Һары уйғырҙар (уйғырҙар, шира-йогур; ҡыт. ябайл. 裕固族, пиньин: Yùgù Zú; сар.-юг. Sarïg Yogïr [sarɯɢ jʊɢʊr], Шира-уй4ур теле Šera Yogor [ʃira jʊɢʊr]) — Ҡытайҙа рәсми танылған 56 үалыҡтың береһе. Ганьсу провинцияһында Сунань-Югур автономиялы өйәҙе тигән милли-территориаль автономиялары бар. Һары уйғурҙар ике территориаль төркөмгә бүленә. Беренсе төркөм һары-уйғур телендә, икенсеһе — монгол шира-уйғур телендә һөйләшә.

Һары уйғырҙар
Commons-logo.svg Һары уйғырҙар Викимилектә

Б.Э.Т 840 йылда уйғырҙарҙаң бер өлөшө шад титуллы Удзар Текин етәкселегендә Ганьсу провинцияһына табан хәрәкәт итә һәм күренекле дәүләт эшмәкәре Пан Текин булышлығында Уйгур Кянсуй (Ганьчжоу) дәүләтен төҙөй. Дәүләт бер нисә быуат йәшәй һәм Тангутлар тарафынан юҡ ителә.

2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Гансу провинцияһында 13 719 кеше йәшәй.

Ҡәбилә составыҮҙгәртергә

Е.Тенишев тикшереүе буйынса һары уйғырҙарҙың ҡәбилә бүленеше ете отакка (территориаль берәмеккә) бүленә. Отак һәм уйғу ҡәбилә берәмеге буларыҡ бөгөнгө көндә бер ниндәй ҙә хужалыҡ йәки иҡтисади әһәмиәткә эйә түгел.[1].

Көндәлек тормошта, төрлө телдә һөйләшеүгә ҡарамаҫтан, һары уйғырҙар шира-уйғырҙар бер-береһе менән бәйле. Һары уйҡырҙарҙа ла, шира-уйғырҙарҙа ла осраған бер үк ҡәбилә исемдәре раҫлай.

  • Анджан (анджән, анджәң, анджян).
  • Арлат. Потомки арулатов.
  • Вай. Делится на две части: эрки вай «старый вай» и йаны вай «новый вай».
  • Джуныл (чоңыл, чуңыл).
  • Йаглахкыр (йаглакыр, йаглахкар, йаглыхкыр, яглак).
  • Йагток.
  • Йун (патан).
  • Каджан.
  • Калка.
  • Камер.
  • Каргос.
  • Колен.
  • Комджук.
  • Коң. Шорҙарҙа ҡәбилә бар.
  • Конрат (конырат).
  • Кулин.
  • Кыргыс. Боронғо ҡырғыҙ нәғеленән.
  • Ланчак.
  • Лахшо.
  • Мнэг.
  • Ойрот (ойрат).
  • Ӧрге.
  • Пагана.
  • Паглыг.
  • Пайат.
  • Патан.
  • Пашу.
  • Пегеши.
  • Пейат.
  • Пәй.
  • Сокалыг.
  • Солтус.
  • Сына.
  • Төмөр. Монгол телендә тимер тигәнде аңлата
  • Темурчин. Монгол телендә тимерсе тигәнде аңлата.
  • Тогшы (тогша, тогши).
  • Тунса.
  • Тӳргӳш
  • Уйрат.
  • Хор.
  • Хараңгат (ораңгат, хуруңут)[1][2].
  • Чанбан.
  • Чунса.
  • Чыгаллык.
  • Шартың.
  • Эркэр. Ирекле кеше тигәнде аңлата.
  • Ыглан. Тибет телендә γǎlán, γlan (үгеҙ)[1].

ДинҮҙгәртергә

Уйғырҙарҙың традицион дине — шаманизм менән ҡулланылған Тибет Буддизмы.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Тенишев Э. Р. Этнический и родоплеменной состав народности юйгу // Советская этнография. — 1962. — № 1. — С. 59—66.
  2. Бушаков В. А. Тюркская этноойконимия Крыма / Э. Р. Тенишев. — Москва, 1991. — С. 152.