Ҡарағужа — боронғо башҡорт, фарсы сығанаҡлы мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ҡарағужа — «көслө, ҡөҙрәтле хужа» мәғәнәһен аңлатҡан ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли — ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башлығы, башҡорттарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшен ойоштороусыларҙың береһе. Шәжәрәләргә һәм башҡа тарихи сығанаҡтарға бәйле Бикбау бей, Иҫке бей, Шәғәле Шаҡман менән берлектә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү дәүләтенә үҙ ирке менән инеүе буйынса һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Килешеү төҙөгәндән һуң Рәсәй подданныйлығын раҫлаусы жалованная грамота йәғни ярлыҡ ала. Ҡарағужаҡҡа Иван Грозный тарафынан тархан (кенәз) титулы бирелә.

Ҡарағужин Сабырйән Капурин улы (?) — юғары категориялы табип-уролог, медицина фәндәре кандидаты, Мәскәү ҡалаһының ун етенсе һанлы дауаханаһында эшләй, Аҡтүбә дәүләт медицина институтында уҡыған.

Топонимдарҙа

үҙгәртергә

Ҡарағужа (Башҡортостан) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.

Ҡарағужа (Ырымбур өлкәһе) (рус. Карагузино) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡараағыҙ

үҙгәртергә

Ҡарағужин Р.С. крәҫтиән (фермер) хужалығы — Башҡортостан Республикаһының Благовар районында урынлашҡан. Һыйыр малы фермаһы, склады, ауыл хужалығы машиналары, сәсеүлек ерҙәре булған хужалыҡ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ