Ҡасҡарҙы һаҙлығы

Учалы районы биләмәһендә урынлашҡан комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (2018)

Ҡасҡарҙы һаҙлығы (рус. Болото Каскарды) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Учалы районы биләмәһендә урынлашҡан комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (2018). Һаҙлыҡ майҙаны — 668,1 гектар, ә һаҡлау зонаһының майҙаны — 1053,7 гектар[1].

Ҡасҡарҙы һаҙлығы
урыҫ комплексный памятник природы, Болото Каскарды
Төп мәғлүмәт
Майҙаны668,1 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты26 сентябрь 2018 йыл 
Урынлашыуы
54°48′29″ с. ш. 59°51′59″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Ҡасҡарҙы һаҙлығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Ҡасҡарҙы һаҙлығы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ҡасҡарҙы һаҙлығы Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Һөйөндөк ауылынан 1 км көньяҡ-көнсығышта, Һөләймән ауылының төньяҡ осона яҡын урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 26 сентябрҙәге «Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә һәм Учалы райондарында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт объекттарын һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын иғлан итеү тураһында» 474-се ҡарарына ярашлы Иҫке Балбыҡ һаҙлығы комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[2]. Тәбиғәт ҡомартҡыһы — күл-һаҙлыҡ сығышлы ҡатмарлы киртләс-һыубаҫар һаҙ массивы. Һаҙлыҡ массивы Мейәс йылғаһыны киң һыубаҫар туғайында тау-ара соҡорҙа формалашҡан. Башҡортостан Республикаһы Торф фондына ярашлы торф ятҡылығының уртаса тәрәнлеге 368 см күрһәтелгән. Торф ныҡ һыулы.

Һаҙлыҡ флораһы бик бай һәм 80-гә яҡын көпшәле үҫемлекте үҙ эсенә ала. Көньяҡ Себер сығышлы плейстоцен реликттары — ҡоба тал һәм ваҡ сәскәле соссюрея. Урман-дала зонаһы шарттарында арктобореаль төрҙөң — тәпәш ҡайындың айырым урынлашыуы реликт булып тора.

Һаҙлыҡта үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) индерелгән һирәк осраған һәм һаҡлауға мохтаж төрҙәре осрай: ҡоба тал, ваҡ сәскәле соссюрея, бейек бетүлән, ваҡ ҡыуыҡлы үлән, Альп йөнтәҫ күрәне.

Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2011) индерелмәгән, ләкин республика территорияһында уларҙың тәбиғәт мөхитендәге торошона айырым иғтибарға мохтажлыҡ кисергән үҫемлектәр үҫә — телле лютик, ҡыуыҡлы үлән[1].

Әһәмиәте

үҙгәртергә

Ҡасҡарҙы һаҙлыҡ комплексы Башҡортостан Урал аръяғының бөтә төньяҡ-көнсығыш өлөшө, шулай уҡ, Силәбе өлкәһенең сиктәш райондары өсөн ҙур һыу һаҡлау һәм һыу көйләү әһәмиәтенә эйә. Ул һирәк осрай торған үҫемлек төрҙәрен йөрөтөүсе булараҡ тәбиғәтте һаҡлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Шшулай уҡ Урал аръяғы урман-далаһында һаҙлыҡ барлыҡҡа килеү процестарын өйрәнеү өсөн фәнни әһәмиәткә эйә[1].


Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә