Һабаш (рус. Сабашево) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 300 кеше булған[1]. Почта индексы — 453880, ОКАТО коды — 80241830006. ИФНС коды — 0261.

Ауыл
Һабаш
Һабаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәләүез районы

Координаталар

53°15′12″ с. ш. 55°57′26″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 241 830 006

ОКТМО коды

80 641 430 126

Һабаш (Рәсәй)
Һабаш
Һабаш
Һабаш (Башҡортостан Республикаһы)
Һабаш

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 300 147 153 49,0 51,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 35 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Ергән): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ергән): 3 км

Һабаш ауылы 1783-1795 йылдарҙа барлыҡҡа килә, 1795 йылда үткәрелгән V рәүиз материалдарында 36 тирмәлә 247 кеше йәшәүе теркәлә, XIX быуат урталарында 50 йортта 490 кеше йәшәһә, X рәүиз үткәрелгән мәлдә (1857 йыл) 90 йортта 510 кеше теркәлгән була. 1833 йылғы VIII рәүиз барышында ошо ауылға исем биргән Һабаштың улы һәм ейәндәре теркәлә. 1758 йылда тыуған Юламан Һабашев балалары: Ишмөхәмәт, Ишдәүләт (балалары Дәүләткилде, Йосоп) һәм Ҡеүәт ошо уҡ ауылда көн итә[2]..

1842 йылда 400 кешегә иҫәпләнеп,1,5 бот ужым, 5,2 бот яҙғы (ярауай) бойҙай сәселә. Ауыл халҡында 107 йылҡы, 109 эре мөгөҙлө мал, 237 һарыҡ, 40 кәзә булыуы ла тарихи сығанаҡтарҙа билдәләнеп үткән[3]..

1857 йылдағы X рәүиздә ауылдағы 90 ихатала 510 кеше йәшәй. Совет власы урынлаштырылғас үткәрелгән тәүге иҫәп алыуҙар халыҡ һаны кәмеүен күрһәтә. 1920 йылда 88 йортта 391 кеше теркәлә[2], был, әлбиттә, Бөйөк Октябрь революцияһы һәм унан һуңғы мәшхәрҙәрҙең ябай халыҡ тормошона ныҡ тәьҫир итеүен дәлилләй.

Ауылдың урамдары

үҙгәртергә
  • Амур урамы ( рус. улица Амурская ),
  • Ағиҙел урамы ( рус. Бельская ),
  • Көнсығыш урамы ( рус. Восточная ),
  • Колхоз урамы (рус. Колхозная ),
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная ),
  • Совет урамы (рус. Советская )[4].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)  (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2022)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2022)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә