бит.
  • Серле шишмә: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — бит.
  • Тылсымлы шар: Шиғырҙар, йырҙар, әкиәттәр. Өфө: Китап, 1994.
  • Язҙы көтәм: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар. Ҡазан, Татарстан китап нәшриәте, 1998.  (тат.)
  • Йылдарым һәм йырҙарым: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар. Өфө: Китап, 1999.
  • Йылдарым һәм йырҙарым: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар (балалар өсөн). Өфө: Китап, 2001.
  • Һандуғаслы яҙҙарым: Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар. Өфө: Китап, 2006.
  • Һайланма әҫәрҙәр: Ике томда. Өфө: Китап, 2009—2010.

Әҙип тураһында ваҡытлы матбуғат

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә
  • Әхмәтрәхимова О. Ҡомартҡыһы йәштәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 8 апрель[2].
  • Романов В. Он оставил о себе добрую память (К 75-летию со дня рождения башкирского поэта Сафуана Алибаева). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 21 февраль[3].
  • Рамай Ҡ. «Аҡ ҡауырһын» ҡанат ҡуйҙы. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 17 февраль[4].
  • Ғәлиева Ғ. Шиғырҙары уйландыра. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 11 март[5].
  • Шәкүр Р. Бала саҡтың яҡты донъяһы. «Башҡортостан» гәзите, 2013, 21 февраль[6].
  • Нуретдинов А. Бүләккә лайыҡ Әлибай. «Башҡортостан» гәзите, 2013, 12 февраль[7].
  • Ҡунафин Ғ.С. Тормошҡа йәм, йәшәүгә ғәм өҫтәүсе ижад. - «Башҡортостан» гәзите,2001 й., 6-7 февраль.
  • Баһуманов А.И. Салауатлы шағир һүҙе. - «Йәшлек» гәзите, 2000 й., 12 август.
  • Абдуллина Айһылыу. Йырсы булыр ине, әгәр шағир булмаһа... - «Аҙна» гәзите, 2001 й., 2 февраль

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 2021 йылдың 21 февралендә Салауат районының Тирмән ауылында Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған саралар барышында урындағы урта мәктәп бинаһына ҡуйылған таҡтаташты тантаналы асыу булды. Шағирҙың улы Салауат Әлибаев әҙиптең мәктәптә эшләгән музейына атаһының шәхси әйберҙәрен бүләк итте[10].
  • Исеме «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы 2016 йылдың апрелендә «Халыҡ улы — хаҡлыҡ йырсыһы» исемле күргәҙмә ойошторҙо[2].
  • 2015 йылдың 1 сентябрендә шағирҙың тыуған ауылы Тирмән мәктәбендә Сафуан Әлибайҙың музей—кабинеты асылды. Унда әҙиптең китаптары, ҡулъяҙмалары, фотоһүрәттәре һәм төрлө әйберҙәре ҡуйылған.[11]
  • Республиканың «Юлдаш» радиоһы гүр эйәһе булған арҙаҡлы шәхестәр хаҡында «Атайым тураһында һөйләгеҙ» тигән баш менән тапшырыуҙар циклы ойошторҙо. Шуларҙың араһында 2015 йылдың 21 февралендә эфирға сыҡҡаны Сафуан Әлибайға арналды. Шағирҙың улы Салауат Әлибаев алып барған тапшырыуҙа әҙиптең хәләл ефете Фәрҙиә Әлибаева, дуҫы Уйылдан Сәйетов, хеҙмәттәше Миңниса Баһуманова, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы Фирҙүс Шәрәфуллин, шағир Ирек Кинйәбулатов, композитор Нур Дауытов, йырсы Фәнүнә Сиражетдинова ҡатнашты[12]. Был тапшырыу эфирҙа ҡабатлап бирелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. С. Ә. Әлибаев. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 8 июль 2016 йыл 3 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2016)
  2. 2,0 2,1 (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)  , 2016, 8 апрель(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2016)
  3. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 21 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2016)
  4. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)  , 2016, 17 февраль(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2016)
  5. 2016 йыл 6 июль [https://web.archive.org/web/20160706222043/http://bashgazet.ru/belem/12176-shiyrary-uylandyra.html архивланған. 2016 йыл 6 июль архивланған. 2016 йыл 6 июль архивланған. 2016 йыл 6 июль архивланған. 2016 йыл 6 июль архивланған. 2016 йыл 6 июль архивланған. 2016 йыл 6 июль архивланған. 2016 йыл 6 июль архивланған. 2016 йыл 6 июль архивланған. 2016 йыл 6 июль архивланған.  , 2014, 11 март] 2016 йыл 6 июль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2016)
  6. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)  , 2013, 21 февраль(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2016)
  7. (недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)  , 2013, 12 февраль(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2016)
  8. Салаватскому району - 80 лет!!! 2021 йыл 19 июнь архивланған.
  9. Алибаев Сафуан Афтахович 2016 йыл 4 июнь архивланған.
  10. В Салаватском районе прошли памятные мероприятия к 80-летию писателя Сафуана Алибая. ИА «Башинформ», 21 февраля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2021)
  11. В Башкирии открылся музей-кабинет детского писателя Сафуана Алибая — УФА, 2 сен 2015. /ИА «Башинформ», Лейла Аралбаева/. (рус.)
  12. Сафуан Әлибаев. Бел ҡәҙерен ғүмерҙәрҙең. «Юлдаш» радиоһы тапшырыуы, 21 февраль 2015 йыл 2017 йыл 9 октябрь архивланған.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2018)
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2018)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 сентябрь 2018)

Һылтанмалар

үҙгәртергә