Силәбе-Үҙәк (рус. Челя́бинск-Гла́вный) (ғәҙәттә, «Силәбе»[1]) — Силәбе өлкәһенең административ үҙәге Силәбе ҡалаһындағы Көньяҡ Урал тимер юлының Силәбе төбәге терәк тимер юл станцияһы һәм үҙәк тимер юл вокзалы. Станция Силәбе тимер юлының нигеҙе булып тора һәм уға үҙ-ара бәйле башҡа үҙәк станциялар ҙа инә.

Силәбе-Үҙәк
Нигеҙләү датаһы 1892
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе
Хужаһы Көньяҡ Урал тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1892
Киләһе туҡталыш Локомотивная I[d], Тракторстрой[d], Локомотивная II[d] һәм 245 км[d]
Тимер юл һыҙаты Полетаево — Челябинск[d], Челябинск-Главный — Чурилово[d], Челябинск-Главный — Еманжелинск[d] һәм Челябинск-Главный — Полевской[d]
Вид в ночное время
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Код станции 84000
Карта
 Силәбе-Үҙәк Викимилектә

Мәскәүгә тиклем араһы — 2101 км ( Һамар аша), 1984 км ( Ульяновск аша) .

Станция пассажирҙар һәм йөк ташыу хеҙмәте күрһәтә. Станцияның оҙонлоғо 11 км самаһы, 70-тән ашыу юл (шуларҙың 13-ө - пассажир, 3-ө - фәҡәт ҡала янын хеҙмәтләндереү паркы), 7 йөк ташыу паркы бар. Тепловоздар һәм электровоздар өсөн - локомотив депоһы, йөк һәм пассажир вагондары депоһы, ҡунаҡхана, Көньяҡ Урал тимер юлының күсмә составы тарихы музейы бар.

Станция юлдары күренеше «яңы» йәйәүлеләр күперенән
Беренсе юл перроны һәм станцияның икенсе ҡатынан платформаға үтеү юлы

Көньяҡ Уралда тимер юлдар төҙөй башлау Урал менән Себерҙең ғәйәт ҙур тәбиғәт байлыҡтарын үҙләштереү ихтыяжы тыуыу менән бәйле.

1891 йылда Бөйөк Себер юлы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

1888 йылда - Мәскәүҙән Өфөгә тиклем, 1890 йылдың 20 (8) сентябрендә - Златоусҡа, ә 1892 йылдың 25 октябрендә Силәбегә беренсе поезд килә [2]. Ул ваҡытта Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙе административ үҙәге станциянан 4 верста (4,2 км самаһы) алыҫлыҡта була.

Тәүге, бер ҡатлы вокзал бинаһы 1892 йылда асыла [3].

1892 йылдың июлендә Силәбенән Себер тимер юлының тәү сиратта торған көнбайыш участкаһы төҙөлә башлай (тәү сираттағы), ул Көнбайыш Себер юлының ете участкаһының береһе була[4].

Тимер юлы төҙөлөшө ҡала үҫеше өсөн ҙур этәргес була. Силәбе үҙенсәлекле «Себер ҡапҡа»һына әйләнә.

1918 йылдың 14 майында Силәбе тимер юл станцияһында булған ваҡиғаларҙан һуң Чехословакия корпусының баш күтәреүе һәм 1918 йылдың 26 майынан 27 майына ҡаршы төндә ҡаланы яулап алыу элегрәк нейтралитет һаҡлап ҡалған күп меңле корпустың граждандар һуғышында Аҡ хәрәкәттә ҡатнашыуына килтергәнАбрамовский А. П., Кобзов В. С. Выступление Чехословацкого корпуса «Силәбе» энциклопедияһында

1930 йылдың 1 майынан станция бер юлға - Пермь тимер юлы идаралығына, уның 7-се эксплуатация районы составына күсә. 1934 йылда Көньяҡ Урал тимер юлын ойошторғанда станция уның составына күсә, юл идаралығы Силәбелә урынлаша.

Бөйөк ватан һуғышы йылдарында станция Силәбе ҡалаһында эвакуацияланған сәнәғәт предприятиелары һәм халҡы, шулай уҡ ҡалала етештерелгән хәрби техника, боеприпастар, шәхси составтар һанын иҫәпкә алып, мөһим роль уйнай. Станцияла фронттан килгән хәрби-санитар поездарҙы бушатыу пункты ла йыһазландырыла, ауыр яралылар ҡалалағы һәм өлкәләге эвакуация госпиталдәренә ебәреп торола[5]. Дөйөм алғанда, 1941-1943 йылдарҙа ғына ла станцияларға 483 хәрби-санитар поезд бушатылған, һуғыш ваҡытында 220 000 самаһы яралы һалдат килтерелгән. Станцияның пар һәм йөк вагондары депоһында 5 бронепоезд әҙерләп оҙатылған [6][7].

Станция 1945 йылдың аҙағынан[8] 3 кВ ҡеүәтле даими электр тогы менән тәьмин ителгән.

Станция вокзалдары

үҙгәртергә

55°08′29″ с. ш. 61°24′57″ в. д.HGЯO

  Тышҡы медиафайлдар

Вокзалда пассажирҙар өсөн бер нисә көтөү залы бар, шулай уҡ юғары уңайлылыҡ тыуҙырылған һәм балалы пассажирҙар өсөн көтөү залы йыһазландырылған. 1892 йылда төҙөлгән иҫке вокзал бинаһы шулай уҡ реставрацияланған, хәҙер унда административ бүлектәр урынлашҡан.

Ҡала яны вокзалы

үҙгәртергә

55°08′17″ с. ш. 61°24′51″ в. д.HGЯO

 
Ҡышын вокзал янында. 2011
  Тышҡы медиафайлдар

Пассажир поездары

үҙгәртергә
 
Ретро-поезд, 2017 йыл
 
Станция вокзалы

Ҡала яны хәрәкәте

үҙгәртергә

Алыҫ юл поездары

үҙгәртергә

2020 йылғы график буйынса станция аша йөрөгән алыҫ юл пассажир поездары:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Арсеньев Б. В., Шуклина Н. Я. Челябинск, станция «Силәбе» энциклопедияһында
  2. Казаков А. Л. и др. Уральский исток Транссиба: история Южно-Уральской железной дороги // Челябинск: Авто Граф. — 2004. — 408 с. С. 42. ISBN 5-98518-004-2
  3. Трофимова А. А. Депо локомотивное станции Челябинск, предприятие по обеспечению «Силәбе» энциклопедияһында
  4. Сибирская железная дорога // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Дружинина Э. Б. Эвакогоспитали Челябинска «Силәбе» энциклопедияһында
  6. Коломиец М. В. Бронепоезда в бою 1941—1945. «Стальные крепости» Красной Армии // М.: Стратегия КМ, Яуза, Эксмо, 2010 — 160 с.: ил. (С. 77-82, 89, 90, 92, 93, 94, 96). ISBN 978-5-699-41952-4.
  7. Степанова Л. П. Бронепоезда «Силәбе» энциклопедияһында
  8. О дороге / История / Развитие в военные годы 2017 йыл 1 декабрь архивланған., Статья о истории ЮУЖД на сайте ОАО «РЖД».

Һылтанмалар

үҙгәртергә