Эритроциттар
Эритроци́ттар (грексә ἐρυθρός — ҡыҙыл һәм κύτος — һауыт, күҙәнәк) — ҡыҙыл ҡан тәнсәләре, йәғни ҡыҙыл ҡан күҙәнәктәре.
Умыртҡалыларҙың, шул иҫәптән кешеләрҙең ҡанына, ҡайһы бер умыртҡаһыҙҙарҙың гемолимфаһына (мәҫ.сипункулидтарҙа)[1] һәм ҡайһы бер ике ҡапҡаслы моллюсктарҙың ҡанына хас күҙәнәктәр[2]).
Улар үпкәләрҙә йәки айғолаҡтарҙа кислородҡа туйыналар һәм хайуандың тәненә тараталар.
Эритроциттарҙың цитоплазмаһы составында кислородты бәйләргә һәләтле ике валентлы тимер атомы булған ҡыҙыл төҫтәге пигмент — гемоглобинға бик бай.
Эритроциттар бик ваҡ: уларҙың диаметры миллиметрҙың ни бары меңдән бер нисә өлөшөнә генә тигеҙ (7-10 мкм).
Имеҙеүселәрҙән башҡа барлыҡ умыртҡалыларҙың да эритроциттарында ядроһы була.
Кеше ҡанының эритроциттары
үҙгәртергәЭритроцит уртаһы батынҡы диск формаһында була һәм ядроһы булмай. Бындай форма уларҙың өҫкө йөҙөн ҙурайта.
Ваҡ булыуы һәм һығылмалылығы капиллярҙар буйлап хәрәкәт иткәнендә ярҙам итә. Ә уртаһы батынҡы диск формаһында булыуы өҫкө йөҙөнөң майҙанын ныҡ ҙурайта һәм газ алмашыныуын еңеләйтә.
Өлгөргән эритроциттарҙа (тамырҙарға сыҡҡас) күҙәнәк ядроһы һәм күпселек органоидтар булмауы, күҙәнәктә гемоглобин микдарын арттырырға мөмкинлек бирә.
1 мм3 ҡанда 5 млн. самаһы эритроцит була.
Эритроциттар дүрт ай самаһы ( 100—120) йәшәйҙәр. Шунлыҡтан кешенең ҡаны ғүмере буйына һәр ваҡыт яңы эритроциттар менән тулыланып тора.
Эритроциттар ҡан яһаусы ағза — ҡыҙыл кимек матдәһендә барлыҡҡа килә. Ҡыҙыл кимек матдәһе һөйәктәрҙең кимек матдәһендә урынлашҡан. Һәр секунд эсендә һөйәк кимегендә 2,4 миллион тирәһе яңы эритроциттар барлыҡҡа килә[3].
Аҙаҡ макрофагтар тарафынан йотола. Кеше тәне күҙәнәктәренең сама менән сиреге (1/4 ) эритроциттарға тура килә[4].
Эритроциттар миҡдары:
- ирҙәрҙә —бер литр ҡанда 3,9 — 5,5⋅1012 ( 1 мм³ -ҙа 3,9—5,5 млн тирәһе ),
-ҡатын-ҡыҙҙарҙа —бер литр ҡанда 3,9 — 4,7⋅1012 ( 1 мм³ -ҙа 3,9—4,7 млн тирәһе ),
- яңы тыуған балаларҙа — бер литр ҡанда 6,0⋅1012 ( 1 мм³ -ҙа 6 млн-ға тиклем),
- ололарҙа —бер литр ҡанда 4,0⋅1012 (1 мм³ -ҙа 4 млн -дан кәмерәк).
Функциялары
үҙгәртергәЭритроциттарҙың составына аҡһым матдәһе гемоглобин инә. Ҡандың ҡыҙыл төҫө уға бәйләнгән. Шуға күрә эритроциттарҙы ҡандың ҡыҙыл күҙәнәктәре тип тә атайҙар.
Гемоглобин ике өлөштән: аҡһым өлөшө — глобиндан һәм составында тимер булған гемдан тора. Үпкәләрҙә гемоглобин кислородты үҙенә еңел ҡушырға һәләтле.
Гемоглобиндың кислород менән берләшмәһе сағыу ҡыҙыл төҫтә була. Кислородҡа туйынған ҡанды артериаль ҡан тип атайҙар.
Гемоглобиндың кислород менән берләшмәһе тотороҡһоҙ. Ул тарҡалғанда яңынан гемоглобин һәм туҡыма күҙәнәктәренә барыусы ирекле кислород барлыҡҡа килә. Кислородҡа ярлы ҡанды веноз ҡан тип атайҙар.
Эритроциттар — ныҡ юғары махсуслашҡан күҙәнәктәр. Төп функцияһы кислородты һулыш алыу ағзаларынан тәндең бөтә күҙәнәктәренә күсереүҙән һәм углекислый газды (CO2) кире йүнәлештә ташыуҙан тора .
Имеҙеүселәрҙең эритроциттары үҙ функцияһына яраҡлашыуы менән бигерәк тә ныҡ айырылып тора. Диск формаһында һәм уртаһы батынҡы булыуы, өлгөргән
эритроциттарҙа (тамырҙарға сыҡҡас) күҙәнәк ядроһы һәм күпселек органоидтар булмауы күҙәнәктә гемоглобин микдарын арттырырға мөмкинлек бирә.
Өҫкө йөҙөнөң күләменә ҡарата нисбәте бик юғары булыуы газдар алмашыныуын еңеләйтә. Цитоһөлдәһенең (цитоскелет) һәм күҙәнәк мембранаһының үҙенсәлектәре эритроциттарға ҙур деформация кисерергә һәм кире формаһын тергеҙергә мөмкинлек бирә ( 8 мкм диаметрлы кеше эритроциттары 2—3 мкм диаметрлы капиллярҙар аша үтә ала).
Гемоглобиндың (Hb) өлөшөнә эритроциттың бөтә аҡһымдарынан ≈98 % самаһы масса тура килә. Гемоглобин тетрамер молекула (дүрт аҡһым молекулаһы комплекс барлыҡҡа килтерә). Һәр аҡһым молекаһында гем — 2-валентлы тимер ионы булған протопорфирин IX комплексы була. Кислород гемоглобиндың тимер ионы (Fe2+ )менән кире ҡайтмалы берләшмә — оксигемоглобин HbO2: барлыҡҡа килтерә.
- Hb + O2 HbO2
Кислородтың гемоглобин менән бәйләнеүенең үҙенсәлеге аллостерик көйләнештә: оксигемоглобиндың тотороҡлолоғо 2,3-дифосфоглицерин кислотаһы — гликолиз процесының аралаш продукты янында, һәм күпмелер дәрәжәлә углекислый газ булғанда тарҡала. Кислородҡа мохтах туҡымаларға кислородты бирә.
Углекислый газдың эритроциттар ярҙамында транспорты цитоплазмаһында булған карбоангидраза ферменты ярҙамында башҡарыла. Был фермент эритроциттарға күсеүсе бикарбонаттың һыуҙан һәм углекислый газдан барлыҡҡа килеү процесының кире ҡайтмалы әүерелешен Көйләй (катализлай):
- H2O + CO2 H+ + HCO3-
Һөҙөмтәлә цитоплазмала водород иондары туплана.Әммә водород күрһәткесе(pH) при этом незначительно ёмкости]] гемоглобиндың юғары буфер һыйышлығы арҡаһында ныҡ үҙгәреш кисермәй.
Цитоплазмала бикарбонат иондары күбәйеү менән концентрация градиенты барлыҡҡа килә. Әммә бикарбонат иондары цитоплазматик мембрана айырып торған эске һәм тышҡы мөхит араһында заряд бүленешенең тигеҙлеге һаҡланғанда ғына күҙәнәктән сығып китә ала. Йәғни, эритроциттан бикарбонат иондары сығып китеү катион инеүе йәки анион сығыуы ваша ғына башҡарыла.
Эритроцит мембранаһы катиондарҙы сығармай, әммә уның хлорид иондары каналы бар. Һөҙөмтәлә эритроциттан бикарбонат иондарының сығыуы хлорид-аниондарының килеп инеүе менән көйләнә (хлоридный сдвиг).
Эритроциттарҙың барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәЭритроциттар дүрт ай самаһы йәшәйҙәр. Шунлыҡтан кешенең ҡаны ғүмере буйына һәр ваҡыт яңы эритроциттар менән тулыланып тора.
Эритроциттар ҡан яһаусы ағза — ҡыҙыл кимек матдәһендә барлыҡҡа килә. Ҡыҙыл кимек матдәһе һөйәктәрҙең кимек матдәһендә урынлашҡан.
Талаҡ эритроциттарҙы һаҡлау урыны булып тора. Ул 300 мл ҡанды тотоп тора ала. Ағзаларға һәм туҡымаларға ҡан күберәк талап ителгәндә, талаҡ ҡандың кәрәкле порцияһын дөйөм ағымға бирә. Талаҡта һәм бауырҙа эритроциттар емерелә.
Аҙ ҡанлылыҡ
үҙгәртергәАҙ ҡанлылыҡ (анемия):
-ҡанда эритроциттар һанының кәмеүенә йәки уларҙа гемоглобин миҡдарының аҙайыуына, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа был ике сәбәптең дө бер юлы булыуына бәйле;
-аҙ ҡанлылыҡ кеше күп ҡан юғалтҡанда ла булыуы мөмкин;
-етерлек ашамау, ҡайһы бер йоғошло ауырыуҙар, ҡан күп юғалтыу;
-ҡыҙыл кимек матдәһенең функцияһы боҙолоу ҙа аҙ ҡанлылыҡ менән ауырыуға сәбәп булырға мөмкин.
Аҙ ҡанлылыҡ — дауалап була торған ауырыу. Яҡшы туҡланыу һәм саф һауала күберәк булыу йыш ҡына ҡанда гемоглобиндың нормаль миҡдарын торғоҙоуға ярҙам итә.
Ауырыуға ҡан ебәреү
үҙгәртергәҠайһы бер ауырыу ваҡытында йәки ҡан күп юғалтҡанда, кешегә ҡан ебәрәләр.
Ҡанды ауырыу кешегә ебәреү өсөн сәләмәт оло кешеләрҙән — донорҙарҙан алалар. Уны герметик ябылған быяла һауыттарҙа һаҡлайҙар.
Ҡан ойошмаһын һәм ауырыу кешеләргә ебәреү өсөн оҙаҡ ваҡыт яраҡлы торһон өсөн, уға махсус химик матдәләр өҫтәйҙәр. Бындай консерваланған ҡанды алыҫ араларға ташып була.
Бер кешенең ҡаны икенсе кешенең ҡаны менән һәр ваҡытта ла ҡушыла алмай. Кешеләрҙә ҡандың дүрт төркөмөн айырып йөрөтәләр. Ауырыуға ебәреү өсөн теләһә ниндәй төркөм ҡанын түгел, бәлки организмға зарар килтермәй торған ҡанды ғына файҙаланалар.
Ҡан ебәрелә торған кеше реципиент тип атала. Донорҙан реципиентҡа ҡан ебәргәндә эритроциттар үҙ-ара уҡмашып (агглютинация), йәғни йәбешеп ҡан ойошоуы, шулай уҡ, эритроциттар емерелеүе (гемолиз) мөмкин.
Был хәл килеп сыҡмаһын өсөн ҡан төркөмен асыҡларға кәрәк була. Ҡан төркөмдәре булыуын 1900 йылда австрия врачы һәм иммунологы Карл Ландштейнер башлап аса. Агглютинация эритроциттың өҫкө йөҙөндәге антиген аҡһымдарҙың (агглютиногендар) һәм ҡан плазмаһындағы антиесемдәрҙең (агглютининдар) үҙ-ара реакцияға инеүе сәбәпле килеп сыға.
1907 йылда чех ғалиме серолог, невролог һәм психиатр Ян Янский тарафынан 4 ҡан төркөмө ( AB0 системаһы) асыҡлана. Һәр береһендә үҙенә хас төрлө антигендар һәм антиесемдәр бар. Ҡан ебәреү бары бер төркөмдәгеләр араһында ғына мөмкин.
Организмда урыны
үҙгәртергәЭритроциттарҙың уртаһы батынҡы диск формаһы уларға капиллярҙарҙың тар ғына юлдарынан үтә алырға булышлыҡ итә.
Капиллярҙарҙан улар 2 см/мин тиҙлегендә үтеп китәләр. Был уларға гемоглобиндан миоглобинға кислородты тапшырып өлгөрөргә мөмкинлек бирә. Миоглобин кислородты ҡабул итеп аралашсы функцияһын үтәй һәм мускул күҙәнәктәрендәге цитохромамға тапшыра.
Ҡанда эритроциттар һаны даими миҡдарҙа тотола. Кеше ҡанының 1мм³-да был 3,9—5,5 млн тирәһендә тирбәлә.
Ҡайһы бер тояҡлыларҙа был һан бик юғары булырға мөмкин. Мәҫәлән, ламаларҙың ҡанында — 15,4 млн, өй кәзәһенекендә — 13 млн тирәһен тәшкил итә.
Һөйрәлеүселәрҙең ҡанында 500 меңдән алып 1,65 млн, кимерсәкле балыҡтарҙа — 90—130 мең тирәһе була.
Эритроциттарҙың норманан кәмеүе — анемия, артып китеүе полицитемия тип атала.
Кеше эритроциттарының уртаса ғүмере — 125 тәүлекте (секунд һайын 2,5 млн эритроцит барлыҡҡа килә һәм шул уҡ һанда емерелеп тора), эттәрҙең — 107 көн, йорт кроликтарының һәм бесәйҙәрҙең 68 көн тәшкил итә.
I — 0 | II — A | III — B | IV — AB |
---|---|---|---|
αβ | β | α | — |
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Афансьев Ю. И. Гистология, цитология и эмбриология / Е. А. Шубикова. — 5-е издание. — М.: «Медицина», 2002. — 744 с. — ISBN 5-225-04523-5.
- Глушен С. В. Цитология и гистология. Курс лекций. — Мн., 2003.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Вестхайде В., Ригер Р. (ред.) Зоология беспозвоночных (в двух томах). Том 1: от простейших до моллюсков и артропод. М., КМК, 2008
- ↑ Ansell, A. D.; N. Balakrishnan Nair Occurrence of Haemocoelic Erythrocytes containing Haemoglobin in a Wood Boring Mollusc (инг.) // Nature : journal. — 1968. — Т. 217. — № 5126. — С. 357—357. — DOI:10.1038/217357a0
- ↑ Erich Sackmann. Biological Membranes Architecture and Function: Handbook of Biological Physics / ed. R. Lipowsky and E. Sackmann. — Elsevier, 1995. — Т. 1.
- ↑ Pierigè F., Serafini S., Rossi L., Magnani M. Cell-based drug delivery (инг.) // Advanced Drug Delivery Reviews (инг.)баш. : journal. — 2008. — Т. 60. — № 2. — С. 286—295. — DOI:10.1016/j.addr.2007.08.029 — PMID 17997501.