Ҡаҙылма яғыулыҡ — нефть, таш күмер, янар һәүерташтар, тәбиғи газ һәм уның гидраты, ер аҫтынан йә асыҡ ысул[2] менән миллион йылдар дауамында[3] анаэроб шарттарҙа йылылыҡ һәм ер ҡабығының баҫымы тәьҫире аҫтында тарҡалыу процесында табылған торф һәм башҡа янар минералдар һәм каустобиолит төркөмгә ҡараған матдәләр. Күмер һәм торф — хайуан һәм үҫемлек ҡалдыҡтары тупланыуы һәм тарҡалыуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Ҡаҙылма яғыулыҡ төрҙәре миллионлаған йыл тупланғанлыҡтан, улар яңынан тергеҙелмәй торған тәбиғи ресурс булып тора. АҠШ-тың Энергетик мәғлүмәт идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, энергетиктар АҠШ мәғлүмәттәре буйынса идаралығы (Energy Information Administration), 2007 йылда энергияның беренсел сығанағы сифатында: нефть — 36,0 %, күмер — 27,4%-ы, тәбиғи газ — 23,0 % файҙаланыла, дөйөм алғанда донъяла ҡулланылған беренсел энергияның барлыҡ сығанаҡтарынан (ҡаҙылма һәм ҡаҙылма булмаған байлыҡтары) ҡаҙылма яғыулыҡ 86,4 % өлөшөн тәшкил итә. Әйтергә кәрәк, ҡаҙылма булмаған энергия сығанаҡтарына: гидроэлектростанциялар — 6,3 %, ядро — 8,5 %, һәм башҡалары (геотермаль, ҡояш, һыу ҡалҡыу приливный, ел энергияһы, ағас һәм ҡалдыҡтар яндырыу) күләме 0,9 %[4] индерелә.

Ҡаҙылма яғыулыҡ
Рәсем
Алмаштырылған зелёная энергия[d] һәм Тулыланыусы энергия
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән органическая материя[d]
Ҡайҙа өйрәнелә геология полезных ископаемых[d]
Һештег fossilfuels[1]
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
 Ҡаҙылма яғыулыҡ Викимилектә
Күмер сығара торған урын — карьер самосвалы
Күмер сығара торған урын — үҙйөрөшлө экскаватор эшләй

Ҡыҫҡаса характеристика

үҙгәртергә

Нефть — углеводородтарҙың ҡатмарлы ҡушымтаһынан һәм башҡа органик берләшмәләрҙән торған тәбиғи майлы янар шыйыҡса. Төҫө буйынса нефть ҡыҙыл-көрән төҫтә, ҡайһы берҙә ҡара төҫтә, ҡайһы берҙә һары-йәшел төҫкә буялған һәм хатта төҫһөҙ нефть тә осрай; үҙенсәлекле еҫе бар, Ерҙең ултырма тоҡомдарында таралған. Нефть йәки ғәрәп телендә әйтелгәнсә, ер майы,, кешелеккә боронғо замандарҙан бирле билдәле. Әммә хәҙерге заманда нефть кешелек өсөн иң файҙалы ҡаҙылма байлыҡ булып тора.

 
Ҡаҙылма күмер

Күмер — ерҙең кислород инмәгән ҡуйынында ятҡан боронғо үҫемлек ҡалдыҡтарынан барлыҡҡа килгән ҡаҙылма яғыулыҡ төрө. Углеродтың халыҡ-ара исеме лат. carbō («күмер») һүҙенән килеп сыҡҡан. Кеше файҙаланған иң беренсе ҡаҙылма яғыулыҡ күмер булған. Ул сәнәғәт революцияһы яһау мөмкинлеге биргән, был, үҙ сиратында, хәҙерге заман технологияһы менән тәьмин ителгән күмер сәнәғәте үҫешенә булышлыҡ итә. Күмер, нефть һәм газ кеүек үк, биология һәм геология процестары тәьҫирендә яйлап тарҡалыуға дусар булған органик матдә. Күмер барлыҡҡа килеүенең нигеҙе — үҫемлек ҡалдыҡтары. Углеродтың әүерелеүе һәм сағыштырма һаны дәрәжәһе менән бәйле, күмерҙең дүрт тибын айыралар:

  • һоро күмер (лигнит);
  • таш күмер;
  • антрацит;
  • графит.

Көнбайыш илдәрҙә башҡа төрлө классификация бар — шуға ярашлы рәүештә лигнит, суббитуминоз күмер, битуминоз күмер, антрацит һәм графит.

Янар һәүерташтар

үҙгәртергә

Янар һәүерташтар — ҡоро ҡыуыу барышында байтаҡ ыҫмала (составы буйынса нефткә яҡын) биргән каустобиолит төркөмөнән булған файҙалы ҡаҙылма. Һәүерташтар бынан 450 миллион йыл элек диңгеҙ төбөндәге үҫемлектәр һәм хайуандар ҡалдыҡтарынан барлыҡҡа килгән 450 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән. Янар һәүерташтар өҫтөнлөклө минераль (кальциттар, доломит, гидрослюдалар, монтмориллонит, каолинит, ялан шпаттары, кварц, пирит һәм башҡалар) һәм органик өлөштәрҙән (кероген) тора. Һуңғыһы тоҡомдоң 10-30 % тәшкил итә һәм тик һәүерташтарҙа ғына иң ҙур сифатҡа — 50-70 % өлгәшә. Органик өлөшө күҙәнәк төҙөлөшөн һаҡлаған (талломоальгинит) йәиһә уны юғалтҡан (коллоальгинит) ябай ылымыҡтарҙың био — һәм геохимик үҙгәртелгән матдәһе булып тора; органик өлөшөндә юғары үҫемлектәрҙең ҡушылма рәүешендә үҙгәргән ҡалдыҡтары (витринит, фюзенит, липоидинит) бар.

Тәбиғи газ

үҙгәртергә

Тәбиғи газ — органик матдәләрҙең ер ҡуйынында анаэроб тарҡалыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән газдар ҡатнашмаһы. Файҙалы ҡаҙылмаларға ҡарай. Ҡатлам пласт шарттарында (ер аҫтында ятҡан шарттарҙа) газ хәлендәге тәбиғи газ — айырым төрҙәрендә тупланған (газ ятҡылыҡтары) йәки нефть- газ ятҡылыҡтарындағы газ баштары күренешендә, йә нефть йәки һыуҙа ирегән хәлдә була. Стандарт шарттарҙа (101,325 Па-ға ҡарата һәм 20 °C) тәбиғи газ фәҡәт газ хәлендә генә була. Тәбиғи газ шулай уҡ тәбиғи газлы гидраттар хәлендәге кристалл рәүешендә булыуы мөмкин.

Газ гидраттары

үҙгәртергә

Газ гидраттары — һыуҙан һәм газдан билдәле бер термобар шарттарында барлыҡҡа килгән кристалл ҡушылмалар. «Клатраттар» (лат. clathratus — «ситлеккә ултыртыу») тигән атаманы 1948 йылда Пауэлл биргән. Газ гидраттары нестехиометрик берләшмәләргә, йәғни үҙгәреүсән составлы ҡушылмаларға ҡарай.

Һәүерташлы газ

үҙгәртергә

Һәүерташлы тәбиғи газ — янар һәүерташтарҙан алынған һәм башлыса метандан торған тәбиғи газ.

Торф — янар файҙалы ҡаҙылма; һаҙ шарттарында тулыһынса тарҡалмаған үҫемлек ҡалдыҡтары тупланмаһынан барлыҡҡа килгән. Составында 50-60 % углерод. Яныу йылылығы (максималь) — 24 мдж/кг. Комплекслы яғыулыҡ, ашламалар, йылы изоляциялаусы материал булараҡ файҙаланыла һәм башҡалар. Һаҙлыҡҡа тупраҡ өҫтөндә артабан торфҡа әйләнеүсе тулыһынса тарҡалып бөтмәгән органик матдә ҡатламы хас. Һаҙлыҡтарҙа торф ҡатламы 30 см-ҙан кәм булмаған (әгәр шунан аҙ, булһа, был һаҙлыҡланған ер була).

Килеп сығышы

үҙгәртергә

Ҡаҙылма төрө яғыулыҡ процентҡа юғары составында углерод инә һәм күмер ҡаҙылмаларын, нефть һәм тәбиғи газ[5]. Үҙ сиратында, нефть, газ, шулай уҡ ҡаҙылма күмер ҡасандыр бик боронғо заманда йәшәгән һәм ултырма тоҡомдар ҡатламы аҫтында күмелеп ҡалған организмдарҙың юғары температура, баҫым һәм анаэроб тарҡалыуы тәьҫирендә барлыҡҡа килгән. Ҡаҙылма яғыулыҡ төрөнә ҡарап, организмдар йәше, ҡағиҙә булараҡ, миллион йылдар тәшкил итә, ә ҡайһы берҙәре хатта 650 миллиондан ашып китә[6]. Хәҙер ҡулланылған нефть һәм газдың 80 % диңгеҙ төбөндәге ултырма тоҡомдар тупланмаһы ҡатламдарынан[7] мезозойҙа һәм өсөнсөл осорҙа 180 һәм 30 миллион йылдар араһындағы периодта барлыҡҡа килгән.

Нефттең, шулай уҡ газдың төп өлөштәре, органик ҡалдыҡтар тулыһынса әсемәгән саҡта формалашҡан, ә углерод, углеводород һәм уға оҡшаған компоненттар бик күп булмаған. Ултырма тоҡомдары был матдәләрҙең ҡалдыҡтарын ҡаплаған. Температура һәм баҫым артҡан һәм шыйыҡ углеводород ҡаялар бушлығында тупланған.

Нефть һәм тәбиғи газдың килеп сығышына ҡарата нефттең ҡайһы бер аномаль ятҡылыҡтарын аңлатырға тырышҡан альтернатив гипотеза бар.

Нефть сығарыу

үҙгәртергә
 
Мексика ҡултығындағы нефть платформаһы

Нефть табыу — нефть сәнәғәтенең ярым тармағы, тәбиғи файҙалы ҡаҙылма — нефть табыу менән шөғөлләнеүсе иҡтисад тармағы. Евфрат яры буйында ҡаҙыныуҙар б. э. т. 6 000—4 000 йылдарҙа нефть кәсебе барлығын билдәләгән. Уны яғыулыҡ сифатында, ә нефть битумдарын — төҙөлөштә һәм юл эштәрендә ҡулланғандар. Нефть Боронғо Мысырҙа билдәле булған, уны мәрхүмдәрҙе бәлзәмләгәндә ҡулланғандар. Плутарх һәм Диоскорид Боронғо Грецияла яғыулыҡ булараҡ нефть ҡулланылыуын телгә алғандар. Яҡынса 2 000 йыл самаһы элек уның ятҡылыҡтары Сураханда, Баҡы (Әзербайжан) эргәһендә барлығы тураһында билдәле булған. Борис Годунов дәүерендә Ухта ҡалаһынан Мәскәүгә «яғыулыҡ һыу — густа» килтерелгән тигән хәбәр XVI быуатҡа ҡарай.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, XVIII быуаттан башлап, был нефть таҙартыу маҡсатында айырым тырыша, шуға ҡарамаҫтан, XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем ул тәбиғи рәүештә ҡулланыла. Әммә Рәсәйҙә ағалы-энеле Дубининдарҙың завод тәжрибәһе (1823 йыл) иҫбатлағандан һуң ғына нефткә етди иғтибар йәлеп ителә, ә Америкала — химик Б. Силлиман (1855 йыл), был заманда киң таралыу алған фотогенға оҡшатып, таш күмерҙең ҡайһы бер төрҙәренән һәм янар һәүерташтарҙан айырып кәрәсин — яҡтыртыу майы алып була, тип иҫбатлай. XIX быуат уртаһында ҡоҙоҡ (шахталар) урынына төҙөлгән быраулау скважиналары булышлығы менән нефть сығарыу ысулы ярҙам иткән. Тәүге (разведкалы) нефть скважинаһы 1847 йылда Апшерон ярымутрауында, эксплуатацияланыусы беренсе скважина Кубандәге Кудако йылғаһы буйында 1864 йылда бырауланған. АҠШ-та беренсе скважина 1859 йылда бырауланған[8]. Нефть ятҡылыҡтарын эшкәрткәндә ҡатлам аҫтына (ҡатламда баҫымды тотоу маҡсатында), шул иҫәптән юл ыңғай нефть газ ҡушылмалары (һыу-газлы йоғонто яһау) йәки нефть сығарыуҙы арттырыу һәм нефть сығарыусы скважиналарҙың һыуланыуына ҡаршы торор өсөн сөсө һыу һурҙыралар. Ҡоро ерҙә нефть запасы аҙ ҡала барыуы менән бәйле, нефть сығарыу ярым тармаҡтары нефть сәнәғәте технологияһын камиллаштырыуға, континенталь шельф ятҡылыҡтарын нефть платформаһы ярҙамында сығарыуға алып килде.

Ҡаҙылма күмер сығарыу

үҙгәртергә

Элек-электән кешелек тәрән күмер шахталарын файҙаланған. Рәсәй Федерацияһы территорияһында 1200 метрҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ тәрәнлектәге күмер сығарыусы шахталар булған. Күмер сығарыу ҡатламдарында, күмер менән бер рәттән, ҡулланыу әһәмиәтенә эйә күп георесурс төрҙәр бар. Уларға төҙөлөш индустрияһы сеймалы, ер аҫты һыуҙары, күмер ҡатламдары метаны, һирәк осраусы һәм һибелеүсән элементтарҙы, шул иҫәптән ҡиммәтле металдар һәм уларҙың берләшмәләрен һыйҙырыусы тоҡомдар ҡарай. Таҙартыусы һәм ҡаҙып барыусы комбайндарҙың башҡарыусы органдарында һиптергестәрҙе ҡорал сифатында ҡулланыу айырым ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта юғары тиҙлектәге өҙлөкһөҙ, үҙгәрешле ағым һәм импульслы һиптереүсе күмер,тау тоҡомдарын емереү техникаһы һәм технологияны даими үҫеше күҙәтелә.


Хәҙерге заман газ генераторҙары (сублимация) ҡаты яғыулыҡты 60 мең м³/сәғәттән башлап 80 мең м³/сәғәткә саҡлы трансформациялау ҡеүәтенә эйә, һәм был күмерҙең ер аҫты газификацияһын ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Газификациялау техникаһы етештереүҙе (200 мең м³/сәғәткә) күтәреү йүнәлешендә һәм етештереү эшмәкәрлеге коэффициентын КПД (90 %-ҡа саҡлы) температураны һәм баҫымды күтәреү юлы менән был технологик процесты (+2 000 °C алып, шуға ярашлы 10 МПа) үҫтерә. Төрлө сәбәп менән иҡтисади отошло булмаған күмерҙе ер аҫтында газификациялау буйынса тәжрибәләр үткәрелгән.

Күмер сығарыу урыны — асыҡ ысул менән ҡаты ҡаҙылма байлыҡты эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән тау предприятиеһы.

Торф сығарыу

үҙгәртергә

Бөтә торф ятҡылыҡтары ер өҫтөндә ятҡанлыҡтан, торфты асыҡ ысул менән сығаралар. Торфты киҫеп табыу [9] — торф кирбестәрен иҫкесә ваҡ һөнәрселек ысулы, ҡул менән, киҫеп әҙерләү. Ҙур һәм тәрән булмаған торф ятҡылыҡтарында ҡулланылған. Ғәмәлдә торфты табыуҙың механизацияланған ысулдары менән тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарылған.Торф табыуҙың һәм ике төп схемаһы эшләнгән һәм ҡулланыла:

  • ер өҫтөнән сағыштырмаса йоҡа ҡатламдар менән алына
  • торф пласының бөтөн тәрәнлегенә тәрән ҡаҙылған карьерҙар менән.

Беренсе схема буйынса, торфтың өҫкө өлөшөн ҡырып алыу юлы менән, икенсе схемаға ярашлы — экскаватор (йәғни киҫәкләү) ысулы менән. Торфты табыу ысулына ярашлы, торфты ҡырҡылған (фрезерланған) һәм киҫәкле тип атайҙар.

Һәүерташ газын табыу

үҙгәртергә

Янар һәүерташлы газ бик аҙ миҡдарҙа булыуға ҡарамаҫтан (0,2—3,2 млрд м³/км²), шулай ҙа, күп майҙандарҙы асҡанлыҡтан, байтаҡ газ алырға мөмкин булған. Янар һәүерташлы газ табыу өсөн ҡыя йүнәлтелгән горизонталь быраулау (ингл. directional drilling), ҡатламды һыу менән ярҙырыу (ингл. hydraulic fracturing) һәм сейсмик моделләштереү ысулдары ҡулланыла. Шуға оҡшаған аналогик технология метан күмер ҡатламдарын табыуҙа файҙаланылған. Ҡатламды һыу менән ярҙырыу ысулы урынына пропан фрекинг ҡулланылыуы мөмкин[10].

Ҡулланыу темптары

үҙгәртергә

Күмер кеше ҡулланған иң тәүге ҡаҙылма яғыулыҡ төрө булған. Ул сәнәғәт революцияһына килтергән, һәм уны хәҙерге заман технологиялары менән тәьмин итеп, күмер сәнәғәтен үҫтереүгә килтергән.

XVIII быуатҡа сығарылған күмер күләме 4 000 % саҡлы артҡан, 1900 йылға йылына 700 миллион тонна күмер табылған, артабан нефттең сираты еткән. Нефть ҡулланыу яҡынса 150 йыл дауам иткән һәм өсөнсө меңйыллыҡ башында нефть пигы яҫы таулыҡ сусағына сыға. Хәҙерге заманда донъяла көнөнә 87 млн (американса нефть үлсәү берәмеге) баррелдән артыҡ йәки йылына яҡынса 5 млрд тонна табыла.

Запастарҙы эшкәртеп алыу (резервтар мөмкинлектәр)

үҙгәртергә
 
Яғыулыҡ төрҙәре буйынса ҡаҙылма яғыулыҡтың глобаль ташлантыһы, 1800—2007 йылдарИҫкәрмә: Углекислый газ массаһынан углерод 27 % тәшкил итә

.

Баҫылып сыҡҡан иҫәпләүҙәр буйынса күмер запасы баһаһы яҡынса 500 миллиард, ә Ер шарында сығарылған нефть яҡынса ике триллион баррель тәшкил итә. Хабберт теорияһына ярашлы, нефть тергеҙелмәй торған ресурсҡа ҡарағанлыҡтан, иртәме-һуңмы дөйөм донъя нефть табыу үҙенең пигына етәсәк (Нефть пигы термины, өлгәшелгәнме әллә өлгәшеләсәкме, бөтөн донъя максималь нефть етештереүҙе аңлата). АҠШ-та нефть табыу үҙенең максимумына 1971 йылда етте [3] 2005 йыл 11 сентябрь архивланған. (инг.), һәм шунан бирле кәмей бара. Энергетика буйынса халыҡ-ара агентлыҡ (IEA) «World Energy Outlook 2004» докладында, түбәндәгене билдәләне: «Ҡаҙылма яғыулыҡ хәҙерге ваҡытта донъя энергия ҡулланыуының күп өлөшөн тәьмин итә һәм күҙ күреме киләсәктә лә дауам итәсәк. Әлеге осорҙа запастар ҙур, ләкин улар мәңгелек түгел».

2005—2006 йылдарға иҫбат ителгән запастар:

  • Ҡаҙылма күмер: 905 млрд метрик тонна[11], йәки 4416 млрд (нефть күләмен американса үлсәү) баррель (нефть эквивалентына күсергәндә, 702,1 км3);
  • Нефть: 1119 млрд баррель (177,9 км3) 1317 млрд баррель (209,4 км3)[12];
  • Тәбиғи газ: 6,183—6,381 трлн кубик фут йәки 175—181 трлн кубик метр[12], йәки 1161 млрд баррель (нефть эквивалентына күсергәндә, 184,6 × 109 м3).

2006 йыл мәғлүмәте буйынса ҡаҙылма яғыулыҡ төрҙәрен табыу:

  • Ҡаҙылма күмер: 16,761 млн метрик тонна[13], йәки 52 млн баррель (8,3 млн м³) тәүлек нефть эквивалентына күсергәндә;
  • Нефть: тәүлеккә 84 млн баррель (тәүлегенә 13,4 млн м³)[14];
  • Тәбиғи газ: 104,435 трлн кубик фут йәки 2,963 трлн м³[15], йәки 19 млн баррель (3 млн м³) тәүлек нефть эквивалентына күсергәндә.

Ер йөҙөндә ҡалған иҫбатланған запас (ағымдағы темпта табыу йылдары) (2006):

  • Ҡаҙылма күмер: 148 йыл;
  • Нефть: 43 йыл;
  • Тәбиғи газ: 61 йыл.

Әһәмиәте

үҙгәртергә
 
Гренджмуттағы нефть химияһы заводы (Шотландия)

Ҡаҙылма яғыулыҡтың күп өлөшө электр энергияһы алыу, һыу һәм торлаҡ биналарын йылытыу өсөн яндырыла. Боронғо ваҡыттарҙан уҡ хужалыҡ эшендә кеше ҡаҙылма күмер, торф, янар һәүерташтар ҡулланған. Тәбиғи газ нефть табыуҙың өҫтәмә продукты тип һаналған, әммә хәҙерге көндә бик ҡиммәтле ҡаҙылма тәбиғи ресурс булып тора[16]. Бынан тыш, хәҙерге заманда ҡаҙылма яғыулыҡ мотор яғыулығы, майлау материалдары һәм органик синтез өсөн сеймал сифатында ҡулланыла.

Тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо

үҙгәртергә

CO 2 эмиссияһы

үҙгәртергә

Ҡаҙылма яҡыулыҡ төрҙәрен яндырыу углерод диоксиды ташлантыларын (CO 2) барлыҡҡа килтерә — атмосферала йөҙйыллыҡтар дауамында һаҡланған парник газы глобаль йылыныуға иң ҙур өлөш индерә лә инде. Климатик тикшеренеүҙәр ышаныслы итеп глобаль йылыныу дәүмәле һәм атмосферала йыйылған углерод диоксиды [17] углерод диоксиды а CO2 араһында һыҙыҡ үлсәменә яҡын бәйләнеш барлығын билдәләгәндәр. Глобаль йылыныуҙы, уңышҡа шанс тәғәйенләп, 2 °C дәүмәле менән сикләү маҡсатында киләсәктәге CO 2 дөйөм ташлантыҡтарҙың ахырғы дәүмәлен билдәләр кәрәк, шулай итеп, улар дәүмәле буйынса ахырғы уртаҡ глобаль ресурс булып тора. Ҡабул итерлек булмаған киләсәктәге глобаль йылыныуҙы булдырмау маҡсатынан сығып билдәләнгән СО2-нең эмиссион бюджеты ҡаҙылма яғыулыҡ запастарының 60 — 80 % тейелмәҫкә тейеш, ә бының өсөн ҡаҙылма яғыулыҡты табыу темптары кисектермәйсә һәм кинәт кәмергә тейеш тигәнде аңлата.[18]

Шул уҡ ваҡытта донъя финанс баҙарында нигеҙҙә улерод ҡыуығын, CO2 эмиссияһын, сикләү кәрәклеген кире ҡағалар. Ҡаҙылма яғыулыҡ табыуға күп илдәрҙең хөкүмәттәре субсидия бүлеүен дауам итә, яңы запастарҙы разведкалауға күп аҡса тотонола. Инвесторҙар углерод сеймалының бөтә запастары ла табыу объекты һәм коммерцияға хеҙмәт итергә тейеш тип иҫәпләй.

2012 йылдан башлап, экологик төркөмдәр ҡаҙылма яғыулыҡҡа инвестицияларға бойкот кеүек глобаль кампания ойоштора. Уның инициаторҙары был хәрәкәттең логикаһын былай тип аңлаталар: «әгәр климатты емереү дөрөҫ түгел икән, был ҡыйратыуҙан килем алыу ҙа дөрөҫ түгел»[19]. Кампанияның масштабтары тиҙ киңәйә, уны рәсми рәүештә БМО ла хупланы[20]. Бер нисә трансмилли инвесторҙар (мәҫәлән, Францияның иң эре страховой компанияһы AXA) үҙҙәренең күмер табыуға бүленгән аҡсаларын тулыһынса инвестицияламаҫҡа хәл итә.

Тәбиғи газ ташлантыларының роле

үҙгәртергә

Йыл һайын яғыулыҡ янғанда, йөҙәр миллион тонна зарарлы матдәләр: ҡором, углекислый газ, азот оксиды, көкөрт һауага эләгә. Яғыулыҡ янғанда һауа составында булған кислород яна. Ҡаҙылма яғыулыҡтарҙы яндырыу һауаға углерод двуокисе (CO2) — парник газын ебәрә, ул иһә глобаль йылыныуға иң зур өлөш индерә. Тәбиғи газ, ә уның иң ҙур өлөшөн метан тәшкил итә, шулай уҡ парник газы булып тора. Бер молекула метан үҙенең парник эффекты буйынса CO2 молекулаһынан яҡынса 20—25 тапҡыр көслөрәк,[21][22], шуға күрә, климат күҙлегенән ҡарағанда тәбиғи газды яндырыу - уның атмосфераға эләгеүенә ҡарағанда отошлорак. Парник эффекты арҡаһында Ер тәбиғи рәүештә һыуына алмай, был – уртаса температураның 2 – 3°С ҡа күтәрелеүенә килтерә. Һөҙөмтәлә, Донья океанындагы боҙ иреп, һыу күтәрелә. Шулай уҡ яғыулыҡ ташыусы танкерҙарҙа аварияләр булып тороу сәбәпле дигеҙ-океандар бысрана, флора һәм фауна зыян күрә.

Башҡа төрлө йоғонто яһау

үҙгәртергә

Рәсәйҙең яғыулыҡ-энергетика комплексына барлыҡ хужалыҡ тармаҡтарының атмосфераға сығарыла торған зарарлы ташлантыларҙың яртыһы, ағым һыуҙарҙың өстән бер өлөшө, бөтә милли иҡтисадтың ҡаты ҡалдыҡтарының өсөнсө өлөшө тура килә. Нефть һәм газ ресурстарын тәүгегә үҙләштереү райондарында экологик сараларҙы планлаштырыу айырым актуаллеккә эйә.

Сикләүҙәр һәм альтернатива

үҙгәртергә

Ихтыяж һәм тәҡдим законы принцибы углеводород сеймалы запастары (һәм табыу) кәмей барыуынса ҡаҙылма яғыулыҡҡа хаҡ та артасаҡ. Шуның өсөн яғыулыҡҡа хаҡтың ҡотолғоһоҙ артыуы энергияның яңынан тергеҙелә торған сығанаҡтары үҫешенә, шулай уҡ уйлап тотоноу шарттарында элек рентабеллеге булмаған яғыулыҡ сығанаҡтары менән тәьмин итеүгә килтерәсәк. Яһалма бензин һәм, ғәҙәти нефть запастарының хаҡы менән сағыштырғанда, хәҙерге ваҡытта энергияның тергеҙелә торған башҡа сығанаҡтары сеймал алыуҙы, шулай уҡ етештереүҙең һәм эшкәртеүҙең ҡыйбатлы технологияларын талап итә, әммә яҡын киләсәктә энергетика үҫеше иҡтисади яҡтан да йәшәргә һәләтле. Шулай булғас, төрлө альтернатив энергия сығанаҡтары үҙ эсенә ядро (атом) энергияһын (ядро һәм термоядро), гидроэлектростанцияларҙы, ҡояш энергияһын, ел энергияһын һәм геотермаль энергияһын, электр станцияларын индерә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Яғыулыҡ сәнәғәте
  • Нефть табыу
  • Газ сәнәғәте
  • Күмер сәнәғәте
  • Торф сәнәғәте

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. #fossilfuels - Twitter Search / Twitter
  2. Dr. Irene Novaczek. Canada's Fossil Fuel Dependency. Elements. Дата обращения: 18 ғинуар 2007. Архивировано 28 апрель 2013 года. 2019 йыл 4 сентябрь архивланған.
  3. Fossil fuel. EPA. Дата обращения: 18 ғинуар 2007. Архивировано из оригинала 12 март 2007 года. 2007 йыл 12 март архивланған.
  4. International Energy Annual 2006. Дата обращения: 8 февраль 2009. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  5. Fossil fuel. Архивировано 28 апрель 2013 года. 2013 йыл 1 май архивланған.
  6. Paul Mann, Lisa Gahagan, and Mark B. Gordon, "Tectonic setting of the world’s giant oil and gas fields, " in Michel T. Halbouty (ed.) Giant Oil and Gas Fields of the Decade, 1990—1999, Tulsa, Okla.: American Association of Petroleum Geologists, p.50, accessed 22 June 2009.
  7. Ископаемое топливо. Дата обращения: 17 март 2012. Архивировано 3 июнь 2012 года.(рус.). [1];17 март 2012 тикшерелгән.
  8. «Хронограф нефтяного и газового дела. Вехи истории техники и технологии бурения»
  9. ингл. peat cutting method, нем. Schneidverfahren n der Torfgewinnung
  10. Пропан фрекингы — янар һәүерташ газын табыуҙың яңы экологик ысулы 2013 йыл 7 апрель архивланған.
  11. World Estimated Recoverable Coal. eia.doe.gov. Retrieved on 2012-01-27.
  12. 12,0 12,1 World Proved Reserves of Oil and Natural Gas, Most Recent Estimates. eia.doe.gov. Retrieved on 2012-01-27.
  13. Energy Information Administration. International Energy Annual 2006 (XLS file). October 17, 2008. eia.doe.gov
  14. Energy Information Administration. World Petroleum Consumption, Annual Estimates, 1980—2008 (XLS file). October 6, 2009. eia.doe.gov
  15. Energy Information Administration. International Energy Annual 2006 (XLS file). August 22, 2008. eia.doe.gov
  16. Ҡалып:Cite conference
  17. fig 6.12 Chapter 6 IPCC WGIII AR5
  18. Mark Carney: most fossil fuel reserves can’t be burned, The Guardian[2]
  19. http://gofossilfree.org/about/
  20. Climate change: UN backs fossil fuel divestment campaign | Environment | The Guardian
  21. Overview of Greenhouse Gases // US EPA: "... the comparative impact of CH4 on climate change is over 20 times greater than CO2 over a 100-year period."
  22. Non-CO2 Greenhouse Gases: Scientific Understanding, Control and Implementation (ed.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

 дня) — историякопия)

Ҡалып:Месторождения полезных ископаемых* Ископаемое топливо — Научно-технический энциклопедический словарь