Кирете (рус. Киреты - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл.

Кирете
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Майҙан 7,4 км²
Карта
 Кирете Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Кирете күле Кәҫле районында, Кәҫле ҡалаһының төньяҡ ситенән йыраҡ түгел урынлашҡан.

Силәбегә тиклем араһы - 130 км, Екатеринбургҡа – 120 км.

Географик координаттары: оҙонлоғо - 60°44′30.54″E (60.741816), киңлеге - 55°55′57.29″N (55.93258).

Ярындағы тораҡ пункттар: Кәҫле ҡалаһы.

Кәҫле күлдәре төркөмөнә инә. Был төркөмгә Һуңкүл, Илашты , Кесе һәм Оло Киҫегәс (Кәҫле районы), Ирташ, Оло Алаҡай һәм Оло Кәҫле инә.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә
 
Кирете күле күренеше
  • Уртаса тәрәнлеге: 3,7 м
  • Максималь тәрәнлеге: 6м
  • Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 5,5*2,5 км
  • Һыуҙың үтә күренеүсәнлеге, сафлығы: үтәҙеклеге 2 метр самаһы.
  • Һыу сығанағы: атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә туҡлана, шулай уҡ башҡа күлдәрҙән һыу инә.
  • Ағып сығыусы йылғалар: һыуы икенсе күлдәргә ҡылымыҡтар һәм каналдар китә.
  • Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 230м
  • Майҙаны: 7,45км2 [1]

Күл ҡылымыҡ аша Һуңкүл һәм Оло Кәҫле күлдәре менән тоташа. Ҡылымыҡ өҫтөнән Кирете күпере һалынған.

Күл үҙгәреп тороусан, сөнки төньяҡ-көнсығыш елдәре йоғонтоһо көслө.

Һыуы сөсө. Төбө ләмле.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса "кире" (тиҫкәре) һүҙе менән бәйләй: Киреты, озеро, Каслинский район.Из всех озер Каслинской группы наиболее сильно подвержено воздействию северо-западных ветров и является наиболее бурным и непостоянным. По-видимому, отсюда и его башкирское название Киреты — «упрямое», «своенравное». Возможно, и от тюркского мужского имени Киреты[2][3].

Әҙәби телдә "киреле" (тиҫкәре) тигән сифат Мейәс һөйләшендә "кирете" тип ҡулланыла."Тейешле йә төп тарафҡа ҡаршы" тип аңлатыла "кире" һүҙе "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә [4]

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Ярҙарында ҡатнаш урмандар үҫә: ҡарағай, ҡайын, муйыл, ерек, тал һәм энәлек йыш осрай. Ярҙары һөҙәк, урыны менән ташлы; күрән, ҡамыш ҡаплағанБерега отлогие, местами покрыты камнями и заросшие осокой и тростником[5].

Күлдә табан балыҡ, алабуға, ҡарабалыҡ, шырт балыҡ, сабаҡ, опто, суртан, алабалыҡ тереклек итә[6].

Һыу ятҡылығына яҡын ғына селән оя ҡора, урмандарҙа терпе күп.

Утрауҙары

үҙгәртергә

Кирете күлендә яҡынса егерме утрау бар. Күл уртаһындағы Тимерутрау (остров Железный) урынлашҡан, уны ҡаялы өс бәләкәй утрау уратып алған. Күлдең иң матур урындарының береһе — Микешин ярымутрауы [6].

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Озеро Киреты
  2. Шувалов Н. И. Киреты // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  3. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 505-се бит
  5. Озеро Киреты Челябинской области. reki-ozera.ru. Дата обращения: 12 август 2016.
  6. 6,0 6,1 Озеро Киреты:Путешествия по Уралу. triptotheurals.ru. Дата обращения: 12 август 2016.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 505-се бит/ Кирете
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7