Һикеяҙтамаҡ (Һатҡы районы)
Һикеяҙтамаҡ — Рәсәйҙә Силәбе өлкәһенең Һатҡы районындағы ауыл. Әйле ауыл биләмәһе составына инә. Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан сигендә урынлашҡан. Һикеяҙтамак мәмерйәһе комплексы эргәһендә урынлашҡан[4].
Һикеяҙтамаҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Айлинское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны |
8 кеше (2002)[2], 26 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 456926 |
Урындағы телефон коды | 35161 |
Атамаһы
үҙгәртергәАуылдың атамаһы шул уҡ исемле ҙур булмаған йылға исеменән барлыҡҡа килгән. Төрки теленән «һикеяҙ» — «ағымды киҫеүсе» тигәнде аңлата, икенсе һүҙе — «тамаҡ». Шулай итеп, Һикеяҙтамаҡ ҡаяларҙы киҫеп үтеүсе ағымдың тамағы.
Географияһы
үҙгәртергәРайондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Башҡортостан Республикаһы сигендә, Әй йылғаһы яры буйында урынлашҡан. (уға Һикеяҙ йылғаһының ҡойған урынынан алыҫ түгел).
Рельефы таулы; көньяҡҡа ҡарай бер нисә километр алыҫлыҡта Ямантау һырты, төньяҡҡа ҡарай Туйтүбә һырты күтәрелә. Төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 1,1 км алыҫлыҡта Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре комплексы урынлашҡан. Ландшафты — шыршы һәм аҡ шыршы ҡатыш ылыҫлы-япраҡлы урмандарҙың зона өлөшө[5].
Ауылды күрше тораҡ пункттар менән ауыл-ара һәм грунт юлдары бәйләй. Район үҙәгенә (Һатҡы) тиклем алыҫлыҡ 45 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә (Әй) тиклем — 11 км.
Тарихы
үҙгәртергәҺикеяҙтамаҡ ауылына 1870 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең Йыланлы улусы тарафынан нигеҙ һалына (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1874 йылда). Башта Шубина тип аталған. Статистика мәғлүмәттәре буйынса 1917 йылда унда 52 ихата иҫәпләнгән; хужалыҡтарҙа 262 ат булған, иген культуралары 588 дисәтинә майҙанда сәселгән. 1926 йылда 87 ихата теркәлгән, мәктәп эшләгән.
1920-се йылдар аҙағында «Правда» гәзите исемендәге колхоз ойошторола. Ер биләмәһе 871 га тәшкил итә. 1948 йылда хужалыҡта 131 баш эре мал, аттар — 64, сусҡа — 63, һарыҡтар — 232, ҡош-ҡорт — 113 иҫәпләнгән. Һыу тирмәне, тимерлек, ағас эше оҫтаханаһы булған. 1950-се йылдар аҙағында «Әйле» колхозы составының 4-се бүлексәһе була, Һикеяҙтамаҡ территорияһында совхоз бригадаһы урынлаша. Хәҙер ауылда йорттарҙың күп өлөшөн дачаға йөрөүселәр биләй. Шулай ҙа ауыл яйлап тергеҙелә.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[6] | 2010[7] |
8 | ↗26 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны 2010 йылда ауылда 26 кеше тәшкил иткән (15 ир-ат һәм 11 ҡатын-ҡыҙ). (1917 йылда — 329, 1926 йылда — 484, 1956 йылда — 226, 1959 йылда — 271, 1970 йылда — 121, 1983 йылда — 8, 1995 йылда — 1).
Урам селтәрҙәре
үҙгәртергәАуылдың урам селтәре 3 урамдан тора[8].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ мәмерйәләре Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре
- ↑ chel-portal.ru/enc/sikiyaztamak
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Саткинский р-н → Сикиязтамак д.