Ҡошҡар-ата
Ҡошҡар-ата (ҡаҙ. Қошқар Ата, үзб. Qo`chqor-Ota / Қўчқор-Ота, ҡырғ. Кочкор-Ата; XII быуат, Мәүәрәннәһер) — суфый, Әхмәт Хужа Йәсәүиҙең уҡыусыһы. Хәҙерге Ҡаҙағстанда һәм Урта Азияның башҡа илдәрендә уның хөрмәтенә бер нисә объект аталған.
Ҡошҡар-ата | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | II мең йыллыҡ |
Биографияһы
үҙгәртергәҠошҡар-ата тормошо тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ һаҡланған. Билдәле булыуынса, ул төркмән ҡәбиләләренән сыҡҡан. Әхмәт Хужа Йәсәүи буласаҡ суфыйҙың уҡытыусыһы була[1].
Ҡошҡар-ата аҡыл эйәһе һәм Ҡөрьән һәм хәҙистәр белгесе тип һаналған. Риүәйәттәр буйынса, бының өсөн судья — ҡаҙый итеп һайлана, һәм был вазифала ябай халыҡ өсөн сығыш яһауҙан ҡурҡмаған ғәҙел судья булараҡ дан ҡаҙана[2]. Халыҡта Ҡошҡар-ата изге булараҡ хөрмәт ителә[3]. Легендалар уны мөғжизәле һәләттәргә эйә тип тасуирлай. Атап әйткәндә, суфый хайуандар телен аңлаған тип раҫлана, Моғайын, уның ҡушаматы ошоға бәйле (төрки телдәрҙә «кошкар» һүҙе һарыҡты аңлата)[4].
Ҡошкар-атаның уҡыусылары араһында суфыйҙың вариҫы тип һаналған һәм шулай уҡ изге тип арҙаҡланған Хәлифә билдәлелек ала. Легенда буйынса Хәлифә Калипан некрополена нигеҙ һала[5]. Әммә хәҙерге тикшеренеүселәр фекеренсә, Калипанға X быуатта уҡ нигеҙ һалынған[6].
Бер фараз буйынса, Ҡошкар-ата Чимкентта вафат була (хәҙерге Шымкент) һәм ҡала буйлап аҡҡан йылғаның инеше янында ерләнә, хәҙер ул Ҡошкарата исемен йөрөтә[2]. Икенсе фараз буйынса, суфый карауан менән Устюрт яйлаһы буйлап сәйәхәт иткәндә эҫелектән һәләк була. Шул уҡ ваҡытта ул вафат булған ваҡытта оло йәшкә етеп өлгөрмәй, сөнки легендала улының үлгән урынына әсәһенең килеүе тураһында бәйән ителә[4].
Ҡошҡар-ата культының барлыҡҡа килеү сығанаҡтары
үҙгәртергәҠошҡар-ата культы Үҙәк Азияла исламға тиклемге осорҙа йәшәгән боронғо һарыҡ культын үҙ эсенә алған тип фараз ителә. Һарыҡ Фарна — ут менән бәйле боронғо иран илаһы символы тип һаналған. Согдиана аша һарыҡ культы Урта Азия төбәгенә таралған, унда уның ҡалдыҡтары ислам ҡабул ителгәндән һуң ярайһы уҡ оҙаҡ һаҡлана. Мәҫәлән, Фирғәнә үҙәнендә һәм хәҙерге Үзбәкстандың башҡа ҡайһы бер төбәктәрендә, Кучкор-мозор йәки хатта Кучкор-Ота тип аталған, Ҡорбан байрамында традицион һарыҡтарҙы ҡорбан итеү урындары булған[7].
Хәтер
үҙгәртергәҠошҡар-ата иҫтәлегенә өс мавзолей төҙөлә. Уларҙың береһе хәҙерге Шымкент территорияһында урынлашҡан[2].. Икенсеһе Төркөстан өлкәһенең Ҡаҙығорт районы Турбаты ауылында Исмәғил-ата архитектура комплексы составына инә[8]. Өсөнсөһө һуңынан шулай уҡ Ҡошҡар-Ата исеме алған некрополь составына инә[4]. Некрополь Маңғыстау өлкәһенең Тупҡараған районы Аҡшукур ауылынан алыҫ түгел урынлашҡан[5].
Хәҙерге Ҡаҙағстанда бер нисә географик объект суфый хөрмәтенә Ҡошҡарата исеме йөрөтә. Бынан тыш, Ҡырғыҙстанда Ҡошҡар-Ата ҡалаһы һәм Жалал-Абад өлкәһенең Ноокен районында Кочкор-Ата[ky] ауылы бар, шулай уҡ Ош өлкәһенең Өзгөн районында Кочкор-Ата[ky] ауылы бар.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Задерецкая Н. Ю. Тупкараган – колыбель Мангистау. — Актау: Эко-Тур, 2010.
- Шониёзов К. Қанғ давлати ва қанғлилар. — Ташкент: Фан, 1990. (узб.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Калипан // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Саида Турсуметова. Легенды о происхождении реки Кошкарата в Шымкенте . Otyrar.KZ (28 май 2017). Дата обращения: 18 сентябрь 2019. Архивировано 26 сентябрь 2019 года.
- ↑ Гончаров А. Святой покровитель Шымкента . Южный Казахстан (11 июнь 2013). Дата обращения: 18 сентябрь 2019. Архивировано 22 август 2013 года.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Кошкар Ата. Мангистауская область. Реестр легенд . Национальная палата предпринимателей Республики Казахстан «Атамекен». Дата обращения: 18 сентябрь 2019. Архивировано 23 сентябрь 2019 года.
- ↑ 5,0 5,1 Кошкар-ата некрополь . silkadv.com. Дата обращения: 18 сентябрь 2019. Архивировано 23 сентябрь 2019 года.
- ↑ О внесении изменения в постановление акимата Мангистауской области от 28 июля 2010 года № 279 «Об утверждении Государственного списка памятников истории и культуры местного значения». Постановление акимата Мангистауской области от 5 января 2018 года № 3. Зарегистрировано Департаментом юстиции Мангистауской области 30 января 2018 года № 3528 . Tengrinews.kz. Дата обращения: 17 сентябрь 2019. Архивировано 23 сентябрь 2019 года.
- ↑ Шониёзов К. Қанғ давлати ва қанғлилар. — Ташкент: Фан, 1990.Ҡалып:Ref-uz
- ↑ Архитектурный комплекс Исмаил-ата . Проект «Рухани Жаңғыру». Дата обращения: 18 сентябрь 2019. Архивировано 6 август 2020 года. 2020 йыл 6 август архивланған.