Балаклея (укр. Балаклія) — Украинаның Харьков өлкәһендәге ҡала. Изюм районына инә.

Балаклея
укр. Балаклія
Герб
Нигеҙләү датаһы 1663
Рәсем
Рәсми атамаһы Балаклія
Ҡыҫҡаса атамаһы Балаклея
Дәүләт  Украина
Административ үҙәге Балаклейский район[d], Балаклейская волость[d], Балаклейский городской совет[d], Балаклейская городская община[d] һәм Харьков өлкәһе
Административ-территориаль берәмек Балаклейская городская община[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 28 868 кеше (2017)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 79 ± 0 метр
Майҙан 162,68 км²
Почта индексы 64200
Рәсми сайт balakleyamer.gov.ua
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1571
Номер тамғаһы коды AX
Карта
 Балаклея Викимилектә

1923 йылдың мартынан 2020 йылдың июленә тиклем ҡала Харьков өлкәһендә иң ҙуры булған һәм хәҙерге көндә бөтөрөлгән Балаклея районының административ үҙәге булған.

Исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

Ҡала үҙ исемен Балаклейка йылғаһынан алған (астионимдың гидронимик версияһы), был төрки телдә «балыҡлы йылға» тигәнде аңлата[1] .

XVI быуаттың беренсе яртыһында Ҡырым татарҙарынан һаҡланыу өсөн, Мәскәү дәүләтенең көньяҡ сигендә ҡарауыл постары һәм оборона линиялары төҙөлгән. 1571 йылда, тарихи сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр, Балаклея Рәсәйҙең татарҙарға ҡаршы торған өсөнсө заставаһы булараҡ телгә алына; 1617 йылда Балаклея ерҙәре тураһында беренсе яҙма "Белгород ҡалаһы буйынса яҙма китап"та осрай.

Хәҙерге торлаҡ пунктының тарихы 1663 йылда башлана[2][3][4][5][6]. Атаман Яков Черниговец элекке Балаклея татар биҫтәһен нығытылған торлаҡ пунктҡа әйләндерә һәм шулай уҡ нығытмалар төҙөтә.1670 йылда Балаклея слобода казак полкы барлыҡҡа килә[4], ләкин 1677 йылда ул Харьков полкының бер өлөшө булып китә.

1938 йылда Балаклеяға ҡала статусы бирелә[4][6] ; унда 27000 кеше йәшәй, ҡалала 2500 торлаҡ йорт була.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1941 йылдың 10 декабрендә, 44-се Германия пехота дивизияһы частары район үҙәген яулап ала[7] . Балаклея 1943 йылдың 5 февралендә Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 6-сы армияһы Николай Ватутин етәкселегендә азат ителә. Балаклеяла йәшәгән 500 кешегә немец баҫып алыусыларына ҡаршы көрәш өсөн дәүләт бүләктәре бирелә.

Географияһы

үҙгәртергә

Балаклея ҡалаһы Харьковтан 84 км йыраҡлыҡта, Северский Донец йылғаһының һул ярында, Балаклейка йылғаһы Крайняя Балаклейка, Средняя Балаклейка һәм Волосская Балаклейка йылғалары менән ҡушылып, Северский Донец йылғаһына ҡойған урында урынлашҡан. Ҡаланы урмандар (ҡатнаш урмандар) уратып алған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Реки и водоемы Харьковщины.(недоступная ссылка)
  2. Балаклея // Большая Советская Энциклопедия. / редколл., гл. ред. Б. А. Введенский. 2-е изд. том 4. М., Государственное научное издательство «Большая Советская энциклопедия», 1950. стр.103
  3. Балаклея // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 2. М., «Советская энциклопедия», 1970. стр. 556
  4. 4,0 4,1 4,2 Балаклея // Украинская Советская Энциклопедия. том 1. Киев, «Украинская Советская энциклопедия», 1978. стр. 339
  5. Ново-Серпухов // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. 6,0 6,1 Балаклея // Советский энциклопедический словарь. редколл., гл. ред. А. М. Прохоров. 4-е изд. М., «Советская энциклопедия», 1986. стр. 103
  7. Советские партизаны: из истории партизанского движения в годы Великой Отечественной войны / ред.-сост. В. Е. Быстров, ред. З. Н. Политов. М., Госполитиздат, 1961. стр.481
  • ред. Сероштан Н. А., Кумака А. М., Слюсарский А. Г. и др. Балаклейский район. Балаклея // Харьковская область / Тронько П. Т.. — 2-е. — Киев: Главная редакция УСЭ, 1976. — С. 134—144. — 724 с. — (История городов и сёл УССР в 26 томах). — 15 000 экз.
    • Багалій Д. І. Історія Слобідської України. — Харьков: Союз, 1918. — 308 с.
      • Багалій Д. І. Історія Слобідської України. — 2 вид. — Харьков: Основа, 1990. — 256 с.
      • Багалій Д. І. Історія Слобідської України / Передмова, коментар В. В. Кравченка. — 3 вид. — Харьков: Дельта, 1993. — 256 с.
    • Слюсарський А. Г. Слобідська Україна: Істор. нарис XVII—XVIII ст. — Харьков, 1954.
    • Янко М. Т. Топонімічний словник України: Словник-довідник (Топонимический словарь Украины). — Киев: Знання, 1998. — 430 с. — ISBN 5-7707-9443-7.