Әбсәләмов Фәхри Хөсәйен улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы артиллерия батареяһы ездовойы. Ҡыҙылармеец.

Әбсәләмов Фәхри Хөсәйен улы (рус. Абсалямов Фахрий Хусаинович) (1918 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы артиллерия батареяһы ездовойы. Ҡыҙылармеец[1].

Әбсәләмов Фәхри Хөсәйен улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1918
Тыуған урыны Баймаҡ, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Совет Рәсәйе
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәхри Хөсәйен улы Әбсәләмов 1918 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Баймаҡ заводы ҡасабаһында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһындағы Баймаҡ ҡалаһы) эшсе ғаиләһендә тыуа.

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә алына.

Ҡыҙылармеец Әбсәләмов Фәхри Көньяҡ-Көнбайыш фронты составында һуғышҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы артиллерия батареяһы ездовойы була.

Подразделениеның 1942 йылдың 15 декабрендә раҫланған 292-се һанлы бойороғонда

  «Алыш барышында өҙлөкһөҙ боеприпастар менән тәьмин итеп торғаны һәм ҡулланылған йә трофей ҡоралдарҙы йыйып килтергәне өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ» тип яҙылған[2]  

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1942)[2]

Әбсәләмов Фәхри Хөсәйен улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Баймаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә