Ядро энергияһы
Ядро энергияһы — атом ядроһында һаҡланған энергия. Атом — материяны барлыҡҡа килтергән иң ваҡ киҫәк. Һәр атомдың ваҡ ҡына төшө бар. Ядро энергияһы атомдың эсендә һаҡлана, һәм атом тотороҡло хәлдә була. Шулай ҙа, үҙ ядро энергияһын нурланыш рәүешендә тарҡатыусы радиоактив атомдар ҙа була. Радиоактив атомдарҙың тотороҡһоҙ изотоптары ядроларынан радиация нурланышы бүленеп сыға.
Ядро энергияһы | |
Үлсәме | |
---|---|
Ядро энергияһы Викимилектә |
Ядро энергияһын ике юл менән алып була: атом ядроһын ҡушып һәм атом ядроһын тарҡатып. Ике еңел атомды берләштереү — ядро синтезы тип, ә тарҡатыу — ядро бүленеүе тип атала. Ике ысул да бик ҙур энергия менән бәйле. Тәбиғәттә ике ысул да осорай. Ядролар ҡушылыуҙан бүленеп сыҡҡан энергия Ҡояштың йылылыҡ сығанаға булып тора. Ядро тарҡалғанда бүленеп сыҡҡан энергия атом электр станцияларында электр энергияһы етештереүҙә файҙаланыла. Ядролар ҡушылыу һәм тарҡалыу энергияһын ядро ҡоралында ҡуллалар.
Ядро энергияһы бүленеп сыҡҡанда тритий, цезий, криптон, нептуний һәм йод формалары кеүек бер нисә өҫтәмә радиоактив продукт барлыҡҡа килә.
Ядро энергияһын ҡулланыу оҙаҡ йылдар бәхәстәр тыуҙырҙы. Был бәхәстәр тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, яғыулыҡ-энергикаһына мохтажлыҡ һәм ядро энергияһы тарихы менән бәйле. Яғыулыҡ-энергетикаһына мохтажлыҡты ҡәнәғәтләндереү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, бөтөп барған ҡыҙылма яғыулыҡты алмаштырыу өсөн дәүләттәр ядро энергетикаһын үҫтерергә тейеш. Чернобыль, Фукусисо фажиғәләрен ҡабат булдырмау өсөн, һәм шундай аварияларҙың эҙемтәләрен кәметеү өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Шулай уҡ илдәр ядро энергияһын күпләп юҡ итеү ҡоралында ҡулланыуҙы туҡтатырға тейеш.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Clarfield, Gerald H. and William M. Wiecek (1984). Nuclear America: Military and Civilian Nuclear Power in the United States 1940—1980, Harper & Row.
- Stephanie (2009). In Mortal Hands: A Cautionary History of the Nuclear Age, Black Inc.
- Cravens Gwyneth. Power to Save the World: the Truth about Nuclear Energy. — New York: Knopf, 2007. — ISBN 0-307-26656-7.
- Elliott, David (2007). Nuclear or Not?|Nuclear or Not? Does Nuclear Power Have a Place in a Sustainable Energy Future?, Palgrave.
Һылтанмалар
үҙгәртергәЯдро энергияһы Викимилектә |