Һаҙый (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Һаҙый — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Һаҙый исеме бар.

Һаҙый

Этимология

үҙгәртергә

Һаҙый исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Юлбашсы, тура юл күрһәтеүсе, тура юлға әйҙәүсе тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Һаҙый Сәғҙи (тулы исеме Мөхәммәтһаҙи Ғәйнан улы Сәғәҙиев; 25 март 1883 йыл — 26 ғинуар 1933 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе, журналист.

Ханов Һаҙый Йыһанур улы (1895 йыл) — БАССР-ҙың Юғары суды ағзаһы, тройка рәйесе.

Һаҙый Таҡташ, Мөхәммәтһаҙый Хәйрулла улы Таҡташев (татар. Һади Такташ, Мөхәммәтһади Хәйрулла улы Такташев; 1 ғинуар 1901 йыл — 8 декабрь 1931 йыл) — шағир, татар совет шиғриәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Арыҫланов Һаҙый Мөхәмәҙи улы (29 март 1925 йыл — 21 август 1998 йыл) — СССР һәм Рәсәй журналисы, «Стерлитамакский рабочий» гәзитенең баш мөхәррире (1966—1990). Экология мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр авторы. СССР Журналистар союзы ағзаһы (1957). СССР Журналистар союзы премияһы лауреаты (1975). РСФСР-ҙың (1979), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).

Сәғәҙиев Мөхәммәтһаҙи Ғәйнан улы (Һаҙый Сәғҙи) (1883 йыл — 1933 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе, журналист.

Вәлиев Һаҙый Вәли улы — БАССР-ҙың 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Стәрлетамаҡ районы, 76-сы Түбәнге Уҫылы һайлау округы буйынса.

Хашаба Һаҙый — ФК Пирамидз (ғәр. نادي بيراميدز‎‎) — Мысыҙың Ҡаһирә ҡалаһындағы египет футбол клубының футбол директоры.

Закир Һаҙый, Һаҙыев Закир Һаҙый улы (15 март 1863 йыл — 1932 йыл) — XX быуат башы яҙыусыһы.

Мөнир Һаҙый (Һаҙыев Мөхәммәт-Мөнир Мөхәммәт-Ғәҙей улы; 10 декабрь 1876 йыл — 10 август 1913 йыл) — башҡорт тарихсыһы, дин әһеле. Ырымбур губернаһы ғилми архив комиссияһының мөхбир ағзаһы (1911).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һаҙый Таҡташ исемендәге әҙәби премия — Татарстан Республикаһының дәүләт премияһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ