Һуңкүл (Һуңгүл) — рус. Сунгуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.

Озеро
Һуңкүл
Морфометрия
Майҙаны11,66 км²
Иң тәрән урыны8 м
Уртаса тәрәнләк2 м
Гидрология
Үтә күренеүсәнлеге6,5 м
Урынлашыуы
55°57′43″ с. ш. 60°42′10″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
Идентификаторы
Код в ГВР: 14010500711111200007565
Рәсәй
Точка
Һуңкүл
Силәбе өлкәһе
Точка
Һуңкүл
 Һуңкүл Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Урта Уралдағы Сейәле тау массивы итәгендә, Вишнёвогорск ҡасабаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан.

Һуңкүл Кәҫле күлдәре системаһына инә һәм ҡылымыҡтар аша Кирете, Ирташ , Оло Кәҫле, Илашты (күл), Кесе Кәҫле, Алабуға (күл), Аракүл һәм башҡа күлдәр менән тоташҡан. Яҡын тораҡ пункттар: Вишнёвогорск ҡасабаһынан башҡа Кәҫле һәм Снежинск ҡалалары. Силәбегә тиклем араһы - 125 километр, Екатеринбургҡа - 120 км.

 
Һуңкүл күренеше

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[1]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500711111200007565
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 211200756
  • Бассейн округы — Иртыш һыу бассейны округы (14)
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Майҙаны 11,66 км², уртаса тәрәнлеге 2-3 метр булһа, айырым урындарҙа 8 метрға тиклем етә. Һыуы таҙа, үтә күренмәле. Ҡыштарын боҙ ҡалынлығы 1 метр булыуы мөмкин.

Һуңгүл Уралдағы биш иң таҙа күлдең береһе иҫәбенә инә. Экосистемаһы уникаль.

Һыуының үтәҙеклеге 6 метрға тиклем етә. Майҙаны 11,66 квадрат километр тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге – 2 метр. Әммә 7-8 метрға еткән урындары ла бар. Күл һыуы шифалы, минераль-һелтеле. Төбө – ләмле.

Күлдә ике тиҫтәнән ашыу утрау бар. Күл яры – текә, ташлы. Ярҙарында ҡомло пляждар бар [2].

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Текә ярҙары буйлап башлыса ҡарағай үҫә. Йәйен йыш ҡына һыу өҫтөн тәлмәрйен тәңкәһе баҫа.

Күлдә ике тиҫтәнән артыҡ эреле-ваҡлы утрау бар, йәйҙәрен уларҙа аҡсарлаҡтар, ҡыр өйрәктәре һәм селәндәр оя ҡороп, бала сығара.

Һуңкүл балыҡҡа бай. Унда суртан, алабуға, сабаҡ, алабалыҡ (сиг), табан, ҡарабалыҡ , шамбы, опто һәм башҡалар бар. Күлдең бер өлөшө сазан балыҡтары үрсетеү өсөн файҙаланыла.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Шувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә ғәҙәтенсә башҡорт ир-ат исеме менән бәйләй, уныңса һуңғы балаларҙың береһенә ҡушылған Суну, Суна, Супы, Сыну, Сунакул, Сынакол(урыҫса яҙылыш) тигән исемдән алынған булыуы ихтимал[3].[4]

Күл өйрәктәргә бай булыуын күҙҙә тотҡанда, һуна өйрәк тигән һыу ҡошонан да алып ҡушылыуы ихтимал, сөнки урыҫ телендә, Шувалов Н. И. яҙыуынса, Суну-Куль варианты ла бар. Кәҫле районында ла Һуналы тигән күл бар. Һуна өйрәк - өйрәктәр араһында иң эреһе, тип аңлата 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. һыу реестры: Һуңгүл .
  2. Сунгуль (озеро в Каслинском районе)[1] 2019 йыл 20 июль архивланған.
  3. Шувалов Н. И.Суну-Куль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  4. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 861 бит - 610-сы бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 861 бит - 610-сы бит