Ҡаҙағстан Олимпия уйындарында

Ҡаҙағстан Олимпия уйындарында айырым команда булараҡ беренсе тапҡыр1994 йылда сығыш яһай. 1988 йылға тиклем ҡаҙаҡ спортсылары СССР йыйылма командаһы составында сығыш яһай. СССР тарҡалғандан һуң, 1992 йылда Барселонала үткән йәйге Олимпия уйындарында һәм 1992 йылда Альбертвилдәге ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡаҙаҡ спортсылары Олимпия флагы аҫтында Берләшкән командала, ә 1994 йылда Лиллехаммерҙағы ҡышҡы Олимпия уйындарынан башлап — үҙ флагы аҫтында айырым команда булараҡ ҡатнаша.

Ҡаҙағстан Олимпия уйындарында
Спорт төрө олимпия спорт төрө[d]
Ҡатнашыусы Олимпия уйындары
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 Ҡаҙағстан Олимпия уйындарында Викимилектә

Бөтәһе 7 йәйге (72 миҙал) һәм 7 ҡышҡы (8 миҙал) Олимпия уйындарында ҡатнаша.

Ҡаҙағстан Алматыла 2022 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәреүгә ғариза бирә, әммә Халыҡ-ара олимпия комитеты үткәреү урыны итеп Пекинды һайлай.

Йәйге төрҙәрҙә миҙалдар үҙгәртергә

2021 йылдың 10 авгусына ҡарата

Спорт төрө Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Бокс 7 7 10 24
Ауыр атлетика 2 3 7 12
Еңел атлетика 2 1 2 5
Көрәш 1 5 11 17
Велосипед спорты 1 1 0 2
Бишалыш 1 0 0 1
Йөҙөү 1 0 0 1
Дзюдо 0 2 2 4
Атыу 0 2 1 3
Карате 0 0 2 2
Тхэквондо 0 0 1 1
Бөтәһе 15 20 36 72

Байраҡ йөрөтөүселәр үҙгәртергә

Ҡышҡы Олимпия уйындары үҙгәртергә

Йыл, ОУ Исеме Фамилияһы Спорт төрө Нисек сығыш яһаны
1994 Лиллехаммер Ҡайрат Биекенов Трамплиндан һикереү миҙалһыҙ
1998 Нагано Владимир Смирнов Саңғы ярыштары бронза
2002 Солт-Лейк-Сити Радик Бикчәнтәев Конькиҙа йүгереү спорты миҙалһыҙ
2006 Турин Александр Корешков Хоккей миҙалһыҙ
2010 Ванкувер Диас Кенешев Биатлон миҙалһыҙ
2014 Сочи Ертос Әхмәҙиев Саңғы ярыштары миҙалһыҙ
2022 Пекин Абзал Әжғәлиев Шорт-трек миҙалһыҙ
Екатерина Айдова Конькиҙа йүгереү спорты миҙалһыҙ

Йәйге Олимпия уйындары үҙгәртергә

Йыл, ОУ Исеме Фамилияһы Спорт төрө Нисек сығыш яһаны
1996 Атланта Ермахан Ибраһимов Бокс бронза
2000 Сидней Ермахан Ибраһимов Бокс алтын
2004 Афина Әсхәт Житкеев Дзюдоһы миҙалһыҙ
2008 Пекин Бәхет Әхмәтов Ауыр атлетика миҙалһыҙ
2012 Лондон Нурмахан Тыналиев Грек-рим көрәше миҙалһыҙ
2016 Рио-де-Жанейро Руслан Жапаров Таэквондо миҙалһыҙ
2020 Токио Ольга Рыпакова Еңел атлетика миҙалһыҙ
Ҡамшыбәк Ҡунҡабаев Бокс бронза

Ҡышҡы төрҙәрҙә миҙалдар үҙгәртергә

2022 йылдың 20 февраленә ҡарата
Спорт төрө Алтын Көмөш Бронза Барлығы
  Саңғы ярыштары 1 2 1 4
  Биатлон 0 1 0 1
  Конькиҙа йүгереү спорты 0 0 1 1
  Фигуралы шыуыу 0 0 1 1
  Фристайл 0 0 1 1
Бөтәһе 1 3 4 8

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Олимпия уйындарында Ҡаҙағстан байраҡсылары исемлеге
  • Ҡаҙағстан Паралимпия уйындарында
  • Ҡаҙағстан Азия уйындарында
  • Ҡаҙағстан Универсиадала

Допинг скандалы үҙгәртергә

Халыҡ-ара Олимияпия комитетының тәртип комитеты ҡарары менән 2016 йылда ҡаҙаҡ олимпиадасылары Пекин - 2008 һәм Лондон - 2012 олимпиадаларындағы бер нисә олимпия миҙалын юғалта:

  • ауыр атлеттар — Ирина Некрасова һәм Мария Грабовецкая
  • грек-рим стилендә көрәшсе Асет Мамбетов
  • ауыр атлеттар — Владимир Седов (2008) Майя Манеза (2008) һәм Алмас Үтәшев[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. МОК отозвал олимпийские награды еще трех казахстанцев. Дата обращения: 17 ноябрь 2016. Архивировано 17 ноябрь 2016 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә