Әбүталипов Исмәғил Исхаҡ улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Әбүталипов Исмәғил Исхаҡ улы (рус. Абуталипов Исмагил Исхакович) (25 февраль 1920 йыл — 3 март 2008 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, I дәрәжә һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Әбүталипов Исмәғил Исхаҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 25 февраль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Темәс, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Вафат булған көнө 3 март 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (88 йәш)
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) II дәрәжә Ватан һуғышы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Исмәғил Исхаҡ улы Әбүталипов Баймаҡ районы Темәс ауылында 1920 йылдың 25 февралендә тыуған.

1941 йылдың февралендә Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

1942 йылдың 6 июлендә туранан-тура тоҫҡап (прямой наводкой) дошмандың миномёт нөктәһен һәм 35 дошман һалдатын юҡ итә. Брянск фронты, 8-се кавалерия корпусы, 112-се ирекле Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 7-се кавалерия корпусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы составында һуғыша.

1942 йылдың 31 июлендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.

1943 йылдың 23 февралендә 16-сы кавалерия дивизияһы рядовойы Әбүталипов «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, 1943 йылдың 3 ноябрендә 7-се кавалерия корпусы командованиеһы рядовой һалдат Исмәғил Исхаҡ улы Әбүталиповты II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләй[2].

1985 йылдың 6 апрелендә, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгән көндәрҙә, ветеран I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].

2008 йылдың 3 мартында Баймаҡ районының Темәс ауылында вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Әбүталипов Исмәғил Исхаҡ улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Баймаҡ районының Темәс ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 682524. Единица хранения 398.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә