Эҫем — (рус. Сим) Куйбышев тимер юлының Башҡорт төбәгендәге тимер юл станцияһы, Силәбе өлкәһенең Эҫем ҡалаһында Линейная урамында урынлашҡан.

Эҫем
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Эҫем
Хужаһы Куйбышев тимер юлы
Хеҙмәтләндереүсе Рәсәй тимер юлдары
Рәсми асылыу датаһы 1890
Киләһе туҡталыш 1756 км[d] һәм 1762 км[d]
Тимер юл һыҙаты Черниковка — Кропачёво[d]
Код станции 656266
Карта
 Эҫем Викимилектә

Атамаһының килеп сығышы

үҙгәртергә

Станцияның исеме Эҫем йылғаһының атамаһы менән бәйле. А. К. Матвеев Эҫем атамаһын фарсы теленән ингән «сим» — көмөш һүҙе менән аңлата. Һуңынан уның фаразы Н. Д. Ғарипова, Т. М. Ғарипов һәм Ж. Кейекбаев тикшеренеүҙәрендә раҫлана[1]. Башҡорт телендә «сим» һөйләштәге «сөм» (йылғалағы тәрән, сөмгөл урын) тигәнгә яҡын. Ғәбделәхәт Вилданов «эсемлек» тигән менән яҡынайта, ваҡыт уҙыу менән ҡыҫҡарып «эҫем» рәүешендә ҡалған, тип аңлата. Рәил Кузеев фин-уғыр телдәренә яҡынлыҡ күрә. Оло Иҙел буйы башҡорттары һәм сыуаштары аралашып, уртаҡ атама барлыҡҡа килгән тигән фекерҙә булған. Сыуаштарҙа ла «сим» боронғо эсемлек[2] Татарҙың «үҫәм» (һыу үләне) тигәненән килеп сыҡҡан тиеүселәр ҙә бар[3].

Мәғлүмәт

үҙгәртергә

Станцияға 1890 йылда Һамар-Златоуст тимер юлы төҙөлөшө барышында нигеҙ һалына. Был станция 3-сө класҡа ҡарай.Эҫем станцияһынан алыҫ алараға йөрөүсе поездарында ғына түгел, ҡала яны поездарында ла китергә мөмкин. Вокзалы — бер ҡатлы бина. Станцияның 5 юлы, 2 платформаһы бар. Эҫемдән Силәбе ҡалаһына тиклем ара 343 км тәшкил итә[4].

Станцияла бөтә төр пассажирҙар һәм йөк эштәре башҡарыла: инеү юлдарында йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү, склад операцияларына вагонлы хеҙмәт күрһәтеү, урындағы һәм алыҫ араларға йөрөүсе поездарға билет һатыу, багаж операциялары.

Станция Эҫем заводы менән тимер юлы конкаһы ярҙамында тоташа. 1930 йылдарҙа реконструкциялау һөҙөмтәһендә икенсе юл һалына. 1954 йылда электрлаштырыуҙан һуң ВЛ электровоздары йөрөй башлай. 1959—1960 йылдарҙа юл эшселәре һәм машинистарҙың станция менән электр бәйләнеше яйға һалына, станция радиотапшырыу системаһы менән йыһазландырыла. 1962—1963 йылдарҙа юлдарҙы оҙонайтыу менән станцияла реконструкция үтә, 1969 йылда дежур хеҙмәтенең яңы бинаһы төҙөлә. Хәрәкәттәр Минйәр станцияһынан саҡырылған тепловоз тарафынан башҡарыла[5].

Алыҫ араға йөрөү

үҙгәртергә

2020 йылғы график буйынса станция аша түбәндәге алыҫҡа барыу поездары йөрөй:

Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Топонимы индо-иранского происхождения, характеризующие водные объекты и горный ландшафт Башкортостана
  2. Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008. — С. 247. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.
  3. М. Альбрут, доцент, кандидат экономических наук // Край родной. Челябинск, ЮУКИ, 1969. С. 85-98 2010 йыл 14 ғинуар архивланған.
  4. ЖД станция Симская
  5. Станция железной дороги Симская.Сайт города Аша и Ашинского района.Дата обращения: 21 июля 2016.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә