Ҡаръяуҙы улусы, олоҫо (рус. Карьявдинская волость) — Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе составындағы административ-территориаль берәмек. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙаҠараяуҙы улусы тип аталған[3]

Ҡаръяуҙы улусы
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Административ-территориаль берәмек Бәләбәй өйәҙе һәм Бәләбәй кантоны
Халыҡ һаны 11 997 кеше (1890)[1],
27 511 кеше (1920)[2]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 20 август 1930

Тарихы үҙгәртергә

Олоҫ(рус. Волость) — революцияға тиклем Рәсәй империяһында өйәҙ эсендәге иң бәләкәй административ-территориаль берәмек булған, был бүленеш 1929-30 йылдарға тиклем һаҡланып килгән[4].

Ҡаръяуҙы улусының үҙәге Түбәнге Ҡаръяуҙы ауылында урынлашҡан булған. Ул бөгөн дә бар — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 141 кеше булған[5].

Ҡаръяуҙы улусы ла 19231924 йылдарҙағы совет административ реформаһына тиклем ғәмәлдә булған[6]. Улус биләмәһендә Гусев ширҡәттәре эшләп килгән.

1898 йылғы отчет мәғлүмәттәре буйынса[7] улусҡа Крәҫтиән Банкыһы ярҙамында айырым хужаларҙан һатып алынған ерҙә урынлашҡан түбәндәге торлаҡ пункттар кергән (хужалыҡ/йән башы):

  • Афанасьев ҡасабаһы — 13/73
  • Папанов ҡасабаһы — 41/281
  • Николаев 1-се ҡасабаһы — 48/302
  • Николаев 2-се ҡасабаһы — 34/222
  • Соколов ҡасабаһы — 14/117
  • Васильев ҡасабаһы — 38/246
  • Иҫке Гусев ҡасабаһы — 92/602

1920 йылда улус буйынса 46 тораҡ пункт иҫәпләнгән[8]:

Гусев ҡасабаһыһында сиркәү һәм сиркәү-приход мәктәбе булған[7]. Иҫке Гусев хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. 1898 йылда унда 602 кеше йәшәгән булһа, 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 306 кеше булған[5].

Халҡы үҙгәртергә

1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса улуста халыҡ һаны 27511 кеше тәшкил иткән[8].

Милли составы үҙгәртергә

Милләте Халыҡ, кеше % дөйөм
Татарҙар 18 220 66,23
Типтәрҙәр 3420 12,43
Урыҫтар 2923 10,62
Башҡорттар 1836 6,67
Мариҙар 647 2,35
Украиндар 336 1,22
Белорустар 115 0,42
Литвалар 10 0,04
Керәшендәр 4 0,01
Барыһы 27 511 100,00

Этимологияһы үҙгәртергә

Ғәҙәттә Ҡаръяуҙы ойконимын башҡорт телендәге ҡар һәм яуҙы тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тип фараз итеүсәндәр. Мәгәр топоним Ҡаръяуҙы антропонимынан килеп сыҡҡан тип мәғлүмәт бирә «Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге»[9]. Ысынлап та, Тышҡы Йылан ырыуы Балаҡ ауылы шәжәрәһендә 1812 йылда 11-се башҡорт полкы составында яуҙа йөрөп ҡайтҡан зауряд-есаул Мөхәмәтша Ҡаръяуҙин телгә алына[10] Башҡортостанда Ҡаръяуҙы ойконимы менән яһалған бер нисә ауыл бар: Үрге Ҡаръяуҙы, Яңы Ҡаръяуҙы (Шаран районы), Яңы Ҡаръяуҙы (Саҡмағош районы).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://elib.shpl.ru/ru/nodes/11487-45-ufimskaya-guberniya-1890-statistika-rossiyskoy-imperii-16-vyp-20#page/1/mode/grid/zoom/1
  2. http://mrodnov.ru/fr/0/public/Beleb.pdf
  3. Волости и гмины 1890 г. - СПб., 1890. - 73 т. - (Статистика Российской империи). 45. Уфимская губерния. - 1890. - [2, 11, [1] с., 1 л. к. - (Статистика Российской империи; 16. вып. 20).]. — СПб., 1890.
  4. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  5. 5,0 5,1 Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  6. Соловьева В. А Административно-территориальная реформа 1923 г. на Урале: опыт экономического районирования // Документ. Архив. История. Современность : Сборник научных трудов. — Екатеринбург, 2005. — В. 5. — С. 22—51.
  7. 7,0 7,1 Абрютин, Владимир Анемподистович. Переселенцы и переселенческое дело в Белебеевском уезде, Уфимской губернии : Отчет по командировке члена Уфимского губернского присутствия В. А. Абрютина, составленный по поручению г. Уфимского губернатора Н. М. Богдановича. — Уфа: Тип. Губ. правл., 1898. — 88 с.
  8. 8,0 8,1 Михаил Игоревич Роднов. Крестьянство Белебеевского уезда по переписи 1920 года: этнический состав. — Москва: Институт этнологии и антропологии им. Н.Н.Миклухо-Маклая РАН, 2009. — 121 с. — ISBN 5-201-00810-0.
  9. Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2002. — 256 с.- ISBN 5-295-03192-6
  10. Балак 2021 йыл 24 июнь архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2002. — 256 с.- ISBN 5-295-03192-6.