Быуынтығаяҡлылар (рус. Членистоногие, лат. Arthropoda, бор. грек. ἄρθρον — ,sesy һәм πούς, ποδός) — кәүҙәләре бүлкәттәргә (сегменттар) бүленгән, ә аяҡтары (ослоҡтары) айырым-айырым быуынтыҡтарҙан торған умыртҡаһыҙ хайуандар тибы.
Төп үҙенсәлектәре:
- хитинлы кутикуланан торған тышҡы һөлдә,
- тәндәре төҙөлөштәре бер төрлө булмаған (гетероном) бүлкәттәрҙән — сегменттарҙан тора,
- үҙ-ара һәм тән менән хәрәкәтсән тоташҡан быуынтыҡтарҙан торған ослоҡтары булыуы.
Был тип 1,5 млн тирәһе төрҙө берләштерә. Бер нисә классты берләштерә. Мәҫәлән: ҡыҫала һымаҡтар, үрмәксе һымаҡтар, бөжәктәр һ. б.
- Ике яҡлы симметриялы хайуандар.
- Өс ҡатлы хайуандар, йәғни тәндәре өс яралғы япрағынан: эктодерма, мезодерма һәм энтодерманан барлыҡҡа килгән.
- Беренсел ауыҙлылар, йәғни ауыҙҙары яралғының беренсел эсәгендәге тишемдән — бластопорҙан хасил була.
- Тәндәре төҙөлөштәре бер төрлө булмаған (гетероном) бүлкәттәрҙән — сегменттарҙан тора.
- Сегменттар берләшеп, тән өлөштәрен: баш, күкрәк һәм ҡорһаҡты барлыҡҡа килтерәләр.
- Үҙ-ара һәм тән менән хәрәкәтсән тоташҡан быуынтыҡтарҙан торған ослоҡтары бар. Был уларға ҡатмарлы хәрәкәттәр яһарға мөмкинлек бирә.
- Ослоҡтарҙың функциялары күп төрлө: хәрәкәт ағзалары булып хеҙмәт итәләр; һиҙеү ағзалары булып торалар; ауыҙ аппаратына инәләр; һаҡланыу һәм һөжүм итеү ағзалары булып торалар.
- Тәндәре тышҡы һөлдә — хитиндан торған кутикула ҡапланған. Был тышҡы япма еңел, ҡаты, ныҡ, һыу үткәрмәй. Зарарланыуҙан, йәрәхәтләнеүҙән, дошмандарынан һәм кибеүҙән һаҡлай.
- Мускулдары айырым шәлкемдәрҙән торған арҡыры-һыҙатлы мускул туҡымаһынан төҙөлгән. Был уларға ҙур тиҙлектә бик күп төрлө ҡатмарлы хәрәкәттәр яһарға мөмкинлек бирә.
- Тән ҡыуышлығы ҡатнаш, йәғни уны барлыҡҡа килтереүҙә мезодерма менән энтодерма ҡатнашҡан.
- Аш һеңдереү каналы төрлө функциялар үтәүсе бик күп бүлектәргә махсуслашҡан (дифференцация). Ауыҙ өлөшөн барлыҡҡа килтереүҙә үҙгәргән (махсуслашҡан) ослоҡтар ҡатнаша.
- Ҡан тамырҙар системаһы йомоҡ түгел, йәғни ҡаны тамырҙарынан тән ҡыуышлығына сыға. Клапанлы парлы тишектәре булған, моҡсай формаһындағы мускуллы ағзалары — йөрәктәре бар.
- Мөхиттең бөтә төрҙәрендә лә, һыуҙа, тупраҡта, ҡоро ерҙә һәм организмдар тәнендә тереклек итеүгә яраҡлашҡан хайуандар.
Беренсе быуынтыҡаяҡлылар боронғо иң ябай төҙөлөшлө күп төклө селәүсендәрҙән килеп сыҡҡандар.