Бетүлән (лат. Pediculáris) — һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты[1][2]. Ошо көндәргә хәтле ул сираждар ғаиләһенә индерелгән. 600 төрҙө эсенә ала[3][4][5][6].

Таралышы

үҙгәртергә

Яҡынса 600 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙа, бер нисә төрө Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә.

Дымлы болонда, урман ситендә, тау тундраһында, таш ишелмәләре араһында, һирәкләп татырлыҡта һәм һаҙлыҡта үҫә. Башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, Урал бетүләне, һаҙ бетүләне Башҡортостандың бар биләмәһендә таралған.

Ботаник яҙма

үҙгәртергә

Күп, һирәкләп ике йыллыҡ (һаҙ бетүләне) үлән, паразитизмға һәләтле. Һабағы төҙ йәки күтәрелеүсе, тармаҡлы, һирәкләп ябай, 10—100 см тиклем бейеклектә. Япрағы ланцет йәки оҙонса ланцет формаһында, ишһеҙ теленмә, һирәгерәк бөтөн, һаплы, сиратлы, ҡайһы ваҡыт суҡлы теҙелешле. Сәскәһе эре, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, көпшә йәки ҡыңғырау формаһындағы, 5 тешле, һирәкләп ике айырсалы каса япраҡлы. Тажы аҡ, һары, ҡуйы ҡыҙыл йәки алһыу шәмәхә төҫөндә, ике иренле, оҙон көпшәле, торҡа һымаҡ өҫкө иренле һәм 3 ҡалаҡса аҫҡы иренле. Сәскәлеге тумалаҡ, тәлгәш, башаҡ һымаҡ. Май—август айҙарында сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сентбрҙә өлгөрә.

Составында алкалоидтар, иридоидтар, сапониндар, флавоноидтар булған таҡыялы бетүләне, урал бетүләне, һаҙ бетүләне һ.б халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Бейек бетүләне һәм реликт Эдер бетүләне Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әһәмиәте һәм ҡулланылышы

үҙгәртергә
 
Йөнтәҫ бетүлән, Аляска

Ырыуҙың ҡайһы бер төрҙәре, атап әйткәндә, Кауфман бетүләне (Pedicularis kaufmannii Pinzger) һәм һаҙ бетүләне (Pedicularis palustris L.), ағыулы. Малдарға ашатыу өсөн башҡа төрҙәр, мәҫәлән, батша скиптеры (Pedicularis sceptrum-carolinum L.) ҡулланыла ала[7][5]. Ҡайһы бер төрҙәре аҙыҡ өсөн ҡулланыла ала. Мәҫәлән, Төньяҡ Америка һәм Алыҫ Көнсығыш йөнтәҫ бетүләненең (Pedicularis lanata Willd. ex Cham. &am. Schltdl.) һары тамырҙар ашарға яраҡлы, шулай уҡ һинд төрөнөң (Pedicularis Carnosa Wall) тамырҙары ашарға яраҡлы[8].

Ҡайһы бер төрҙәре инсектицид әҙерләү өсөн ҡулланыла ала — уларҙан ҡайнатма малдың беттәренән ҡотолоу, шулай уҡ себенде юҡ итеү өсөн файҙаланыла[7][5].

Ҡайһы бер бетүләндәр традицион медицинала диуретик, йылан тешләүенән дауалау өсөн, ҡан туҡтатыусы, шешеүгә ҡаршы, яраларҙы уңалта торған саралар булараҡ ҡулланыла[7][5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Pedicularis 2017 йыл 4 август архивланған. // The Plant List (2013). Version 1.1. (инг.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2014)
  2. GRIN. Pedicularis L. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  3. Большая советская энциклопедия. Мытник
  4. Yang et al., 1998, p. 97
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Косачёв, 2013, с. 3—6
  6. Иванина, 1981, с. 288
  7. 7,0 7,1 7,2 Надеждина и др., 1990
  8. Lim, T. K. Edible Medicinal and Non-Medicinal Plants. — 2015. — Vol. 9. — P. 63. — ISBN 978-94-017-9510-4.
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Pedicularis
  • Введенский, А. И. Род 1361. Мытник — Pedicularis // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Б. К. Шишкин и Е. Г. Бобров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1955. — Т. XXII. — С. 687—795. — 861 с. — 3000 экз.
  • Иванина, Л. И. Род 25. Мытник — Pedicularis L. // Флора Европейской части СССР / под ред. Ан. А. Фёдорова. — Л.: Наука, 1981. — Т. V / ред. тома Р. В. Камелин. — С. 288—300. — 380 с.
  • Косачёв, П. А. Мытники (Pedicularis L.) Алтайской горной страны. — Барнаул: Изд-во Алт. ун-та, 2013. — 80 с. — ISBN 978-5-7904-1494-7.
  • Косачёв, П. А. Система и конспект видов рода Pedicularis (Orobanchaceae) Алтайской горной страны и Тянь-Шаня // Біологічний вісник МДПУ. — 2016. — Т. 6. — № 1. — С. 115—166.
  • Надеждина, Т. П., Бобылева, Н. С., Букреева, Т. В. Род 22. Pedicularis L. — Мытник // Растительные ресурсы СССР / отв. ред. П. Д. Соколов. — Л.: Наука, 1990. — С. 152—158. — 328 с. — ISBN 5-02-026634-5.
  • Li, H.-L. A Revision of the Genus Pedicularis in China. Part I // Proceedings of the Academy of Natural Sciences of Philadelphia. — 1948. — Vol. 100. — P. 205—378.
  • Pennell, F. W. 35. Pedicularis [Bauhin] Linnaeus // The Scrophulariaceae of the Western Himalayas. — Philadelphia, 1943. — P. 113—156.
  • Yang H. B., Holmgren, N. H., Mill, R. R. 57. Pedicularis Linnaeus // Flora of China. — 1998. — Vol. 18. — P. 97—209.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Pedicularis