Әбүбәкеров
Әбүбәкеров — башҡорт фамилияһы. Әбүбәкер исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бындай фамилиялы кешеләр бар.
Әбүбәкерова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
үҙгәртергә- Әбүбәкеров Мисбах Иҙрис улы (1914—1945) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы 5-се батареяһының ҡороусыһы (зарядлаусы) була. Гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец.
- Әбүбәкеров Мөнир Риза улы (1954) — дәүләт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр рәссам. 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы ойоштороу бүлегенең баш белгесе, 1998—2015 йылдарҙа кеше хоуҡтары буйынса сектор мөдире.
- Әбүбәкеров Мәғсүм Әбүбәкер улы (1902—1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында химик химик вазифаһын башҡара. Ҡыҙылармеец.
- Әбүбәкеров Риза Вәхит улы (1902—1938) — башҡорт совет дәүләт эшмәкәре. (1930—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Әбүбәкеров Әкрәм Әғзәм улы (1910—1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында повозочный (арбасы) булып хеҙмәт итә. Гвардия ҡыҙылармеецы.
- Әбүбәкеров Әхмәт Мәхмүт улы (1908—1944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө (62-се гвардия) кавалерия полкында зенит ҡоролмаһы пулемётсыһы (номеры — ппс 1927 ч 771). Ҡыҙылармеец.
- Әбүбәкерова Гөлназ Әхмәт ҡыҙы (1996 йыл) — Рәсәй шашкасыһы, урыҫ һәм халыҡ-ара шашка буйынса махсуслашҡан. Рәсәй һәм Европа беренселегенең күп тапҡырҙар еңеүсеһе. Спорт мастерлығына кандидат. Халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы (2004).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |