Үҙәк Америка тарихы

Үҙәк Америка тарихы — Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка араһында урынлашҡан төбәк тарихы.

Үҙәк Америка тарихы
Кана әлифбаһында исеме ちゅうおうアメリカし
 Үҙәк Америка тарихы Викимилектә
1700 йылдан алып Үҙәк Америка һәм Антиль утрауҙары тарихы

Колумбҡа тиклемге осор

үҙгәртергә

Колумбҡа тиклемге дәүерҙә Үҙәк Американың күп өлөшө мезоамерикан цивилизацияһына ҡарай. төбәкте үҙләштерә башлау төньяҡтан көньяҡҡа табан бара, әммә төрлө моделдәр был процестың башланыуын төрлөсә билдәләй, ул йә 40 000-21 000 йыл элек, йә 17 000—15 000 йыл элек башланған тип билдәләнә[1][2]. Диабло мәҙәниәтенә ҡағылышлы иң иртә археологик табыныуҙар беҙҙең эраға тиклем Х быуатҡа ҡарай[3]. Индеецтар берләшмәләре Мексика үҙәгенән алып Коста-Риканың төньяғына тиклемге райондарҙы биләй. Үҙәк һәм Көньяҡ Америка араһындағы Панама территорияһында ике мәҙәниәттең дә билдәләре осрай.

Үҙәк Американың Колумбҡа тиклемге төп мәҙәниәттәренә ольмектар (беҙҙең эраға тиклем 1150—800), майялар (беҙҙең эраға тиклем 200—900), тольтектар (900—1200), ацтектар (1428—1521) инә. Был мәҙәниәттәр ҙур тантана үҙәктәрен һәм ҙур ҡоролмалы ҡалаларҙы ҡалдырған. Улар юғары кимәлдәге һөнәрҙәргә эйә була: таш, ағас һәм металдарҙы эшкәртеү — туҡыма һәм буяуҙар етештерәләр, астрономия буйынса белемдәргә эйә булалар, теүәл календарь ҡулланалар һәм үҙенсәлекле яҙыу системаһын булдыралар.

Испан колонизацияһы

үҙгәртергә

XV быуатта Христофор Колумб Американы асҡандан һуң Үҙәк Американы колонизациялау башлана. 1510 йылда Васко Нуньес-де-Бальбоа Панама колонияһына нигеҙ һала һәм уның губернаторы була. 1519—1521 йылдарҙа испандар ацтектар империяһын емерә һәм 300 йыл дауамына төбәктә үҙҙәренең хакимлығын урынлаштыра.1524 йылда испандар территорияларҙы яулап алыуын дауам итә, улар Испанияға провинциялар рәүешендә ҡушыла: Кьяпас, Гватемала, Гондурас, Никарагуа, һәм 1542 йылда әлеге провинциялар Гватемала король аудиенсияһына әүерелә.

Шуға ҡарамаҫтан, XVI быуат аҙағынан төбәккә башҡа Европа державаларының үтеп инеүе башлана. XVII быуат дауамында инглиз, голланд һәм француздар Кариб утрауҙары, Үҙәк һәм Көньяҡ Америка территорияларын яулап ала. Кариб диңгеҙенең көнсығыш ярын Бөйөк Британия үҙ контроле аҫтына ала. Конкуренттарға ҡаршы тороу өсөн Испания Гватемала король аудиенсияһына өҫтәмә вәкәләттәр, шулай уҡ генерал-капитан титулын һәм хакимиәт һәм хәрби эштәр мәсьәләләрендә үҙаллылыҡ бирә..Гватемала генерал-капитанлығы составына Мексиканың Чиапас штатының һәм хәҙерге Гватемала, Сальвадор, Гондурас, Никарагуа һәм Коста-Рика штаттарының буласаҡ территориялары инә.

Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы

үҙгәртергә

1811 йылда Европала Пиренея һуғыштары ваҡытында Сальвадорҙа бойондороҡһоҙлоҡ талап иткән беренсе ихтилал була. Өс йылдан һуң, Фердинанд VII власы тергеҙелгәндән һуң, ихтилал ҡабатлана. Ике осраҡта ла протест акциялары еңел генә баҫтырыла һәм сәйәси талаптар испан донъяһының дөйөм сәйәси реформаһы барышында үтәлә һәм әлеге конституцияны ҡабул итеүгә килтерә.1810 йылдан 1814 йылға тиклем генерал-капитанлыҡтан Кадис кортестарға өҫтәмә рәүештә ете вәкил һайлана, бынан тыш провинцияларҙың мәнфәғәттәрен урындағы депутаттар ҙа еткерә[4].

1821 йылда Үҙәк Америка креолдары конгресы 1821 йылдың 15 сентябренән Испаниянан бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә. Үҙәк Американың күп кенә халыҡтары өсөн был көн бойондороҡһоҙлоҡ көнө һанала. Испания капитаны генерал Габино Гайнца баш күтәреүселәргә ҡарата симпатия белдерә һәм яңы хөкүмәт ойошторолғанға тиклем территорияның ваҡытлыса башлығы булып ҡалырға ҡарар итә. Бойондороҡһоҙлоҡ оҙаҡҡа һуҙылмай: 1822 йылдың 5 ғинуарында Гватемала Мексика империяһы тарафынан аннексиялана. Аннексия Гватемала консерваторҙары тарафынан хуплана, либералдар яғынан оппозиция баҫтырыла. 1823 йылда беренсе империя ғәмәлдән сығарыла, Үҙәк Американың аннексияланған территорияларына уларҙың киләсәген һайлау хоҡуғы бирелә.

1821 йылда Панама Испаниянан бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә һәм Симон Боливарҙың Бөйөк Колумбия составына инә. 1903 йылда АҠШ ярҙамы менән Колумбиянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Үҙәк Америка Ҡушма Провинциялары

үҙгәртергә
 
Үҙәк Америка Ҡушма Провинциялары гербы

1823 йылдың 1 июлендә Үҙәк Америка Конгресы Испаниянан, Мексиканан йәки башҡа сит ил державаларынан абсолют бойондороҡһоҙлоҡ тураһында декларация ҡабул итә. Республика идара итеү формаһы булған яңы бойондороҡһоҙ дәүләт — Үҙәк Американың Гватемала, Сальвадор, Гондурас, Никарагуа, Коста-Риканан торған берләшкән провинциялары барлыҡҡа килә. Чьяпас был формированиеға ҡушылып өлгөрмәй һәм Мексика ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. 1830 йылда Лос-Альтос штат составына инә, һуңыраҡ Мексика һәм хәҙерге Гватемала араһында бүленә. Берләшкән провинциялар 1840 йылға тиклем ғәмәлдә булалар һәм артабан граждандар һуғышы һөҙөмтәһендә бойондороҡһоҙ дәүләттәргә тарҡалалар.

 
Үҙәк Америка картаһы (1892)

Берләшеүгә ынтылыш

үҙгәртергә

XIX һәм ХХ быуат башында Үҙәк Америка халыҡтары бер-береһенә ҡушылырға маташа, әммә һөҙөмтәһеҙ:

  • 1842 йылда Үҙәк Америка Конфедерацияһы ойошторола, уның составына Сальвадор, Гватемала, Гондурас һәм Никарагуа инә, 1844 йылға тиклем ғәмәлдә була.
  • 1852 йылдың октябренән ноябренә тиклем Сальвадор, Гондурас һәм Никарагуа Үҙәк Америка Федерацияһы составына инә.
  • 1880-се йылдарҙа Гватемала президенты Юсто Руфино Барриос Ахуйон берҙәм дәүләтте ҡорал көсө менән тергеҙеү буйынса эш алып бара, әммә үлтерелә.
  • 1896 йылдан 1898 йылға тиклем Гондурас, Никарагуа һәм Сальвадор Үҙәк Американың Бөйөк Республикаһын булдырыу өсөн берләшә.
  • 1921 йылдың июненән 1922 йылдың ғинуарына тиклем Сальвадор, Гватемала, Гондурас, Коста-Рика Үҙәк Американың яңы Федерацияһын ойоштора.

Уңышһыҙ ынтылыштарға ҡарамаҫтан, Үҙәк Америкала сәйәси берлек булдырыу идеяһы йәшәүен дауам итә. Атап әйткәндә, 1856—1857 йылдарҙа төбәк илдәре Уильям Уокерҙың баҫып инеүенә ҡаршы тороу өсөн хәрби союз төҙөй.

Британ Гондурасы

үҙгәртергә

Испания биләмәләренән айырым Британ Гондурастарының тарихы үҫешә. Үҙәк Американың көнсығыш ярындағы Гватемала һәм Мексика сигендәге әлеге территория 1638 йылда инглиздар тарафынан колонизациялана. Испанияның колонияны юҡ итергә тырышыуы уңышһыҙ булғандан һуң, Бөйөк Британия уны үҙенә буйһондора һәм 1862 йылда тажлы колонияға әйләндерә.

ХХ быуатта Үҙәк Америка илдәрен берләштерергә маташыу дауам итә. 1907 йылда АҠШ һәм Мексика аралашсылығы менән Үҙәк Америка суды ойошторола, ул 10 йылдан ашыу эшләп килә. Икенсе донъя һуғышынан һуң Коста-Рика, Сальвадор, Гватемала, Гондурас, Никарагуа Үҙәк Америка дәүләттәре ойошмаһын ойоштора (исп. Organización de Estados Centroamericanos, ODECA), уның сиктәрендә Үҙәк Американың дөйөм суды тергеҙелә. 1960 йылда Сальвадор, Гватемала, Гондурас, Никарагуа Үҙәк Америка дөйөм баҙарын (ингл. Central American Common Market, CACM) булдыра, уға 1963 йылда Коста-Рика, һуңынан Панама ҡушыла. Сальвадор һәм Гондурас араһындағы футбол һуғышы сәйәси һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе артабан нығытыуға ҡамасаулай. Дөйөм баҙар эшмәкәрлеге 1991 йылда тергеҙелә.

Британ Гондурасы 1964 йылдан эске үҙидаралыҡ менән файҙалана. Бөйөк Британияның һуңғы континенталь биләмәһе була һәм 1981 йылда бойондороҡһоҙлоҡ ала.

1991 йылда Үҙәк Америка дәүләттәре парламентын булдыра. Был кәңәшмәгә Гондурас, Сальвадор, Никарагуа һәм Гватемала, шулай уҡ Панама һәм Доминика Республикаһы вәкилдәрен ебәрә. Коста-Рика, күп тапҡыр саҡырыуҙарға ҡарамаҫтан, Парламентта ҡатнашыуҙан баш тарта. 2007 йылда Гондурас, Сальвадор, Никарагуа һәм Гватемала үҙ сиктәрен асырға ҡарар итә: был илдәр граждандары шәхес таныҡлығы ярҙамында илдән-илгә ирекле күсеп йөрөй ала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Phillip M. White. American Indian chronology: chronologies of the American mosaic. — Greenwood Publishing Group, 2006. — С. 1. — ISBN 978-0-313-33820-5.
  2. Wells, Spencer; Read, Mark. The Journey of Man - A Genetic Odyssey. — Random House, 2002. — С. 138—140. — ISBN 0-8129-7146-9.
  3. Цивилизации Центральной Америки. Дата обращения: 26 сентябрь 2014. Архивировано 11 август 2014 года.
  4. Marie Laure Rieu-Millan. Los diputados americanos en las Cortes de Cádiz: Igualdad o independencia. — Madrid: Consejo Superior de Investigaciones Científicas, 1990. — ISBN 978-84-00-07091-5.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә