Ырымбур тимер юлы

Ырымбур тимер юлы (рус. Оренбургская железная дорога) — төрлө осорҙа эшләп килгән ике тимер юл ойошмаһының дөйөм исеме: 1877—1893 йылдарҙа — шәхси ойошма һәм 1934—1959 йылдарҙа — дәүләт ҡарамағында.

Ырымбур тимер юлы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Ырымбур тимер юлы Викимилектә

Шәхси Ырымбур тимер юлы (1877—1893)

үҙгәртергә

Игенгә бай Ырымбур губернаһын Һамар менән, тимәк, империяның Европа өлөшө менән тимер юл аша тоташтырыу тәҡдимен беренсе булып Ырымбур генерал-губернаторы Безак Александр Павлович күтәреп сыға. Ул был вазифала 1860 йылдан 1865 йылға тиклем эшләгән. Һүҙ бары тик конка (атлы тимер юлы) тураһында ғына бара, ләкин был идея тормошҡа ашырылмай ҡала[1].

Безакты алыштырған Крыжановский Николай Андреевич 1867 йылда уҡ пар ҡулланылған тимер юлы төҙөргә тәҡдим итә, шул уҡ ваҡытта полковник Н. Г. Залесов етәкселегендә тәүге эҙләнеүҙәр үткәрелә[2]. 1868 йылдың мартына Крыжановский императорға һәм Министрҙар комитетына тәҡдим иткән тәүге проект әҙер була[3]. 1870 йылға ул илдең тимер юл селтәрен үҫтереү буйынса план төҙөгән[4]. Әммә 1873 йылдың ноябрендә генә шәхси Ырымбур тимер юлы йәмғиәте уставы раҫлана[1].Ә киләһе йылының 22 февралендә — «Моршанск—Сызрань тимер юлының Батраки станцияһы янында Волга йылғаһының уң ярынан Һамар ҡалаһы аша, Ырымбурҙан Һамар ҡалаһының пристаненә сыҡҡан тармаҡ һәм Волга күпере аша Моршанск-Сызранка тимер юлы менән тоташтырыуҙы» күҙҙә тотҡан проект ҡабул ителә. Волга аша күпер төҙөлгәнгә тиклем йәмғиәт үҙ көсө менән йылға кисеүен тәьмин итергә тейеш булған[5].

1876 йылдың 22 октябрендә (Юлиан календары буйынса) Һаҡмар йылғаһы аша яңы металл күпер буйлап тантаналы рәүештә беренсе поезд үтә[1]. Ғибәҙәт менән рәсми асыу тантанаһы 1877 йылдың 1 ғинуарында була. Төп юлдың оҙонлоғо 508 верста (541 саҡрым) тәшкил итә. Станциялар: Һамар һәм Ырымбур — 1-се класлы, Быҙаулыҡ — 2-се, Батраки, Безенчук, Кинель, Марычевка, Сорочинск һәм Новосергиевка — 3-сө, ҡалғандары 4-се һәм 5-се класлы тип һанала[6].

Ырымбур губернаһында юлдар төҙөү тауар алмашыуҙы көсәйткән, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе, игенселек һәм сауҙа үҫешен ҡеүәтләндергән. Тәүге биш йылда уның буйлап 40 миллион боттан ашыу (655 мең т) иген сығарылған[5]. Шуға ҡарамаҫтан, юлды файҙаланыу ҡатмарлы һәм аҙ килемле була, иген уңышы насар йылдарҙа хатта зыянға эшләй[7]. 1880 йылда ғына Сызрань эргәһендә Волга күперен төҙөү тамамлана.

Шул уҡ йылда юлдар идараһы ике ай дауамында ҡар һырынтыларын таҙарта алмай. 1883 йылда ғына иген йөктәре өсөн ябыҡ платформалар ҡоролған; унда даими рәүештә йөктәр өйөлөп китә торған булған[1]. Һөҙөмтәлә Ырымбур юлы, Рәсәйҙең башҡа шәхси тимер юлдары кеүек үк, 1893 йылда ҡаҙна тарафынан һатып алынған һәм Һамар-Златоуст тимер юлына тоташтырылған.

СССР-ҙа Ырымбур тимер юлы (1934—1959)

үҙгәртергә

Был юл СССР-ҙың Һамар, Ырымбур, Аҡтүбә, Ҡыҙыл Урҙа, Гурьев һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәләре территориялары буйлап уҙа. Ул 1934 йылда бер нисә юлды үҙгәртеп ҡороу юлы менән ойошторолған була. Юлдың төп өлөшө Урта Азия тимер юлынан бүлеп бирелә. Юл составына Һамар—Златоуст тимер юлының бер өлөшө инә[8]

Юл составына Кинель — Ырымбур — Илецк— Ҡандыагаш — Жосалы, Ырымбур — Орск — Айҙарәле , Гудрон — Профинтерн линиялары инә.[9]

1936—1938 йылдарҙа Ырымбур тимер юлы етәкселәре Г. В. Подшивалин[10][11], унан һуң тәғәйенләнгән С. Т. Ковылкин[12] Г. Е. Чичеров (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа «Чигеров») халыҡ дошмандары тип бер-бер артлы атып үлтерелә[13][14].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында төҙөлгән Никель — Ҡандыағаш һәм Ҡандыағаш — Гурьев линиялары Урал менән Себерҙән Кавказға (Каспий диңгеҙе аша үткәреп) йөк ташырға мөмкинлек бирә.

1953 йылда Рязань — Уральск ҡарамағынан алынып Озинки — Уральск — Илецк участкаһы тапшырылған. 1954 йылға юлдың оҙонлоғо 3150 саҡрым тәшкил иткән, юл идаралығы Ырымбурҙа урынлашҡан[8]

1959 йылда «техник сараларҙы ҡулланыуҙы яҡшыртыу, идара итеү аппаратын ябайлаштырыу һәм арзанайтыу маҡсаттарында» юл Куйбышев тимер юлына ҡушыла[15]. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур тимер юлының Урал бүлексәһе (Илецк — Ҡандыағаш — Жосалы, Ҡандыағаш — Гурьев, Никель — Ҡандыағаш, Озинки — Уральск — Илецк) Ҡаҙағстан тимер юлы составына керә (1977 йылда үҙәге Аҡтүбә, хәҙер Уральск, Аҡтүбә һәм Ҡыҙыл Урҙа бүлексәләре булған Көнбайыш Ҡаҙағстан тимер юлына бүлеп бирелгән)[16].

Бер аҙ һуңғараҡ Кинель — Ырымбур — Илецк, Ырымбур — Орск — Айҙарәле линиялары Куйбышев тимер юлынан алынып Көньяҡ Урал тимер юлы составына тапшырыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Столпянский П. Н. Город Оренбург. Материалы к истории и топографии города. Оренбург : изд. Оренб. губ. тип., 1908. — 399 с.
  2. Записки Н. Г. Залесова. // Русская старина, 1903 г., № 10. — С. 72—73.
  3. Оренбургская железная дорога // Газета «Вечерний Оренбург», № 15 от 8 апреля 1998 г.
  4. Оренбургская железная дорога // Бердская слобода
  5. 5,0 5,1 ЮУЖД исполнилось 140 лет. // Газета «Гудок», 13 января 2017 г.
  6. Летопись дороги
  7. Тривус М. Л.,. Оренбургская железная дорога // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. 8,0 8,1 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. Б. А. Введенский, 2-е изд. Т. 31. Олонхо — Папино. 1955. 648 стр., илл. и карты; 57 л. илл. и карт.
  9. Схема Оренбургской железной дороги (1943 год)
  10. Газета «Волжская коммуна», 20 июля 1934 г., № 167, с. 1
  11. ПОДШИВАЛИН Георгий Васильевич
  12. Ковылкин Степан Терентьевич
  13. ЧИЧЕРОВ Георгий Евсеевич
  14. Чичеров Георгий Евсеевич // Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991
  15. Постановление Совета Министров СССР от 13 июля 1959 г. № 748 «Об укрупнении железных дорог»
  16. Филиалы КТЖ
  • Столпянский П.Н. Город Оренбург. Материалы к истории и топографии города.. — Оренбург: Оренб. губ. тип, 1908. — 399 с.
  • Большая советская энциклопедия. Гл. ред. Б. А. Введенский, 2-е изд. Т. 31. Олонхо — Папино. 1955. 648 стр., илл. и карты; 57 л. илл. и карт.