Ҡабаева Алина Марат ҡыҙы
Ҡабаева Алина Марат ҡыҙы (12 май 1983 йыл) — Рәсәй спортсыһы (художестволы гимнастика), сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, менеджер. 2014 йылдың сентябренән алып — «Милли Медиа Төркөмө» холдингының директорҙар советы рәйесе[8]. 2016 йылдан «Спорт-Экспресс» ябык акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советын етәкләй[9].
Биографияһы
Алина Марат ҡыҙы Ҡабаева 1983 йылдың 12 майында Үзбәк ССР-ының (хәҙер Үзбәкстан) баш ҡалаһы Ташкентта тыуған һәм үҫкән[10].
Өс йәш ярымдан нәфис гимнастика менән шөғөлләнә башлай. Беренсе аҙымдарын «Хеҙмәт резервтары» спорт йәмғиәтендә яһай. Әсәһе Любовь Михайловна фигуралы шыуыу йәки нәфис гимнастика буйынса етди әҙерлек үтеүен теләй. Эҫе Үзбәкстанда фигуралы шыуыу менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булмай, шуға күрә Алина художестволы гимнастика менән шөғөлләнә башлай. Беренсе тренерҙары А. Малкина һәм Э. Тарасова була[11]. 11 йәшлек сағында спорт һәләттәрен артабан да үҫтереү маҡсатында әсәһе менән Ташкенттан Мәскәүгә күсенәләр. Маҡсаттары Ирина Винерға күнекмәләргә йөрөү. Яңы остазы Алинаға ябығыу шарты ҡуя (гимнастика үлсәмдәре буйынса ул һимереүгә әүәҫ булған).
1995 йылдан алып Мәскәүҙә Ирина Винерға күнекмәләргә йөрөй башлай. 1996 йылда Рәсәй йыйылма командаһына инә[11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Alina Kabajeva // ČSFD (чеш.) — 2001.
- ↑ https://www.forbes.com/sites/guymartin/2021/01/30/did-alexei-navalny-really-expose-vladimir-putins-secret-love-child/?sh=2969ccad6848
- ↑ https://www.nytimes.com/2022/05/13/world/europe/putin-family-wealth-sanctions.html
- ↑ https://www.proekt.media/en/guide-en/alina-kabaeva-putin-eng/
- ↑ 6,0 6,1 https://dossier.center/succession/
- ↑ Известные болельщики "Динамо" Москва
- ↑ Алина Кабаева возглавит совет директоров Национальной Медиа Группы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Алина Кабаева возглавила совет директоров «Спорт-Экспресса» . РБК. Дата обращения: 9 март 2016.
- ↑ Биография Алины Кабаевой . РИА Новости (12 май 2013). Архивировано 13 май 2013 года.(рус.)>Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 май 2013.
- ↑ 11,0 11,1 Национальная информационная сеть «Спортивная Россия»