Ҡолоҡас
Ҡолоҡас (рус. Кулукасово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 77 кеше[1]. Почта индексы — 453620, ОКАТО коды — 80201810004.
Ауыл | |
Ҡолоҡас Ҡолоҡас | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[2] | 2009[2] | 2010[3] |
86 | ↘79 | ↘77 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар 97 % тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 77 | 39 | 38 | 50,6 | 49,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәЯрлыҡап халҡының Ҡолоҡас (Ҡолҡан ауылы) исемле утары булған. 66 кеше йәшәгән 13 йорттан торған. 1812 йылда, 12 ғаилә күсеп килгәс, утар үҙенең ауыл башлығы, сотнигы булған ауылға әйләнә. Тәүге төпләнеүсенең исеме асыҡ түгел, әммә уның улдары Ишдәүләт һәм Ҡушдәүләттең исемдәре билдәле. 1834 йылда уға 70 йәштән өлкән була.
Х ревизия мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 39 йортта 240 кеше йәшәгән. 1920 йылда был исем аҫтында ике ауыл күрһәтелгән, әммә халыҡ һаны күрһәтелмәгән. 1926 йылда беренсеһендә 23 хужалыҡ, икенсеһе — 4 хужалыҡ була.
Рәсәй яҙмышын Наполеонды илдән ҡыуып сығарыуҙа һәм үҙ баш ҡалаһында уның ғәскәрҙәрен ҡыйратыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән Ишдәүләт Тайсынов, Шәмиғол Илдәүләтов, Һөйәрғол Йомағолов бүлешкән.
Хәтмулла Ҡасҡынов, Ҡотлобай Дауытбаев, Ишҡужа Ҡалҡаманов, Ишморат Алламоратов рус-төрөк һуғышы йылдарында империяның көнбайыш сиктәрен һаҡлаған.
Малсылыҡ — төп, әммә халыҡтың берҙән-бер шөғөлө булмай. 44 йорттоң 40-ы йәйләүгә сыҡҡан. Яйыҡбай, Һарысай, Яманйылға, Ирағайлы йылғалары буйлап күсеп йөрөйҙәр. Бөтә халыҡтың 180 аты, 120 һыйыры, 30 һарығы, 5 кәзәһе була. Бөтә ауылға 19 дисәтинә һөрөнтө ер тура килә. XIX быуаттың 40-сы йылдары башында 56 бот ужым һәм 184 бот яҙғы иген сәселгән. Ул саҡта 16-сы йорттоң ошо ауылы эргәһендә генә Оло Ҡыҙыл йылғаһында ике тирмән булған[6].
Матбуғатта
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 36. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Ҡолоҡас Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |