Ҡаҙағстан Республикаһының Милли банкы

Ҡаҙағстан Республикаһының үҙәк банкы

Ҡаҙағстан Республикаһының Милли банкы (ҡаҙ. Қазақстан Республикасының Ұлттық Банкі) — Ҡаҙағстан Республикаһының үҙәк банкы.

Ҡаҙағстан Республикаһының Милли банкы
Нигеҙләү датаһы 13 апрель 1993
Логотип
Рәсми атамаһы Қазақстан Ұлттық Банкі һәм Национальный банк Республики Казахстан
Ойошма етәксеһенең вазифаһы Governor of the National Bank of Kazakhstan[d]
Етәксе Досаев, Ерболат Аскарбекович[d]
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Валюта Ҡаҙағстан тәңкәһе
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Астана, Ҡаҙағстан[1]
Алыштырған Государственный банк СССР[d]
Адрес Նուր-Սուլթան քաղաք, Մանգիլիկ Էլ փողոց, 57Ա
Рәсми сайт nationalbank.kz
Целевая процентная ставка 12,5 ± 0,1 процент

Ҡаҙағстан Милли банкы СССР Дәүләт банкының Ҡаҙаҡ республика банкы (1990 йылдан — Ҡаҙаҡ ССР-ының Дәүләт банкы, 1991 йылдан — Ҡаҙаҡ ССР-ының Милли дәүләт банкы) базаһында ойошторола.

  • 1990 йылдың октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Юғары Советы тарафынан Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
  • 1990 йылдың 7 декабрендә Ҡаҙағстан Республикаһы Юғары Советы тарафынан «Ҡаҙаҡ ССР-ында банктар һәм банк эшмәкәрлеге тураһында» Закон ҡабул ителә.
  • 1991 йылдың 20 июнендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советының «Ҡаҙаҡ ССР-ы Милли Дәүләт банкының уставы тураһында» ҡарары ҡабул ителә. Ҡарарға ярашлы, Милли Дәүләт банкы республика милкенә күсә һәм үҙәк банкҡа әйләнә.
  • 1993 йылдың 13 апрелендә, «Ҡаҙағстан Республикаһының Милли банкы тураһында»ғы Законға ярашлы, Ҡаҙаҡ ССР-ының Милли банкы Ҡаҙағстан Республикаһының Милли банкына үҙгәртелә.
  • 1995 йылдың 30 мартында Ҡаҙағстан Республикаһының яңы законы — «Ҡаҙағстан Республикаһының Милли банкы тураһында» 1995 йыл 30 март 2155-се Законы сыға.
  • 2001 йылдың 2 марты — 162-II һанлы Закон сыға, ул Ҡаҙағстан Республикаһының 1995 йыл 30 март 2155-се Законына үҙгәрештәр индерә.

Идаралыҡ структураһы

үҙгәртергә

Милли банк Ҡаҙағстан Республикаһы Президентына отчет биреүсе булып тора, әммә үҙ эшмәкәрлегендә ҡануниәт менән бирелгән вәкәләттәр сиктәрендә бойондороҡһоҙ.

Милли банк үҙ эшмәкәрлеген Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәте менән яраштыра, үҙ эшмәкәрлегендә Хөкүмәттең иҡтисади сәйәсәтен иҫәпкә ала һәм, был уның төп функцияларын башҡарыуға һәм аҡса-кредит сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға ҡаршы килмәһә, уның үтәлеүенә булышлыҡ итә.

Идара Милли банктың Юғары идаралыҡ органы булып тора, ә оператив идаралыҡ органы — Директорҙар советы. Идара 9 кешенән тора. Идара составына Милли банк рәйесе һәм Милли банктың дүрт вазифалы кешеһе (рәйестең урынбаҫарҙары), Ҡаҙағстан Республикаһы Президентының бер вәкиле, Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәтенең ике вәкиле һәм Милли банктың Финанс баҙарына һәм финанс ойошмаларына контроль һәм күҙәтеү буйынса комитеты рәйесе инә.

Ҡаҙағстан Милли банкы структураһына түбәндәгеләр инә:

  • 11 департаменттан торған үҙәк аппарат, 10 үҙ аллы идаралыҡ һәм 1 үҙ аллы бүлек
  • 16 территориаль филиал һәм Алматы ҡалаһында бер филиал
  • Милли банктың Рәсәй Федерацияһындағы Вәкиллеге
  • 5 бойондороҡло ойошма:
    • «Ҡаҙағстан Республикаһы Милли банкы эшмәкәрлеген тәьмин итеү үҙәге» акционерҙар йәмғиәте
    • «Ҡаҙағстан Республикаһы Милли банкының Ҡаҙағстан банк-ара хисаплашыуҙар үҙәге» хужалыҡты алып барыу хоҡуғындағы республика дәүләт предприятиеһы
    • «Ҡаҙағстан Республикаһы Милли банкының банк сервис бюроһы» хужалыҡты алып барыу хоҡуғындағы республика дәүләт предприятиеһы
    • «Ҡаҙағстан Республикаһы Милли банкының Ҡаҙағстан аҡса һуғыу йорто» хужалыҡты алып барыу хоҡуғындағы республика дәүләт предприятиеһы
    • «Ҡаҙағстан Республикаһы Милли банкының банкнота фабрикаһы» хужалыҡты алып барыу хоҡуғындағы республика дәүләт предприятиеһы.

Консультациялар

үҙгәртергә

Ротшильдтар ғаиләһе тарафынан идара ителеүсе һәм Ҡаҙағстан территорияһында 2006 йылдан бирле эшләүсе «Rothschild & Co» финанс-холдинг компанияһы[2] Ҡаҙағстан Милли банкына консультациялар бирә[3][4].

Функциялары

үҙгәртергә

Банктың хоҡуҡи статусы һәм функциялары «Ҡаҙағстан Республиканың Милли банкы тураһында» һәм «Ҡаҙағстан Республикаһында банктар тураһында» Закондар менән билдәләнә. «Ҡаҙағстан Республиканың Милли банкы тураһында»ғы Законда уның Ҡаҙағстан Республикаһы Президентына отчет биреүсе булыуы нығытылған; унда билдәләнеүенсә, Милли банк:

  • республиканың үҙәк банкы булып тора һәм банк системаһының юғарғы кимәлен биләй (Закондың 1-се статьяһы);
  • дәүләттең аҡса-кредит сәйәсәтен булдырыуҙы һәм ҡулланыуҙы, түләү системаларының эшләүен тәьмин итеүсе, валюта көйләүен һәм контролен, финанс баҙарына һәм финанс ойошмаларына дәүләт көйләүен, контролде һәм күҙәтеүҙе, Алматы ҡалаһы төбәк финанс үҙәгенең эшенә дәүләт көйләүен башҡарыусы, финанс системаһының тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә булышлыҡ күрһәтеүсе, дәүләт статистикаһын үткәреүсе дәүләт органы булып тора (Закондың 2-се статьяһы).

Ҡаҙағстан Республикаһы Президентына отчет биреүсе булыу «Милли банк тураһында»ғы Закондың 3-сө статьяһына ярашлы түбәндәгеләрҙе аңлата:

  • Ҡаҙағстан Республикаһы Милли банкы рәйесенең Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты тарафынан Ҡаҙағстан Республикаһы Сенаты һәм Парламенты ризалығынан сығып вазифаға тәғәйенләнеүе; вазифанан бушатылыуы;
  • Милли банк рәйесе урынбаҫарҙарының Милли банк рәйесе тәҡдиме буйынса Президент тарафынан вазифаға тәғәйенләнеүе һәм вазифанан бушатылыуы;
  • Милли банк структураһының һәм дөйөм штат һанының, хеҙмәткә түләү системаһының Президент тарафынан раҫланыуы;
  • Милли банк тураһындағы положениеның Президент тарафынан раҫланыуы;
  • Милли банктың йыллыҡ отчётының Президент тарафынан раҫланыуы;
  • милли валюта булған Ҡаҙағстан тәңкәһе банкноталары һәм тимер аҡсалары дизайны концепцияһының Президент тарафынан раҫланыуы;
  • Милли банктың үҙ компетенцияһы мәсьәләләре сиктәрендә Президент һоратҡан мәғлүмәттәрҙе биреүе.

Милли банктың төп маҡсаты — Ҡаҙағстан Республикаһында хаҡтар тотороҡлолоғон тәьмин итеү[5]. Төп маҡсатына өлгәшеү өсөн Милли банкҡа түбәндәге бурыстар йөкмәтелә:

  • дәүләттең аҡса-кредит сәйәсәтен булдырыу һәм ҡулланыу
  • түләү системаларының эшләүен тәьмин итеү
  • валюта көйләүен һәм валюта контролен тормошҡа ашырыу
  • финанс системаһының тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә булышлыҡ күрһәтеү.

Рәйестәре

үҙгәртергә
  • 1992 йылдың ғинуары — 1993 йылдың декабре — Ғалым Байназаров
  • 1994—1996 йылдың ғинуары — Дәүлет Сембаев
  • 1996 йылдың ғинуары — 1998 йылдың феврале — Ураз Джандосов
  • 1998 йылдың феврале — 1999 йылдың октябре — Ҡадыржан Дамитов
  • 1999 йылдың октябре — 2004 йылдың ғинуары — Григорий Марченко
  • 2004 йылдың 26 ғинуары — 2009 йылдың марты — Әнүәр Сәйденов
  • 2009 йылдың 22 ғинуары — 2013 йылдың 1 октябре — Григорий Марченко
  • 2013 йылдың 1 октябре — 2015 йылдың 2 ноябре — Ҡайрат Келимбетов
  • 2015 йылдың 2 ноябренән — Данияр Акишев[6]

Урынлашҡан ере

үҙгәртергә

Алматы ҡалаһы, Сатпаев урамы (юридик адресы: «Коктем-3» микрорайоны, 21-се йорт).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://www.nationalbank.kz/en
  2. Бакытжан Сагинтаев провел встречу с бароном Эриком де Ротшильдом. Primeminister.kz. Дата обращения: 1 ноябрь 2017. Архивировано 5 ноябрь 2017 года. 2017 йыл 5 ноябрь архивланған.
  3. Встреча с руководством компании «Rothschild & Co» Эриком де Ротшильдом, Клаусом Мангольдом и Джованни Салветти. Akorda.kz. Дата обращения: 1 ноябрь 2017. Архивировано 5 ноябрь 2017 года.
  4. Нурсултан Назарбаев встретился с руководством компании «Rothschild & Co». Liter. Дата обращения: 2 ноябрь 2017. Архивировано 5 ноябрь 2017 года. 2017 йыл 5 ноябрь архивланған.
  5. Закон Республики Казахстан от 30 марта1995 г. №2155 «О Национальном Банке Республики Казахстан», статья 7. Павлодар.ком. Дата обращения: 12 сентябрь 2011. Архивировано 17 март 2012 года.(рус.). Павлодар.ком. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 март 2012. 12 сентябрь 2011 тикшерелгән.
  6. Данияр Акишев назначен председателем Национального банка РК

Һылтанмалар

үҙгәртергә