Балдаҡлы селәүсендәр

Балдаҡлы селәүсендәр, аннелидтар (Annelides), умыртҡаһыҙҙар тибы.

Балдаҡлы селәүсендәр

Lumbricusырыуындағы ямғыр селәүсене
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Annelida Lamarck, 1809

Классы

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  64357
NCBI  6340
EOL  36

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Күп күҙәнәкле, башлыса ирекле йәшәүсе хайуандар.Балдаҡлы селәүсендәр ҙурлығы бер нисә мм-ҙан алып 2,5 м-ға тиклем. Тәне күп һанлы сегменттарҙан (балдаҡтарҙан) тора, уларҙың һәр береһендә ҡабырға тирәһендәге төклө үҫентеләр — примитив аяҡтар, йәки параподиялар булыуы мөмкин. Тән ҡыуышлығы икенсел (целом). Бүлеп сығарыу ағзалары — метанефридиялар. Ҡан системаһы йомоҡ. Һулышы тире аша, ҡайһы ваҡыт айғолаҡтары була. Нервы системаһы ганглионар типлы. Балдаҡлы селәүсендәр айырым енесле, һирәгерәк гермафродит. Енси юл менән, ҡайһы ваҡыт енесһеҙ үрсей. Үҫеше метаморфоз менәнн (күп төклө селәүсендәр), йәки тура (аҙ төклө селәүсендәр, һөлөктәр). Тупраҡтың органик матдәләре, детрит, һыу хайуандары (бөжәк балағорттары, ваҡ ҡусҡарҙар һ.б.) менән туҡлана. Балыҡтар өсөн аҙыҡ, һыу ятҡылыҡтарының биологик индикацияһында ҡулланыла ала, Б.с. ҡайһы бер төрҙәре — паразит селәүсендәрҙең аралыҡ һәм резервуар хужалары.

Таралышы

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһы тупрағында ямғыр селәүсендәре һәм энхетреидтар (аҡ, һирәгерәк һары йәки алһыу төҫтәге бик бәләкәй Б.с.) йәшәй, һыу ятҡылыҡтарында — һыу селәүсендәре, ике күҙле һөлөктәр, ҡусҡар һымаҡ һөлөктәр, стилярийҙар, трубочниктар һ.б. Медицина һөлөгө Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән 6 класы, яҡынса 8 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостан Республикаһында аҙ төклө селәүсендәр (олигохеттар) класына ҡараған 34 төрө һәм һөлөктөң 13 төрө асыҡланған.