Ҡәҙерғәлиев Леонид Иванович

Леонид Иванович Ҡәҙерғәлиев (ысын исеме — Хикмәтулла Хисмәт улы Ҡәҙерғәлиев[1][2]; 6 ноябрь 1925 йыл — 12 июль 1985 йыл) — өлкән сержант, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Советтар Союзы Геройы (1944).

Ҡәҙерғәлиев Леонид Иванович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 6 ноябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Ҡоншаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 12 июль 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (59 йәш)
Вафат булған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Силәбе
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы үҙгәртергә

Хикмәтулла Хисмәт улы Ҡаҙырғәлиев 1925 йылдың 6 ноябрендә Нәҙер ауылында (хәҙер — Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы) тыуа. Тулы булмаған урта белем ала, һуңынан Силәбе үлсәү ремонт заводында токарь булып эшләй. 1943 йылдың ғинуарында Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1944 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында, 2-се Украина фронтының 2-се танк армияһы, 16-сы танк корпусының 107-се танк бригадаһының автоматсыларҙың моторлаштырылған батальоны отделениеһы командиры була[3].

1944 йылдың 6 мартында Ҡәҙерғәлиевтың отделениеһы Маньковск районының Буки ауылы эргәһендә Горный Тикич йылғаһын уңышлы аша сығып, дошманды биләгән траншеяларынан ҡыуып сығара. Ҡәҙерғәлиев шәхсән үҙе алышта немец пулемет расчетын юҡ итә. Сигенеүсе дошманды эҙәрлекләп, неемцтарҙың полк байрағы булған автомашинаһын ҡыйрата[3].

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 13 сентябрендәге указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне, ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» кесе сержант Леонид Ҡәҙерғәлиевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 5104)[3].

Һуғыш тамамланғандан һуң Ҡәҙерғәлиев өлкән сержант дәрәжәһендә демобилизациялана. Силәбе ҡалаһында йәшәй, «Силәбе-Сортировочная» станцияһының вагон депоһында слесарь булып эшләй. 1985 йылдың 12 июлендә вафат була, Силәбе ҡалаһының Градский зыяратында ерләнгән[3].

Шулай уҡ 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнә[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. омсомольцы в боях за Советскую Украину
  2. годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. / авт.-сост. В. Н. Немятый и др. — К
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 в: М Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «wh» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Герои-освободители Черкасщины. — Днепропетровск: Промінь, 1980.
  • Шёл парнишке в ту пору…: герои-комсомольцы в боях за Советскую Украину в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. / авт.-сост. В. Н. Немятый и др. — Киев: Молодь, 1985. — 367 с.
  • Ҡәҙерғәлиев Леонид Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.