Үтәбай (исем)
Үтәбай — башҡорт ир-ат исеме.
Үтәбай |
Этимологияһы
үҙгәртергәҮтәбай (баш.) — үтә яҡшы, иң яҡшы, тиңдәше булмаған мәғәнәһендә. Көтөп, теләп, һорап алған бала тигәнде аңлата[1].
Фамилияла
үҙгәртергәҮтәбай-Кәрими Рауил Алексей улы, Үтәбаев Рауил Алексей улы (30 август 1933 йыл — 4 март 2005 йыл) — уҡытыусы, ислам белгесе, шәрҡиәтсе, тәржемәсе. 1988—1992 йылдарҙа Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.
Үтәбаева Маһинур Мөхлис ҡыҙы (17 ноябрь 1930 йыл — 13 июнь 2013 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. 2001—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәй Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһының почетлы ағзаһы.
Үтәбаев Әхмәр Ғүмәр улы (29 ғинуар 1960 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист. Башҡортостан Яҙыусылар союзы (1992), Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары (2006) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2007).
Үтәбаев Мөхлис Суфиян улы (5 февраль 1888 йыл — 28 декабрь 1970 йыл) — ислам дине әһеле. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
Яйыҡбай Үтәбаев (1790 йыл—?) — хәрби эшмәкәр. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Асҡар ауылында йәшәгән. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Үтәбаева Фәйрүзә Юныс ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Ауылдар
үҙгәртергәҮтәбай (рус. Утябаева) — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ауыл. Аяҙғол ауыл биләмәһе составына инә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |