Әбделҡадир

башҡорт ир-ат исеме

Әбделҡадир — башҡорт ир-ат исеме.

Әбделҡадир

Этимологияһы үҙгәртергә

Әбделҡадир исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, ғәрәпсәнән — әбдел + ҡадир; көслө, ҡөҙрәтле тигән мәғәнәгә эйә.[1].

Билдәле кешеләр үҙгәртергә

Әбделҡадир Инан (төп исеме — Фәтҡелҡадир Мостафа улы Сөләймәнов; 29 ноябрь 1889 йыл — 1 октябрь 1976 йыл) — шәрҡиәтсе, яҙыусы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Профессор (1936), ялан-ҡатай башҡорто. «Салауат батыр» исемле биш шаршаулы тарихи драма авторы.

Әлибаев Ҡадир Әхмәткирәй улы (17 июнь 1940 йыл — 4 декабрь 2003 йыл) — башҡорт шағиры. БР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). 1968 йылда БДУ-ны тамамлай. Әҙәбиәткә 1970-се йылдарҙа килә. Хәйбулла һәм Учалы райондарында, Сибай мәктәп-интернатында уҡыта. Тәүге йыйынтығы — «Аҡ шишмә» (1982). «Йырлы ямғыр» (1989), «Әсәйем ҡулдары» (1991), «Самауыр йыры» (1995).

Ҡамбаров Әбделҡадир Миңлебай улы (Йәнәй улусының Ҡамбар түбәһенә ҡараған, һуңыраҡ — Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә — хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы Ҡарт (ауыл)ында тыуған) — хәрби эшмәкәр, 6-сы Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Әбделҡадир Ғила́ни (Жиләни) (ғәр. عبد القادر الجيلاني‎‎, перс. عبد القادر گیلانی‎; 1077 йыл — 1166 йыл) — фарсы ханбалит дин тәриҡәтсеһе һәм дин белгесе.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Мәхмәт Әбделҡадир әфәнде (1878 йыл — 1944 йыл) — Ғосман солтаны Әбделхәмит II-нең икенсе ҡатыны Бидәр Ҡатын әфәнденән тыуған улы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ