Тәрәнкүл (Силәбе өлкәһе)

Тәрәнкүл (рус. Тере́нкуль - Рәсәйҙәге Силәбе өлкәһе Сыбаркүл ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ, Оло Киҫегәс һәм Йылыу күлдәре , тау һырттары ( диңгеҙ кимәленән 319 м өҫтә ) араһында урынлашҡан.

Тәрәнкүл
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Сыбаркүл районы
Карта
 Тәрәнкүл Викимилектә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Атама башҡортса «тәрән» һәм «күл» тигән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән[2].

Географияһы

үҙгәртергә

Координаттары: оҙонлорғо 55°00′58″ , киңлеге - 60°18′14″

*Майҙаны - 0,92 км²

Иң тәрән ере - 19 м, күлдең үҙәк өлөшөнә тура килә.Күлдең төньяҡ өлөшө (яр ситенән 100 м аыҫлыҡта 920 м) көньяҡ өлөшөнән ( яр ситенән 100 м аыҫлыҡта 430 м) тәрәнерәк.

Үтәҙеклеге - 1 м [3]

Күл киңлек йүнәлешендә һуҙылған. Оҙонлоғо — 1600 м, киңлеге — 1200 м. Көнсығыш яры һыҙатында ике ҡултыҡ бар.

Төбө ләмле һәм ташлы.

Күл ер плиталарының тектоник ярылған урынында урынлашҡан. Яуым-төшөмдәрә, ер аҫты һыуҙары, көнбайыш һәм көнсығыш яр буйҙарындағы күп һандағы шишмә һыуҙары менән туйына.

Тәрәнкүл тирәләй уртаса һәм ваҡ күлдәр : Табанкүл, Оло Бәлеш, Йылыу, Оло Киҫегәс, Оло Мейәс, Сыбаркүл, Оло Һуңыкүл һәм Арғаяш теҙелеп киткән[4]..

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күл көнбайыштан һәм көнсығышҡа һуҙылған. Ярҙары текә, гранит-гнейс тау тоҡомдарынан тора һәм ҡарағай урмандары менән ҡапланған Көнбайыш өлөшөндә томбойоҡ һәм екән үҫә.Көнсығыш ярында тик ҡамыштар ғына осрай.Һыу ситендә талдар үҫә. .

Торғон һыулы түгел - Табанкүлдән Киҫегәскә аға.

XX быуат уртаһынан урындағы шифаханалар күлгә хужалыҡтың тотонолған һыуҙарын түгеп тороуы арҡаһында, Сыбаркүл күлдәре араһында башҡаларҙан бысрағыраҡ тип һанала.

Был һыу ятҡылығын шулай уҡ Ташкүл тип тә атайҙар

Административ йәһәттән Непряхино ауыл биләмәләһенә инә [4].

Күлдең флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Күлдең төбө ҡомло һәм ташлы. Бында алабуға һәм себер сабағы тереклек итә, ә 2012 йылда байкал омуле ебәрелгән[5].

 
Күлдәге Утёс пансионаты. Ротонда
 
Тәрәнкүл буйындағы Киҫегәс шифаханаһы
 
Тәрәнкүл күренеше
 
Күл буйына төшкән юл
 
Ҡышҡы Тәрәнкүл

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
  3. Теренкуль (озеро, Чебаркульский район) 2019 йыл 30 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 Теренкуль, озеро (Чебаркульский район) 2019 йыл 30 март архивланған.
  5. Теренкуль. Reki-ozera.ru. Дата обращения: 19 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7<
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
  • Теренкуль (озеро, Чебаркульский район) [2] 2019 йыл 30 март архивланған.