Ҡаҙағстан Хөкүмәте

Ҡаҙағстан Хөкүмәте (Қазақстан Республикасының Үкіметі) — Ҡаҙағстан Республикаһында башҡарма власты ғәмәлгә ашырыусы коллегиаль орган, башҡарма органдар системаһының башында тора һәм уларҙың эшмәкәрлегенә етәкселек итә.

Ҡаҙағстан Хөкүмәте
Қазақстанның Үкіметі
Дөйөм мәғлүмәт
Ил Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
Нигеҙләнгән 1991
Ҡаҙаҡ ССР-ының Министрҙар советы
Бойһоноусылар Ҡаҙағстан премьер-министры
Штаб-квартира Астана, Хөкүмәт йорто, Мангилик Ел проспекты, 6-сы һанлы йорт
Сайт
www.government.kz/ru/

Хөкүмәт Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты тарафынан Конституцияға ярашлы тәртиптә барлыҡҡа килтерелә[1].

Тарихы үҙгәртергә

1995 йылдың 30 авгусында илдең яңы Конституцияһын ҡабул итеү хаҡында референдум үткәрелә. Илдең Яңы төп законы бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстандың дәүләт органдарын булдырыуға нигеҙ һала. Шулай, референдумдан һуң Конституция нормаларын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү өсөн уларҙың вәкәләттәрен һәм функцияларын тәртипкә һалыу буйынса күп кенә конституция закондары ҡабул ителә[2]. Мәҫәлән, «Ҡаҙағстан Республикаһында һайлауҙар тураһында» Конституция законы[3], «Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты тураһында» Конституция законы[4], «Ҡаҙағстан Республикаһы Парламенты һәм уның депуттарының статусы тураһында» Конституция законы[5] һәм шул иҫәптән «Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәте тураһында» Конституция законы[6], ул 1995 йылдың 18 декабрендә ҡабул ителә.

Хөкүмәттең бурыстары үҙгәртергә

Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәте түбәндәге бурыстарҙы атҡара:

  • Дәүләттең ижтимағи-иҡтисади сәйәсәтенең, һаҡланыу һәләтенең, хәүефһеҙлегенең, йәмғиәт тәртибен тәьмин итеүҙең төп йүнәлештәрен билдәләй

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Конституция Республики Казахстан, Информационно-правовая система нормативных правовых актов Республики Казахстан.
  2. Ф. А. Ержанова, «О конституционных законах Республики Казахстан», Вестник КарГУ (2004).
  3. Конституционный закон «О выборах в Республике Казахстан», Информационно-правовая система нормативных правовых актов Республики Казахстан.
  4. Конституционный закон «О Президенте Республики Казахстан», Информационно-правовая система нормативных правовых актов Республики Казахстан.
  5. Конституционный закон «О Парламенте Республики Казахстан и статусе его депутатов», Информационно-правовая система нормативных правовых актов Республики Казахстан.
  6. Конституционный закон «О Правительстве Республики Казахстан», Информационно-правовая система нормативных правовых актов Республики Казахстан.