Ҡаҙағстанда транспорт
Ҡаҙағстанда транспорт мөһим роль уйнай. Ил биләмәһе ғәйәт ҙур (2,7 млн км² ), халыҡ тығыҙлығы түбән, ауыл хужалығы, сәнәғәт үҙәктәре тарҡау, шулай уҡ донъя баҙарҙарынан алыҫлыҡ Ҡаҙағстан өсөн үҫеш алған транспорт системаһына эйә булыуҙы талап итә.
Тимер юл транспорты
үҙгәртергәҠаҙағстанда тимер юл транспортының әһәмиәте ҙур. Ҡаҙағстан тимер юлдары бөтә йөк әйләнешенең 68 процентын һәм ил пассажирҙар ағымының 57 проценттан ашыуын тәьмин итә.
Республикала тимер юлдарҙың оҙонлоғо 15 мең километрҙан ашыу. 16 тоташыу пункты (11-е Рәсәй, 2-һе Үзбәкстан, 1-еһе Ҡырғыҙстан, 2-һе Ҡытай менән) тимер юл системаһын күрше дәүләттәр менән тоташтыра. Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең тимер юл системалары бер-береһенә бик ныҡ бәйле.
Автомобиль транспорты
үҙгәртергә2020 йылдың декабренә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Ҡаҙағстан биләмәһендә 3 898 131 еңел автомобиль теркәлгән[1]
2019 йылда Ҡаҙағстанда оҙонлоғо 95 629 км ашыу автомобиль юлдары селтәре булған [2], уларҙың күбеһе ремонт һәм реконструкциялауға мохтаж.
Ҡаҙағстандың берҙән-бер тиҙ йөрөшлө автомагистрале - Астана һәм Щучинск араһындағы 217 км оҙонлоҡтағы A-1 участкаһы.
Республика аша дөйөм оҙонлоғо 23 мең саҡрым тәшкил иткән 5 халыҡ-ара автомобиль маршруты үтә[3][4][5]
Һауа транспорты
үҙгәртергәГеографик йәһәттән ҙур майҙанлы булыу арҡаһында һауа транспорты бик әһәмиәтле һәм йыш ҡына альтернативаһыҙ. Астанала 22 ҙур аэропорт бар, уларҙың 14-е халыҡ-ара осоштарҙы хеҙмәтләндерә. Ҡаҙағстандың иң эре авиакомпанияһв - «Air Astana».
Ҡаҙағстанда аэропорт йыйымдары һәм авиабилетҡа хаҡтар әлегә ярайһы уҡ юғары (Рәсәй, айырыуса Көнбайыш Европа менән сағыштырғанда), был илдә авиатранспорт үҫешен тотҡарлай[6][7]
2012 | |
---|---|
Миллион пассажир ташылған | 7,5[8] |
Һыу транспорты
үҙгәртергәСуднолар йөрөгән һыу юлдарының оҙонлоғо 3982 километр тәшкил итә. Бының өсөн яраҡлы булған һыу юлдары Иртыш, Һырдаръя, Яйыҡ һәм Кигач, Или һәм Ишем (Петропавловка һыуһаҡлағысынан), Бухтарма, Усть-Каменогорский, Шульбинский һыуһаҡлағыстары, Балхаш һәм Зәйсән күлдәренән ғибәрәт.
Каспий диңгеҙе аша Ҡаҙағстан Рәсәй, Иран, Әзербайжан, Төркмәнстан менән бәйле; Рәсәй йылғалары һәм каналдары селтәре аша, Ҡара һәм Балтик диңгеҙҙәре менән, артабан Көнбайыш Европа илдәренә сыға.
Аҡтау порты халыҡ-ара маршруттарҙағы берҙән-бер туңмаған диңгеҙ порты һәм стратегик пункт булып тора.
Торба үткәргес транспорты
үҙгәртергәҠаҙағстанда 2016 йылдың 1 ғинуарына магистраль торба үткәргестәренең оҙонлоғо 23 271 км тәшкил итә. Шул иҫәптән газ торбалары - 15255,5 км һәм нефть үткәргестәр - 8015,1 км[9]
Нефть үткәргестәр
үҙгәртергәГаз торбалары
үҙгәртергәҠаҙағстан территорияһы буйынса үткән төп газ үткәргестәр:[10]
Газ торбалары | Йылда сафҡа индерелгән | Оҙонлоғо, км |
---|---|---|
Бохара—Урал | 1963,1964 | 639 (578) |
Карталы-Мәғдән-Ҡостанай | 1965 | 154 |
Урта Азия — Үҙәк | 1967, 1986 | 823 (5 линия) |
Бохара газ үтеү районы-Ташкент-Бишкәк-Алматы | 1971,1999 | 813 (2 линия) |
Ырымбур-Новопсковск | 1975 | 382 |
Союз (газ үткәргес) | 1975 | 382 |
Окарем-Бейнеү | 1975 | 461(473) |
Макат - Төньяҡ Кавказ | 1987 | 371 |
Жанажол-Октябрьск-Аҡтүбә | 1988 | 270 |
Газли-Шымкент | 1988 | 314 |
Ҡаҙағстан — Ҡытай газ үткәргесе | 2009,2010,2015 | 1293 (3 линия) |
Бейнеү-Бозой-Шымкент | 2011-2013 | 1475 (2 линия) |
Каспий буйы газ үткәргесе | 2012-2013 | 1285 |
Сарыарка (Ҡыҙылорда - Жезказган - Караганда - Астана ) | 2018 проекты | 1081[11] |
Әҙәбиәт
үҙгәртергәГазопровод магистральный // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Экспресс-информация stat.gov. О количестве легковых автомобилей 2021 йыл 15 февраль архивланған.
- ↑ Протяженность автомобильных дорог (stat.gov) 2022 йыл 8 апрель архивланған.
- ↑ ЗАПАДНАЯ ЕВРОПА И ЗАПАДНЫЙ КИТАЙ ВСТРЕЧАЮТСЯ НА ЗЕМЛЕ СЫРА
- ↑ Всенародная стройка набирает обороты. Завершился пресс-тур по объектам международного транзитного коридора 2012 йыл 9 июль архивланған.
- ↑ Официальный сайт автомагистрали «Западная Европа-Западный Китай»
- ↑ Полет шмеля или особенности национальной авиаперевозки
- ↑ Казахстанские аэропорты являются самыми дорогостоящими в мире . Дата обращения: 12 ғинуар 2011. Архивировано 17 май 2011 года. 2011 йыл 17 май архивланған.
- ↑ Количество пассажиров в аэропортах Казахстана увеличилось до 7,5 млн человек 2012г(недоступная ссылка)
- ↑ Основные показатели за 2003-2016 годы. Трубопроводный транспорт 2023 йыл 23 апрель архивланған.
- ↑ Газопроводы Казахстана
- ↑ В Минэнерго сообщили об изменениях в строительстве газопровода в Астану
Һылтанмалар
үҙгәртергәКарта
үҙгәртергә- UN Map
- map reliefweb
- Ҡаҙағстан һәм Үҙәк азия һәм магистраль газ транзиты 2020 йыл 28 октябрь архивланған.