Көршәк яһау
Көршәк яһау — барлыҡҡа килгән осоронан балсыҡты утта яндырып, аш-һыу әҙерләү, ашау һәм шыйыҡ йә бөртөклө матдәләрҙе һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән һауыттарҙы яһау һөнәре булған;[1]. Хәҙерге ваҡытта көршәк эшләү сәнғәте — ҡалыплау ысулы менән көршәк түңәрәк әйләнешендә ялтырауыҡ иретмә (глазурь) һылатып һәм артабан балсыҡты көйҙөрөп эшкәртеү, уларҙы өйҙә ҡуллана торған әйберҙәргә, төҙөлөш материалдарына, төрлө декоратив тауарҙарына, сувенирҙарға, биҙәүестәргә, бер һүҙ менән атағанда — керамикаға әйләндереү.
Көршәк яһау технологияһы был йүнәлештәге етештереүҙең өс төп төрөн үҙ эсенә ала:
- төҙөлөш кирбесен етештереү;
- төрлө ябай биҙәүестәр һәм завод ихтыяжы өсөн кәрәкле булған нәмәләр (утҡа сыҙамлы кирбестәр, реторттар, кафель, торбалар һәм башҡалар менән берлектә төрлө балсыҡ һәм таш һауыт-һаба етештереү;
- фаянс һәм фарфор тауарҙарын етештереү.
Технология күҙлегенән (мәсьәләнең техник яғы) алда телгә алынған көршәк яһау төрҙәре бер-береһенә оҡшаш, әммә эш барышында балсыҡтың төрлө сорттары ҡулланыла һәм уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең специфик үҙенсәлектәре менән айырылып тора.
Көршәк әүәләү эшенең тарихы
үҙгәртергәБаштараҡ көршәк яһау аш-һыу әҙерләү, ашау һәм шыйыҡ йә бөртөклө матдәләрҙе һаҡлау өсөн һауыт-һаба әҙерләү шөғөлө булһа, артабан ул айырым һөнәр төрө булараҡ үҫеш ала. Һөҙөмтәлә көршәк яһау ысулы менән етештерелгән әйберҙәр исемлеге яңылары менән, айырып әйткәндә, утҡа түҙемле кирбес, таш һауыт-һаба, черепица, кафель, дренаж торбалары, архитектура биҙәүестәре һәм ошоға оҡшаш тауарҙар менән тулылана.
Йәмғиәттең үҫеше барышында ҡайһы бер балсыҡ тауарҙарын махсус эшкәртергә һәм биҙәргә өйрәнеү сәбәпле, һөнәрҙәр өлкәһенән уларҙың етештереүе сәнғәт өлкәһе — керамикаға күсә. Көршәк яһау борондан билдәле булған шөғөл, сөнки беҙҙең планетала балсыҡ киң таралған материал һәм кешеләр уның үҙенсәлектәре менән күптән таныш булған.
Тәүратта бер нисә урында көршәкселәр һәм уларҙың тауарҙары тураһында телгә алына. Тарихҡаса булған дәүерҙә иң боронғо балсыҡ һауыт-һабалары ҡулдан эшләнгән һәм шуға улар бигүк төҙөк булмаған формала булған. Һуңыраҡ теүәл түңәрәк формалы һауыттар осрай башлай, бындай һауыттарҙы тик түңәрәк әйләнешендә эшкәртеп була. Яҙылыу ваҡыты билдәһеҙ, әммә Иеремийҙа (18, 3) ошондай яҙыу бар: «көршәк яһаусы өйөнә барып индем, ул түңәрәк әйләнешендә эшләй ине».
Азия халыҡтарынан ҡытайҙар беҙҙең эраға тиклем 2000 йыл элек балсыҡ һауыттар ғына түгел, фарфор ҙа етештергәндәр. Был үҙе генә лә Ҡытайҙа көршәк яһау күпкә алданыраҡ башланған икәнлеген күрһәтә.
Көршәк яһау сәнғәте тауарҙары аша ниндәйҙер кимәлдә һәр халыҡтың сәнәғәт үҫешен дә күҙаллап була. Мәҫәлән, Үҙәк Африканың ҡайһы бер ҡәбиләләре XX быуат башында ла көршәктәрҙе ҡулдан әүәләгәндәр, уларҙы ҡояшта ҡыҙҙырғандар, һуңынан эсенә һалам тултырып һәм тышынан да һаламға төрөп, уны яндырғандар, шулай итеп балсыҡтан эшләнгән һауыт-һабаны үртәгәндәр.
VIII быуатҡа тиклем Европала көршәк яһау эше һүлпәнәйә бара, уның артабанғы үҫешенә Испания маврҙары булышлыҡ итә, ошо уҡ ваҡытта глазурь менән һылатылған тауарҙар барлыҡҡа килә. Диуарҙарҙы йөҙләү өсөн ялтырауыҡ иретмәле плиталар һәм иҙәнгә йәйә торған шундай уҡ күк йәки һоро төҫтәге плиталар эшкәртелә башлай, уларҙы хәҙер Гранадала, Алгамбрала, Алькасарала һ.б. ерҙәрҙә осратып була.
Көршәк әүәләү эшенең сәскә атҡан ваҡыты XIII һәм XV быуаттар арауығына тура килә, нәҡ ошо осорҙа көршәк яһау Италияла шаҡтай ҙур үҫеш ала, бигерәк тә майоликаны уйлап сығарғандан һуң. Айырыуса скульптор Лук делла Роббиа киң билдәле була, уның ижад эштәрен Флоренцияның ғорурлығы тип һанап була. Үҙенең ижад емештәрен ул terra invetriola тип исемләнгән массанан әүәләгән. Был масса таҙартылған көршәк яһай торған балсыҡты ҡом һәм мергель менән ҡушып болғатҡандан килеп сыҡҡан. Составындағы эзбис йәбештереү һәм иретеү һәләтлеген нығыта. Глазурында аҡҡурғаш әсетмәһе була һәм ул кобальт ярҙамында күк төҫкә буяла, баҡыр — йәшел төҫ, марганец- миләүшә төҫөн биргән. Уның бөтә тауарҙары ике ҡат көйҙөрөлгән: глазурлағанға тиклем һәм унан һуң.
Тоскан фабрикалары баҡыр глазуры серен белеп ҡалғас, көршәк яһауының яңы тармағы — фаянс эшкәртеүен асалар. Фаянс тауарҙары башта көсһөҙ генә утта яндырыла, шунан аҡ шыйыҡса менән һылатыла, уның өҫтөнә матур һүрәттәр төшөрөлә һәм тауар икенсе ҡат көслө утта көйҙөрөлә. Майоликанан архитектура биҙәүестәре генә түгел, төрлө һауыт-һаба, вазалар, статуэткалар эшләнгән.
Францияла көршәк яһау сәнғәте Италияла түбән төшөүенән һуң үҫешә башлай. Екатерина Медичи был тармаҡтың Францияла үҫешенә хәстәрлек күрһәтә. Бернар Палисси эмалле балсыҡ һауыт-һабаны яндырыу өсөн мейес уйлап сығара, был әйберҙәр бер ни ере менән дә итальяндарҙыҡынан ҡалышмай, көршәктәрҙең барельефтары бик матур биҙәлгән һәм зәңгәр, һары, күкһел һәм шәмәхә төҫтәргә буялған була. Палисси айырыуса ялпаҡ посудалар әүәләргә ярата, уларҙы ул үҫемлектәр, ҡабырсаҡтар, балыҡтар, бөжәктәр һүрәттәре менән биҙәгән. Шулай уҡ Кустод, Яков де Санлис һымаҡ оҫталар билдәлелек яулай.
Голландияла һәм Германияла көршәк яһау архитектура биҙәүестәре менән сикләнә; Нюрнберг көршәкселәре үҙҙәренең готик-итальян стилендәге эштәре менән дан тоталар. XVI һәм XVII быуаттарҙағы «gris» исеме аҫтында билдәле булған немец һәм фламанд көршәктәре популяр булалар, әммә итальян һәм француз тауарҙарынан сифаты яғынан ҡайтышыраҡ булалар.
Англияла урта быуаттарҙа көршәк яһау бик насар үҫешкән була, әммә XIX быуат аҙағында юғары кимәлгә күтәрелә. Елизавета батшалығы осоронда дини сәбәптәр арҡаһында илдән ҡыуылып сығарылған фламанд көршәкселәре Англияла көршәк яһау сәнғәтен үҫтерә башлайҙар. XVIII быуаттың башында тауарҙарҙың сифаты камиллаштырыла, уның иң юғары нөктәһе Веджвуд фирмаһы барлыҡҡа килеүе менән бәйле. Уға нигеҙ һалыусы Джозайя Уэджвуд 1730 йылда яшмаға, базальтҡа оҡшаған таштарҙы эшкәртеү ысулын таба һәм таш һәм фаянс тауарҙарының сифатын яҡшырта.
Урта быуаттарҙа балсыҡ һауыт—һаба баҡыр, көмөш йәки алтындан эшләнгәнгә алмаштырылғас, көршәктәр халыҡтың иң ярлы ҡатламы өсөн эшкәртелә башлай. Ошо ваҡытҡа кафель (изразец) эшкәртелә башлау осоро тура килә. Сиркәү архитектураһында глазурланған көршәк тауарҙары диуарҙарға ҡуша беркетелеп ҡуйылған кувшиндар формаһында барлыҡҡа киләләр. Улар сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылған саҡта тауышты көсәйтеү өсөн ҡулланған. Ошондай кувшиндар менән Новгородта күп кенә сиркәүҙәр биҙәлгән, Романовтар дәүерендәге сиркәүҙәрҙә, хатта унан да иртәрәк, мәҫәлән, Мәскәүҙә, Грузин Аллаһ инәһе сиркәүендә, Түбәнге Новгородта архиерей соборында бар. XV быуатта уҡ Псковта һәм Мәскәүҙә архитектура биҙәүестәрен терракотанан һәм кафелдән эшкәрткәндәр.
XVIII быуаттың аҙағынан саксон фарфоры тураһында мәғлүмәт таралғандан һуң славян территорияларында ла оҡшаш тауарҙар сығара торған фабрикалар асыла башлай.
Керамика тауарҙарының төрҙәре
үҙгәртергәКерамика бик боронғо ваҡыттарҙан билдәле, һәм уның кеше тарихындағы иң тәүге яһалма материал булыуы ла ихтимал. Уның барлыҡҡа килеүе кешеләрҙең ултыраҡ тормошҡа күсеүе менән туранан-тура бәйләнгән тип һанала, сөнки уны киң билдәле кәрзинәнән күпкә һуңыраҡ ҡуллана башлайҙар. Күптән түгел керамиканың тәүге өлгөләре үрге палеолит осорона ҡарай тип иҫәпләнә башланы[2]. Яндырылған балсыҡтан яһалған иң боронғо әйберҙең йәше беҙҙең эраға тиклем 29-25 мең йыллыҡтар менән билдәләнә. Мәҫәлән, Брно ҡалаһындағы музейҙа һаҡланған Венера һыны[3].
Керамиканың төрҙәре араһында төп айырма массаның эстәлеге һәм глазурҙың төрө. Керамика тауарҙары үҙ сиратында ике төркөмгә бүленәләр: тығыҙ һәм күҙәнәкле.
Яндырылған саҡта юғары температуранан иретелгән һәм бер төрлө ҡаты массаға әйләнгән тауарҙар тығыҙ (беше) тип атала; һындырған урында быялаға оҡшап торалар, яртылаш үтә күренмәлеләр, үҙ эсенә һыуҙы һеңдермәйҙәр, ҡоросҡа бәргән саҡта осҡон сығыралар. Тығыҙ көршәк тауары булып фарфор һанала.
Күҙәнәклеләр, киреһенсә, һындырылған урында күҙәнәкле; тиҙ генә һыналар; глазурь менән һылатылмаһа һыу үткәрәләр. Был типтағы тауар — фаянс. Тығыҙ һәм күҙәнәкле көршәктәр араһында күсемлеләре бар. Ике төрҙәге көршәк тауарҙары глазурь менән һылатылған булыуы мөмкин.
Тығыҙҙар
үҙгәртергәТығыҙ көршәк тауарҙарына исемлегенә инә:
- Ҡаты фарфор. Уның массаһы ирегән тиерлек, ваҡ бөртөклө, ярым күренмәле, һығылмалы, бер төрлө, ҡаты, бысаҡ үтерлек түгел. Уның составында каолин йәки фарфор балсығы, ялан шпаты, аҡбур һәм кварц бар. Глазурь шул уҡ ялан шпаты менән гипстан тора; аҡҡурғаш һәм ҡара ҡурғаш әсетмәләре бер ҡасан да фарфор глазуры составына индерелмәй. Фарфор ике мәртәбә көйҙөрөлә: глазурь менән һылатҡанға тиклем — бик һүлпән утта, һуңынан — бик көслө утта тотола.
- Йомшаҡ фарфор. Француз фарфорындаүтә күренмәле ҡара ҡурғаш глазурлы быялаға оҡшаған масса; инглиз фарфорына каолин, саҡматаш, гипс һәм ныҡ көйҙөрөлгән һөйәктән тора. Глазурь аҡбурҙан, саҡматаштан, буранан һәм ҡара ҡурғаштың әсетмәһенән тора, фарфор массаһы менән сағыштырғанда еңелерәк ирей, шуның өсөн беренсе яндырыу икенсеһенә ҡарағанда көслөрәк булырға тейеш.
- Бисквит, йәғни ҡаты,ғәҙәти фарфор массалы глазурланмаған фарфор.
- Париян массаһы инглиз составына оҡшаш, бик ауыр ирей, һарыраҡ төҫтә, глазурһыҙ.
- Kappapa — париян һәм таш тауарҙары араһында уртаса, насар үтә күренмәле, аҡ төҫтә.
- Таш тауарҙары аҡ йәки буялған тығыҙ ваҡ бөртөклө массанан тора, улар тауыш бирәләр һәм һындырылған урындарҙа үтәнән-үтә күренә, улар ғәҙәти һәм ватылыусан була (Д. Веджвуд).
Ғәҙәти тауарҙарҙың массаһы буятылған утҡа түҙемле балсыҡтан, ҡомдан һәм һәм шамот массаһынан (үтә ныҡ көйҙөрөлгән балсыҡ, каолин) тора ; ҡайһы берҙә глазурь ялатылмай; ғәҙәттә яндырған саҡта аш тоҙо ултырғанлыҡтан бик йоҡа итеп һыланған була. Ватылыусан тауарҙар утҡа түҙемле балсыҡтан, кварцтан һәм гипстан тора, ҡайһы берҙә саҡ ҡына буятылған һәм ҡара ҡурғаш йәки бор глазуры менән һылатылған була.
Күҙәнәклеләр
үҙгәртергәКүҙәнәкле керамикаға инә:
- Тиҙ яралыусан фаянс — утҡа түҙемле балсыҡ менән саҡматаштың ҡушымтаһы; өҫтөнән үтә күренмәле глазурь менән һылатыла, уның массаһы үтә күренмәй, яңғырауыҡһыҙ.
- Ғәҙәти фаянс, уны ҡайһы берҙә майолика тип исемләйҙәр, ҡыҙғылт-һары төҫтәге массалы, балсыҡты балсыҡлы мергель менән бергә ҡушып көйҙөргәндән һуң күренмәгән аҡ ҡурғаш менән һылаталар.
- Терракота йәки яндырылған яһалма таш массаһы, ул таҙартылған балсыҡтан һәм әҙер булған тауарҙарҙың ваҡланған ярсыҡтарына тора, глазурь һылатылмай. Вазалар, арихитектура биҙәүестәрен эшкәртеү өсөн ҡулланыла.
- Ҡәҙимге көршәк тауарҙары, массаһы балсыҡтан һәм балсыҡ мергеле менән үтә күренмәгән аҡ ҡурғаш глазурынан эшләнә.
- Ҡәҙимге һәм утта үҙгәрмәүсән балсыҡтан эшләнгән кирбес, черепица, дренаж торбалары һ.б.
Көршәк яһау материалдары
үҙгәртергәКирбес, фарфор һәм фаянсты эшкәртеү өсөн башта балсыҡ массаһын әҙерләйҙәр, уны ҡалыплайҙар, елләтәләр, көйҙөрәләр һәм глазурь менән ҡаплайҙар. Көршәк яһау өсөн төп материал балсыҡ була. «Көршәк» балсығы менән файҙалыныу иң уңайлыһы, сөнки ул кәрәкле кимәлдәге йәбешкәклек һәм тауарҙарҙың тәғәйенләнеүенә ҡарап температураға ҡаршы торорлоғо менән айырыла. Балсыҡ былай ҙа юғары кимәлдә һығылмалы була, шуға ҡарамаҫтан, уға башҡа төрлө материалдар ҙа өҫтәйҙәр. Иң ябай тауарҙар өсөн ҡом, көл, ағас онтағы; яҡшыраҡ тауарҙар өсөн — шамот, йәғни көршәк һауыттарының вағы (порошок) йәки алдан насар ҡыҙҙырылған балсыҡ ҡушалар. Ошондай ҡушымталар менән эшләнгән масса эшкәртеү, киптереү һәм көйҙөрөү өсөн бик уңайлы, әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан көйҙөргәндән һуң ул һаман да күҙәнәкле булып ҡала һәм глазурҙы һылауы ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Массаға уны еңел иреүсән һәм ҡаты, һыу һеңдермәгән һәм глазурҙы яҡшы һылата торған булһын өсөн, ниндәйҙер матдә ҡушалар. Ябай көршәк тауарҙарын етештереү өсөн ҡулланылған балсыҡ үҙ эсенә йыш ҡына тимер әсетмәһе, эзбис, һелте, гипсты һәм башҡа ҡушымталарҙы ала. Барыһы ла массаның ныҡ һәм таралып китмәҫлек булһын өсөн эшләнә, иң мөһиме — ҡатнашма бер тигеҙ булырға тейеш, эре бөртөктәре һәм киҫәксәләре булырға тейеш түгел. Бындай таҙа балсыҡ тәбиғәттә һирәк осрай, уны башта таҙартҡандан һуң ғына башҡа матдәләр ҡушалар.
Ябай көршәк тауарҙарын яһау өсөн ҡаҙып сығарылған балсыҡ бер-ике йылға асыҡ һауала йәки һыуҙа ҡалдырыла, шунан һуң ағас йәшниктәрҙә ыуала, ә фабрикаларҙа — машиналар менән ыуала һәм таштарҙан таҙартыла. Йәшниктәрҙән сығарылған балсыҡ өйөлөп ҡуйыла. Өйөмдәр тимерсыбыҡ йәки бысаҡ менән нәҙек пластиналарға бүленә, тағы ла бер ҡабат таҙартыла ла яңынан йәшниктарға һалына һәм ҡабаттан ыуыла. Юғары сортлы тауарҙары, бигерәк тә төҫһөҙҙәре, өсөн, масса айырыуса яҡшы итеп таҙарталар. Массаның яҡшы сифатлығының төп шарты — уның бер тигеҙлеге. таҙартыу өсөн балсыҡ ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнә, өҫтөнән һыу ҡойола һәм бер тәүлектән уларҙы иҙә торған машиналарға ташлайҙар. Машинаның бысаҡтары әйләнгән саҡта балсыҡ киҫәктәре ҡырҡыла, камера аша һиптергән һыу үҙе менән ваҡ киҫәкселәрҙе махсус бассейнға алып китә, ә эреләре йәшник төбөндә ятып ҡала. Бассейнда балсыҡтың эре киҫәкселәре уның төбөнә төшә, шунан һыу икенсе бассейнға ебәрелә һәм ул унда тулыһынса тона. Йылы һыу балсыҡты яҡшыраҡ онтай.
Массаның составындағы өлөшсәләр пропорцияһы һәр осраҡта тәжрибәнән сығып индивидуаль ҡарала. Матдәләрҙе бутау ҡоро көйөнсә лә, бысаҡтар менән йәки һыу ярҙамы менән башҡарыла. Ошо рәүештә килеп сыҡҡан масса әле лә бер тигеҙ булмай, унда бик күп һауа күберсектәре була, уларҙан аяҡ менән йәки махсуслаштырылған машиналар ярҙамында ҡотолалар.
Тауарҙарҙы ҡалыплау
үҙгәртергәҘур размерлы утҡа түҙемле кирбестәр формаларҙа йәки рамаларҙа эшләнә, ябай кирбес һымаҡ таҡталарға һалына.
Ҡалыплау алдынан шликерҙы (бутҡаға оҡшаған йомшаҡ форфор массаһы) бер һауытҡа төшөрәләр. Ҡалыпты шлликерҙан таҙарталар, шликер һыуы менән эшкәртәләр һәм киптерәләр. Шунан шликерҙә киптерелгән формаларға ҡоялар, был формалар бер нисә мәртәбә ҡуллана. Ҡалыплау өсөн һыу ҡойоу ысулы ҡулланыла. Форма үҙ эсенә һыуҙың бер өлөшөн һеңдерә һәм шликерҙың объемы кәмей. Кәрәкле объемды тотор өсөн формаға әленән-әле һыу ҡойоп торалар. тауарҙар ҡатҡас, уларҙы киптерәләр, ниндәйҙер етешһеҙлектәре булғандары алып ташлана. Глазурҙы һылатҡандан һуң тауар мейескә яндырыуға ебәрелә.
Иретеү тигелдәре бер размерлы булырға тейеш, шуға уларҙы яһау өсөн дә ҡалыплау ҡуллана.
Яндырыу (көйҙөрөү)
үҙгәртергәТар мәғәнәлә керамика (бор. грек. κέραμος — балсыҡ) яндырыу аша үткән балсыҡты аңлата. Шулай итеп, керамика тауарҙары — органик булмаған материалдарҙан (күп осраҡта балсыҡ) һәм уларҙың минераль өҫтәмәле ҡатышмаһынан эшләнгән тауарҙар[4].
Керамик материалдарынан яһалған әйберҙәрҙе яндырыу төрлө ысулдар менән башҡарыла, әммә иң традицион ысулы — мейестә яндырыу.
Алдан ҡалыплашҡан һәм глазурь менән һылатылған тауарҙарҙы яндырыу барышында кире ҡайталмаҫлыҡ үҙгәрештәр була — яндырыуҙан һуң ғына баштағы материал керамикаға әүерелә. Шликерҙа юғары температура аҫтында эрерәк киҫәкселәрҙең бер-береһе менән тоташтырылған урындарында ирей һәм яна. Фарфорҙы етештергән осраҡта компоненттарҙың ик бер өлөшө генә ирей, сөнки төрлө физик, химик, минеарологик үҙенсәлекле компонентлы материалдар һәм яндырыуҙың юғары температуралары ҡулланыла.
Бөтә осраҡтарҙа материалдар етештереү технологияһына тура килергә тейеш. Яҡынса ориентир сифатында ғәҙәттә түбәндәге температур диапазондары ҡуллана:
- балсыҡ тауарҙарын яндырыу яҡынса 1000 °C (1830-Сы °F) алып 1200 °C (2190 °F) тиклем;
- керамика тауарҙары өсөн яҡынса 1100 °C (2010 °F) алып 1300 °C (2370 °F) тиклем;
- фарфор тауарҙары өсөн яҡынса 1200 ° (2190 °F) алып 1400 °С (2550 °F) тиклем.
Максималь температураның юғарылығы һәм яндырыу барышының оҙайлығы килеп сыҡҡан керамиканың сифат характеристикаларына йоғонто яһай.
Бынан тыш, әҙер тауарҙың тышҡы күренешенә яндырыу ваҡытта мейестәге атмосфера ла тәьҫир итә. Мейес эсендә атмосфераға әсетмә үҙенсәлектәрен бирер өсөн мейескә һауа өрҙөртәләр. Шулай итеп, яндырыу барышында балсыҡтың һәм глазурҙың әсетелеүенә ирешәләр. Һәм, киреһенсә, атмосфераны тергеҙер өсөн мейес эсенә һауаны индереүҙе сикләйҙәр. Ошо ысул менән балсыҡтың һәм глазурҙың өҫтөнән кислородты юҡ итергә була. Һөҙөмтәлә мейес эсендәге атмосфераның үҙенсәлектәрен яйға һалып була, был тауарҙың тыш яғын һәм глазурҙа ҡатмарлы эффектарҙар булдырыр өсөн эшләнә. Мәҫәлән, составында тимер булған глазурь яндырыу атмосфераһының әсетмә үҙенсәлектәре арҡаһында көрән төҫ ала, ә тергеҙә торған үҙенсәлектәре йәшел төҫ бирә.
Яндырыу өсөн мейестәр ағас, күмер һәм газ йәки электр яндырыуы ярҙамында йылытылалар. Күмер йәки ағасты ҡулланған саҡта мейестә бик күп төтөн, ҡором һәм көл барлыҡҡа килә, улар тауарҙарҙың тышҡы күренешен насарайта. Шуға бындай осраҡта мейес эсенә махсуслаштырылған ҡапҡаслы һауыт (садок) ҡуялар, шулай эшләгәндә керамик тауарҙар бысранмай. Заманса мейестәрҙә йылытыу өсөн газ йәки электр ҡулланалар, утын йәки күмер мейестәренә ҡарағанда күпкә таҙараҡ була.
Көнбайыш имитация технологияһында яндырылған балсыҡтан ғәҙәти япон тауарҙары эҫе көйөнсә мейестән сығарыла һәм үҙенсәлекле карбон тышҡы күренеше бирелеү өсөн көлгә, ҡағыҙға йәки ағас таптарына төрөлә. Был ысул шулай уҡ Малайзияла традицион Labu sayung[5][6] эшләгәндә ҡуллана.
Глазурь һөртөү (һылау)
үҙгәртергәҠайһы бер көршәк тауарҙары глазурь менән һылатылмай, мәҫәлән, утҡа түҙемле кирбестәр, черепица, терракота. Балсыҡтан эшләнгән һауыт-һаба һыу һеңдермәһен өсөн, уларҙы глазурь менән ҡаплайҙар. Ошо уҡ маҡсатта һөт менән дә яндыралар (молочение), икенсе яндырыу алдынан һыйыр һөтөнә ҡундырып алалар — керамиканы эшкәртеүҙең боронғо ысулы.
Арзан көршәк тауарҙары глазурь менән еүеш сағында һыланалар һәм бер ыңғай яндырылалар. Был ғәмәл үләнләү (урыҫса муравление) тип атала; яндырған саҡта мейескә тоҙ ташлайҙар, тоҙ парға әйләнеп тауарға ултыра һәм уның өҫтөндә еңел иреүсән быялаға оҡшаған ҡатышма барлыҡҡа килә — ҡуйы йәшел (хәтфә) үлән (урыҫса мурава).
Глазурь һылатыуының икенсе ысулы шунан ғибәрәт — глазурь составын ваҡ итеп онталған матдәгә (порошок) әйләнгәнсе ыуалар, иләйҙәр һәм тауарҙар өҫтөнән һибәләр. Был ысул яндырылмаған торбалар, черепица, ябай көршәктәргә ҡуллана. Өҫтөнә порошокты һипкәнгә тиклем уларҙы он клейстеры менән һылайҙар, шунан ғына яндыралар.
Өсөнсө ысул — ҡаймаҡ (һөт өҫтө) ҡуйылығындағы глазурь менән тауарҙар өҫтөнән ҡойоу. Был ысул менән ҡаты, һыу һеңдермәгән (мәҫәлән, инглиз фарфоры һәм фаянстың ҡайһы бер сорттары) тауарҙар һылатыла.
Дүртенсе ысул — фарфор һәм фаянс тауарҙары глазурь массаһына сумдырыла. Был ысулда тауарҙар башта насар ғына ҡыҙҙырылалар, шул уҡ ваҡытта һыуҙы үҙенә һеңдерәләр. Онға әйләндерелгән глазурь һыуға ҡушылдырыла һәм һөт төҫөндәге шыйыҡса барлыҡҡа килә. Был шыйыҡсаға төшөргәндән һуң тауарҙар һыу һеңдерәләр, ҡаты киҫәкселәре тауар тышына ултыра һәм ныҡ ҡына уға йәбешә. Был глазурҙа ҡайһы берҙә һүрәттәр төшөрәләр, был осраҡта яндырыу муфель мейесендә башҡарыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәКөршәк яһау Викимилектә |
- Вазаларға орнамент төшөрөү
- Санкай
- Исин балсығы
- Гардинер музейы — керамикаға тулыһынса арналған
- Тауар керамикаһы
- Остракон
- Ситалдар
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
- ↑ [http://www.academia.edu/875914/NOVE_NALEZY_KERAMICKYCH_FRAGMENTU_A_OTISKU_V_GRAVETTIENU_JIZNI_MORAVY_NEW_FINDS_OF_CERAMIC_FRAGMENTS_AND_IMPRINTS_IN_THE_SOUTH_MORAVIAN_GRAVETTIAN_ Academia.edu | NOVÉ NÁLEZY KERAMICKÝCH FRAGMENTŮ A OTISKŮ V GRAVETTIENU JIŽNÍ MORAVY (NEW FINDS OF CERAMIC FRAGMENTS AND IMPRINTS IN THE SOUTH MORAVIAN GRAVETTIAN) | Miriam Ný …
- ↑ Открыть, ещё открыть. Самые яркие археологические истории 2012 года
- ↑ БСЭ Керамика
- ↑ History of Pottery . Brothers-handmade.com. Дата обращения: 4 сентябрь 2010. Архивировано 17 апрель 2013 года.
- ↑ Malaxi Teams. Labu Sayong, Perak . Malaxi.com. Дата обращения: 4 сентябрь 2010. Архивировано 17 апрель 2013 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Труды VI Международного конгресса славянской археологии. Том 4 — М.: Эдиториал УРСС, 1998
- ASTM Standard C 242-01 Standard Terminology of Ceramic Whitewares and Related Products (инг.)
- Ashmore, Wendy & Sharer, Robert J., (2000). Discovering Our Past: A Brief Introduction to Archaeology Third Edition. Mountain View, California: Mayfield Publishing Company. ISBN 978-0-07-297882-7 ингл.
- Barnett, William & Hoopes, John (Eds.) (1995). The Emergence of Pottery. Washington: Smithsonian Institution Press. ISBN 1-56098-517-8 (инг.)
- Childe, V. G., (1951). Man Makes Himself. London: Watts & Co. (инг.)
- Rice, Prudence M. (1987). Pottery Analysis — A Sourcebook. Chicago: University of Chicago Press. ISBN 0-226-71118-8. (инг.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- История гончарного ремесла и глиняной посуды на Руси 2008 йыл 19 сентябрь архивланған.. (рус.)
- История и подробный каталог гончарных изделий Вятского края 2012 йыл 14 март архивланған.. (рус.)
- Менделеев Д. И., Фрик Э. Л. Гончарное производство // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (рус.)
- Статьи об истории керамики и технологиях изготовления керамической продукции 2017 йыл 6 февраль архивланған.. (рус.)
- Статьи о технологиях и мировой практике гончарного дела 2016 йыл 20 март архивланған.. (рус.)