Ядро энергетикаһы
Ядро энергетикаһы (Атом энергетикаһы) — энергетиканың ядро энергияһын эшкәртеп, электр һәм йылылыҡ энергияһы эшләп сығарыу тармағы[2].
Ядро энергетикаһы | |
Углеродный след | 12 удельный выброс углекислого газа[1] |
---|---|
Продукция | электроэнергия[d], тёплая вода[d] һәм теплоснабжение[d] |
Ядро энергетикаһы Викимилектә |
Ғәҙәттә ядро энергияһын алыу өсөн плутоний-239 йәки уран-235 ядроһы бүленеше сылбырлы ядро реакцияһын ҡулланалар][3]. Ядроға нейтрондар килеп эләккәндә ул яңы нейтрондар һәм киҫәксәләргә бүленә . Бүленеш нейтрондары һәм киҫәксәләр ҙур кинетик энергияға эйә. Киҫәксәләрҙең башҡа атомдар менән бәрелешеүе һөҙөмтәһендә был кинетик энергия бик тиҙ йылылыҡ энергияһына әйләнә . 2014 йылға донъяла иң күп ядро электроэнергияһын сығарыусылар[4]:
- США (798 млрд кВт·ч/год), работает 104 атомных реактора (20 % от вырабатываемой электроэнергии)[5]
- Франция (418 млрд кВт·ч/год), 58 реактор.
- Россия (169 млрд кВт·ч/год), 34 реактор.
- Южная Корея (149 млрд кВт·ч/год), 23 реактор.
- Китай (123 млрд кВт·ч/год), 23 реактор.
- Канада (98 млрд кВт·ч/год), 19 реактор.
- Германия (91 млрд кВт·ч/год), 9 реактор.
- Украина (83 млрд кВт·ч/год), 15 реактор.
- Швеция (62 млрд кВт·ч/год), 10 реактор.
- Великобритания (58 млрд кВт·ч/год), 16 реактор.
Энергетиканың бөтә өлкәләрендә лә тәү сығанаҡ булып ядро энергияһы тора( мәҫәлән, гидроэлектростанциялар һәм электростанцияларҙа ҡояштағы ядро реакциялары энергияһы, органик яғыулыҡ, геотермаль электростанцияларҙа радиоактив тарҡалыу энергияһы), ядро энергетикаһына тик ядро реакторындағы идара ителә торған реакцияларҙы ҡулланыу ғына инә.
Тарих
үҙгәртергәТәүге ядро тарҡалыу сылбырлы реакцияһы 1942 йылдың 2 декабрендә Чикаго университетында уҙғарыла (әкренәйтеүсе сифатында графит , ә яғыулыҡ итеп уран ҡулланыла) . Ядро тарҡалыу энергияһынан тәүге электр энергияһы 1951 йылдың 20 декабрендә Айдахола Милли лабораторияла тиҙ нейтрондарҙа эшләүсе EBR-I (Experimental Breeder Reactor-I) реакторы ярҙамында алына. Эшләп сығарылған ҡеүәт 100 кВт тәшкил итә[6].
Ядро энергияһы атом электр станцияларында эшләп сығарыла, атом боҙватҡыстарында (ледокол), атом һыу аҫты караптарында; АҠШ-та космос караптары өсөн ядро двигателе эшләү программаһын тормошҡа ашырыу өҫтәндә эшләйҙәр, бынан тыш, самолёттар (атомолёттар) һәм «атомлы» танктар өсөн ядро двигателдәрен эшләп ҡарайҙар .
1954 йылдың 9 майында Обнинск ҡалаһындағы ядро реакторында тигеҙ барған сылбырлы ядро реакцияһы алына. Байыҡтырылған уранда эшләгән реакторҙың ҡеүәте 5 МВт, әкренәйетеүсе булып графит , һыуытыу өсөн ябай изотоплы составлы һыу ҡулланыла . 26 июндә, 17 сәғәт 30 минутта, бында эшләп сығарылған энергия Мосэнергоның ҡулланыу электроселтренә бирелә башлай [6].
1954 йылдың декабрендә АҠШ-та тәүге атом һыу аҫты кәмәһе «Наутилус» төҙөлөп бөтә[6].
1956 йылда Бөйөк Британияла 50МВтт-лы «Calder Hall-1» АЭС-ы сафҡа инә. 1957 йылда АҠШ-та Шиппингпорт АЭС-ы — 60 МВт[3][6] һәм 1959 йылда Маркуль АЭС-ы Францияла — 37 МВт[6].1958 йылда икенсе совет АЭС-ы — Сибирскаяның 100 Мвт -лы беренсе сираты электроэнергия бирә башлай, уның тулы проект ҡеүәте 600 Мвт тәшкил итә[3]. 1959 йылда СССР-ҙа донъяла тәүге хәрби булмаған атом карабы - «Ленин» боҙватҡысы һыуға төшөрөлә[6].
Ядро энергетикаһы Женевала 1955 йылдың авгусында үткән 1-се Халыҡ-ара фәнни--техник конференцияла энергетиканың яңы йүнәлеше булараҡ танылыу яулай. Унда ядро энергияһын тыныс тормошта ҡулланыу тикшерелә, конференция икенсе донъя һуғышынан һуң барған ядро тикшеренеүҙәренең тирәһендәге йәшеренлек солғауын бер аҙ күтәрә төшә[6].
1960-сы йылдарҙа АҠШ-та ядро энергетикаһын коммерция нгеҙенә күсерә башлайҙар. 250 МВТ ҡеүәтле «Yankee Rowe» тәүге коммерция АЭС-ы була, ул 1960 йылдан 1992 йылға хәтле эшләй. «Дрезден» АЭС-ы АҠШ-та тәүге шәхси аҡсаға төҙөлгән атом станцияһы була[7].
1964 йылда СССР-ҙа Белояр АЭС-ы (беренсе блогы- 100МВт) һәм Яңы Воронеж АЭС (беренсе блогы- 240МВт). 1973 йылда Ленинград АЭС-ы - Сосновый Бор ҡалаһында беренсе юғары ҡеүәтле энергоблок эшләй башлай (1000 МВт). 1972 йылда Ҡаҙағстанда эшләтә башлаған тиҙ нейтрондарҙағы тәүге сәнәғәт реакторы (150 МВт) электроэнергия сығарыу һәм Каспий диңгеҙенән алған һыуҙы тоҙһоҙландырыу өсөн ҡулланыла[7].
1970- се йылдар башында ядро энергетикаһын үҫтереү өсөн шарттар була. Электроэнергияға хәжәт йылдан- йыл арта , ныҡ үҫешкән илдәрҙә гидроэнергетик ресурстар инде барыһы ла ҡулланышта була, яғыулыҡҡа хаҡтар арта бара. Ғәрәп илдәре 1973–1974 йылдарҙа нефткә индергән эмбарго хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәрә. АЭС-тар төҙөлөшө хаҡы төшөрөр тип өмөт ителә[8].
1980-се йылдар башында иҡдисатта етди ауырлыҡтар һиҙелә башлай, уларҙың сәбәптәре булып, электроэнергияға һорауҙың тотороҡланыуы, тәбиғи яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуы туҡтау, АЭС-тар төҙөүҙең хаҡы арзанайыу урынына артыуы тора[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Fifth assessment report (ингл.) — IPCC, 2013.
- ↑ [1]Ҡалып:Книга:БЭС
- ↑ 3,0 3,1 3,2 [ Атомная электростанция] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ Top 10 Nuclear Generating Countries — Nuclear Energy Institute
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;autogenerated1
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 50 Years of Nuclear Energy (ингл.). International Atomic Energy Agency (2004). Дата обращения: 17 март 2016.
- ↑ 7,0 7,1 Nuclear share figures, 2004-2014 (ингл.). World Nuclear Association (2015). Дата обращения: 13 март 2016.
- ↑ 8,0 8,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;Кольер
төшөрмәләре өсөн текст юҡ
Һылтанмалар
үҙгәртергәЯдро энергетикаһы Викимилектә | |
Ядро энергетикаһы Викияңылыҡтарҙа |
- www.proatom.ru: Уран — главный металл атомной энергетики
- Комлева Е. Феномен ядерной энергии и пространство символических форм (За ясное “неядерное ядерное”!) // Эл. журнал «Знание. Понимание. Умение». — 2008. — № 1 - Философия. Политология.
- Неизбежная связь ядерной энергетики с атомным оружием.(недоступная ссылка) А. В. Яблоков, РАН.
- World Nuclear Power Reactors & Uranium Requirements — Атомная энергетика по странам (англ.) 2012 йыл 14 ғинуар архивланған.
Рәсәй закондары
үҙгәртергәХалыҡ-ара килешеүҙәр
үҙгәртергә- Декларация о предотвращении ядерной катастрофы (1981)
- Конвенция об оперативном оповещении о ядерной аварии (Вена, 1986)
- Конвенция о ядерной безопасности (Вена, 1994)
- Конвенция о физической защите ядерного материала (Вена, 1979)
- Венская конвенция о гражданской ответственности за ядерный ущерб
- Объединённая конвенция о безопасности обращения с отработавшим топливом и безопасности обращения с радиоактивными отходами
Уҡыу әсбаптары
үҙгәртергә- Атомная энергетика и её безопасность 2015 йыл 11 июль архивланған.
Ҡалып:Атомная энергетика в мире Ҡалып:Энергетика Ҡалып:Промышленность Ҡалып:Ядерная технология