Ҡарағайкүл (күл, Ҡоншаҡ районы)
Ҡарағайкүл - рус. Карагайкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы күл.
Ҡарағайкүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәСиләбегә тиклем алыҫлығы – 66 км, Екатеринбургҡа – 134 км.
Географик координаттары: оҙонлоғо - 61°16′34.74″E (61.276317), киңлеге - 55°46′41.8″N (55.778278).
Иң яҡын күлдәр:Ҡайынкүл, Орокүл, Тәрәнкүл, Ҡояш, Суртаныш, Ҡамысҡалы.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУртаса тәрәнлеге - 6 м, максималь тәрәнлеге - 8 м. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге - 199,1 м. Майҙаны - 13 км². Оҙонлоғо - 1,7 км. Киңлеге - 1,3 км. Һыу көҙгөһө майҙаны - 1,8 км². Яр һыҙаты оҙонлоғо - 4,8 км.
Һыуы таҙа, үтә күренеүсән, тоҙ тәме итә. Һыу ташҡын ваҡытта Ҡайынкүл менән ҡылымыҡ аша тоташа [2].
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәЯрҙары ҡамышлы.
Ҡарағайкүл балыҡлы булыуы менән дан тота. Бигерәк тә алабуға ныҡ үрсей, һимеҙ була.
Күлдә сабаҡ, суртан, алабалыҡ, табан, ҡарабалыҡ, ҡорман, аҡ сабаҡ, рипус, этеш, карп тереклек итә [3].
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы "ҡарағай" һәм "күл" тигән башҡорт һүҙҙәренән килеп сыҡҡаны күренеп тора. Күл атамаһының рус. Карагайкуль тигән варианты барлыҡҡа килеүе тураһында Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:
Образовано тюркским словом карагай — «сосна», «сосновый бор», «сосняк» и словами, обозначающими географические объекты: река, озеро, гора. Слово карагай связано и с тотемическими представлениями древних башкир и утвердилось позднее как личное мужское имя и именования родоплеменных групп и их подразделений. Отдельные из них, возможно, отображены в топонимах.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ КАРАГАЙКУЛЬ (КУНАШАКСКИЙ РАЙОН)
- ↑ Озеро Карагайкуль
- ↑ Шувалов Карагайкуль// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]</ref>
- Озеро Карагайкуль [2]
- КАРАГАЙКУЛЬ (КУНАШАКСКИЙ РАЙОН)[3]