Һары уйғыр теле
Һары уйғыр теле (икенсе төрлө атамалары: һары-уйғыр, уйғыр, хара-йогур теле, һары уйғырҙар теле) — төрки теле, Ҡытай Халыҡ Республикаһының Ганьсу һәм Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы провинцияһының Сунань-Уйғыр автономиялы өйәҙе территорияһында йәшәгән халыҡ ҡуллана. Хакас теле төркөмөнә ҡарай. Ҡайһы бер сифаттары буйынса шулай уҡ саян, уйғыр һәм рун яҙмалары телдәренә яҡын. Әммә генетик нигеҙе буйынса хакас теле төркөмөнә инә.
Һары уйғыр теле | |
Дәүләт | Ҡытай[1] |
---|---|
Барлыҡҡа килгән | Ганьсу[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ганьсу[d] һәм Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы |
Тел төрҙәре | агглютинатив телдәр һәм SVO[d] |
Телдә һөйләшеүселәр | 4600 кеше (2007)[2] |
Телдең ЮНЕСКО статусы | етди хәүеф[d][3] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 8a Moribund[d][4] |
Тасуирлау биттәре | turkic.elegantlexicon.com/… |
Сарыг-югурский язык (юйгу, язык хара-йогуров, жёлтых уйгуров) | |
Илдәр | |
---|---|
Регионы |
Ганьсу (Сунань-Югурский автономный уезд), Синьцзян-Уйгурский автономный район |
Был телдә һөйләшеүселәр һаны |
10 569 |
Һаҡлыҡ хәле |
исчезающий |
Классификация | |
Категория | |
Алтайские языки (спорно) | |
Әлифба | |
Тел коды | |
ISO 639-1 |
— |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Хәҙерге ваҡытта яҙмаһы булмаған телдәргә ҡарай, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡытай яҙыуын ҡулланырға мөмкин[5].
Хәҙерге йәшәгән урындарына — Ганьсу провинцияһының Минхуа милли автономиялы өйәҙенә (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) — һары уйғырҙар беҙҙең эраға тиклем IX быуатта Йәнәсәй ҡырғыҙҙарынан еңелгәндән һуң килә (уйғырҙарҙың төп өлөшө Көнсығыш Төркөстанға (хәҙер Синьцзян), Төньяҡ-Көнбайыш Ҡытайға күсенә). Һары уйғырҙарҙың төрки телле өлөшөнөң теле билдәле бер дәрәжәлә уйғыр теле йоғонтоһон кисерә, быны уйғырҙарҙың бер өлөшөнөң Синьцзяндән кире Ганьсуға күсенеүе менән аңлатырға мөмкин. Һары уйғырҙарҙың фонетикаһы һәм лексикаһы ҡытай, шулай уҡ тибет телдәренең көслө йоғонтоһонда була. Һары уйғыр теле көнкүрештә ҡулланыла. XIX быуат аҙағынан башлап өйрәнелә:Г. Н. Потанин, С. Г. Э. Маннергейм, С. Е. Малов, Э. Р. Тенишевтарҙың ғилми хеҙмәттәре.
Мәғлүмәттәр
үҙгәртергәБоронғо төрки теленең йоғонтоһонда һаҡланған -d- билдәһе буйынса һары уйғыр теле хакас теле төркөмөнә инә. Көслө һәм йомшаҡ тартынҡыларҙың ҡапма-ҡаршы тороуының һаҡланыуы һары уйғыр теленең (һәм фую-ҡырғыҙ теленең) тува һәм тофалар телдәре менән сиктәш булыуын аңлата, шулай уҡ преаспирация эҙҙәре күҙәтелә, саян телдәрендә был күренеш һуҙынҡы өндөң фарингализацияһы булараҡ күҙәтелә. Уйғыр һәм нуғай телдәрендәге һүҙҙәр менән тап килеүҙе үҙ-ара тығыҙ аралашыу һөҙөмтәһе тип атарға була.
Һары уйғыр теле хакас телдәренә ҡарағанда боронғораҡ, дөйөм хакас нигеҙенән XII—XIII быуаттарҙа уҡ айрылған булырға тейеш был тел. Һары уйғыр телендә (эҙмә-эҙлекһеҙ рәүештә) нуғай тибындағы -š- > -s- и -č- > -š- үҙгәрештәре ғәмәлгә аша (ғәмәлдә хакас телдәренә был үҙгәрештәр хас). Интервокаль һуҙыңҡыларҙың яңғырауыҡ өнгә әйләнеүе -s- һәм боронғо -š- өнөнә ҡағылмай. Һары уйғыр телендә j-/ʒ- > n- өндәре танау аша әйтелә. Һары уйғыр теле морфологик үҙенсәлектәре менән дә хакас телдәре араһында айырылып тора.
Фую-ҡырғыҙ теле һары уйғыр теленә иң яҡҡын торған тел, тип иҫәпләнелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ScriptSource - China
- ↑ https://www.ethnologue.com/language/ybe/24
- ↑ Красная книга языков ЮНЕСКО
- ↑ Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
- ↑ Национальность югур
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Тенишев Э. Р., Тодаева Б. Х. Язык жёлтых уйгуров. — М.: Наука (ГРВЛ), 1966. — 84 с. — (Языки народов Азии и Африки).