Керҙәштәр

(Керҙәш битенән йүнәлтелде)

Керҙәштәр — (синонимдары: ебәрелмеш, килмешәк, әтәмбәй) башҡорт йәмғиәтенең социаль структураһында башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен керҙәшлеккә алыу нигеҙендә формалашҡан халыҡ категорияһы.

Теге йәки был ҡылыҡтары, шул иҫәптән башҡорт ихтилалдарында (17—18 быуаттарҙа) ҡатнашҡаны, өсөн үҙ общинаһынан ҡыҫырыҡлап сығарылған һәм ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан башҡорттар керҙәш булып киткән; улар үҙ улусында йәки башҡа улуста билдәле бер шарттарҙа төпләнә алған.
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һәм төбәктекиң колонизациялау, күскенселек хәрәкәте башланғандан һуң керҙәшлек күпселек өлөшөн үҙәк өйәҙҙәрҙән һәм Волга буйынан күсеп килгән татарҙар, сыуаштар, мордвалар, мишәрҙәр, мариҙар, удмурттар, һирәкләп урыҫтар һ.б. тәшкил итә. Керҙәшлектәр араһында казактар, сауҙагәрҙәр, хеҙмәтле кешеләр, яһаҡлы крәҫтиәндәр һ.б. ҡатлам кешеләре лә булған.

Керҙәшлеккә кереү шарттары

үҙгәртергә

Керҙәшлек аҫаба башҡорттар менән яҙма килешеү (ерҙән файҙаланыу шарттары тураһында керҙәшлек яҙмалары) төҙөп, уларҙы өйәҙ һәм губерна учреждениеларында теркәгән. Телдән килешеү осраҡтары ла булған . Керҙәштәр иҫәбенән типтәрҙәр ҡатламы барлыҡҡа килгән. Аҫаба башҡорттар менән керҙәштәр араһында ер мөнәсәбәттәре дөйөм Рәсәй закондары тарафынан көйләнгән.

Керҙәштәр нисбәте

үҙгәртергә

Башҡорт дайсалары эсендә аҫаба башҡорттар, керҙәштәр һәм халыҡтың башҡа категориялары араһында биләмә сиктәрен билдәләү Махсус ыҙанлау ваҡытында үткәрелгән, ә ерҙе бүлеү 1898 йылдың 20 апрелдендә сыҡҡан “Башҡорт дайсаларын ыҙанлау тураһында положение”ға ярашлы атҡарылған. 8‑се ревизия (1834) мәғлүмәттәре б‑са, Башҡортостанда 95,7 мең керҙәш һәм 107,2 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән; Бөгөлмә өйәҙендә, Бөрө өйәҙендә, Бәләбәй өйәҙендә керҙәштәр күпселекте тәшкил итһә, Минзәлә өйәҙендә, Өфө өйәҙендә һәм Троицк өйәҙендә аҫаба башҡорттар менән керҙәштәр һаны бер тигеҙ булған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә