Һәмән (Ҡөрьән)
Һәмән (ғәр. هامان, рус. Хаман) — Ҡөрьәндә Фирғәүен менән бергә телгә алынған персонаж[1]. Ҡөрьәндең алты аятында Фирғәүенгә иң яҡын абруйлы кешеләрҙең береһе булараҡ телгә алына.
Һәмән | |
ғәр. هامان | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: |
Фирғәүен йортондағы чиновник |
Тыуған ере: | |
Үлгән ере: | |
Гражданлығы: | |
Дине: Ағымы: |
|
Категория: |
кафырҙар |
Ҡөрьәндә телгә алыу: | |
Бәйле персонаждар: | |
Ваҡиғалар: |
манара төҙөү, йәһүдтәрҙе йәберләү |
Ҡөрьәндә
үҙгәртергәҺәмән Ҡөрьәндә Фирғәүендең йорт ағзаларының береһе булараҡ телгә алына. Һәмән Муса пәйғәмбәрҙең Фирғәүен менән бергә Тәүхидкә (Бер Аллалыҡҡа) һәм йәһүдтәрҙе ҡоллоҡтан иреккә сығарырға саҡырыуын кире ҡаға. Һәмән менән Фирғәүендең армиялары була[2]. Улар йәһүдтәрҙе йәберләй һәм үлтерә, Аллаһ шуның өсөн йәһүдтәрҙе уларҙың власы һәм байлығы вариҫтары итергә вәғәҙә бирә[3].
Мәдәин-Сәлихтән ҡайтҡандан һуң Муса Фирғәүенгә һәм Һәмәнгә: «Исраил улдарын беҙҙең менән ебәр, уларҙы ғазаплама» — тип мөрәжәғәт итә.[2]. Фирғәүен Һәмәнгә Мусаның Раббыһын күрер ниәттән[4] күккә тейерлек манара төҙөрлөк кирбес эшләү өсөн ут тоҡандырырға бойора[5] .
Ҡайһы бер аяттарҙа Ул ебәргән пәйғәмбәрҙәрҙе кире ҡаҡҡан һәм язаға тарттырылған кешеләр араһында Һәмән менән бергә Ҡарун телгә алына (библ. Корей), Ҡарунды ер йота[6] Һәмән Фирғәүен менән батып үлә[7][2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Лявданский А. К., Барский Е. В. Книга Есфири // Православная энциклопедия. Том XVIII. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2008. — С. 718-736. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 978-5-89572-032-5
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Johns, Anthony Hearle, «Hāmān», in: Encyclopaedia of the Qurʾān, General Editor: Jane Dammen McAuliffe, Georgetown University, Washington DC. Consulted online on 07 January 2017.
- ↑ Әс-Ҡасас 28:4, 5
- ↑ Ғафир 40:36, 37
- ↑ Әс-Ҡасас 28:38
- ↑ Әс-Ҡасас 28:81
- ↑ Әл-Ғәнкәбут 29:40
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Hāmān / Vajda, G. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- R. Tottoli, Vita di Mosè secondo le tradizioni islamiche, Palermo 1992, 35, 41, 48-9, 53-4.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |