Әгертамаҡ (рус. Агиртамак) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 581 кеше[1]. Төмәнәк ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452756, ОКАТО коды — 80251870002.

Ауыл
Әгертамаҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°37′34″ с. ш. 53°45′50″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 870 002

ОКТМО коды

80 651 470 106

ГКГН номеры

0522493

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әгертамаҡ (Рәсәй)
Әгертамаҡ
Әгертамаҡ
Әгертамаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Әгертамаҡ

Әгертамаҡ ауылы (Әгер йылғаһы тамағы) XVIII быуат башында барлыҡҡа килә. 1701 йылдың 25 июнендәге керҙәшлек килешеүе буйынса Ҡыр-йылан башҡорттары яһаҡлы татар Тойҡа Солтановты балалары менән үҙ ерҙәренә ҡабул итәләр. 1780 йылдың 1 майындағы керҙәшлек килешеү хатына ярашлы, йылына ихатанан 10 тин һалым түләү шарты менән типтәрҙәр Ишбирҙе Яҡупов һәм Тимер Мәмәтов индерелә.

1809 йылдың 21 ғинуарында башҡорттар «58 типтарҙе, 29 йән яһаҡлы татарҙы был ауылда йәшәргә ҡалдырырға» тип йөкләмә алалар.

Ауылда 1895 йылда 933 кеше, 1917 йылда 1240 кеше, 1920 йылда 1005 кеше йәшәгән. 1870 йылда ауылда мәсет һәм уның янында «училище» булған. Өс ғаиләнең 3 тирмәне булған[2]. 1906 йылда мөгәзәй теркәлгән. Ауыл биләмәһендә Бүрәнә мәҙәниәте ҡәберлеге табылған.

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Ауылда урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)[3].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 864
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 789
1959 йыл 15 ғинуар 506
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 332
2002 йыл 9 октябрь 504
2010 йыл 14 октябрь 610

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (71 %) йәшәй[4].

Географик урыны

үҙгәртергә

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 5 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Төмәнәк): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 5 км/

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[6]:

  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Комаров урамы (рус. улица Комарова)
  • Май урамы (рус. улица Майская)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мирная)
  • Тыныслыҡ тыҡрығы (рус. переулок Мирный)
  • Баҫыу урамы (рус. улица Полевая)
  • Баҫыу тыҡрығы (рус. переулок Полевой)
  • Ҡояшлы урамы (рус. улица Солнечная)
  • Тыныс урам (рус. улица Тихая)
  • Урал урамы (рус. улица Уральская)
  • Юбилей урамы (рус. улица Юбилейная)

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Сәмиғуллин Әнүәр Сәмиғулла улы [20.4.1918, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Әгертамаҡ ауылы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы, — 19.8.2006, Өфө], иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1961). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 263. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Әгертамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Әгертамаҡ ауылы