Ғөрөф (йола)
Ғөрөф (ғәр. عرف — 'үрф; рус. Урф) — ислам йәмғиәтендә киң таралған фекерҙәрҙе сағылдырған ислам хоҡуғы сығанаҡтарының береһе (Фиҡһ). Ғөрөфтө Ҡөрьән һәм Сөннәттә туранан-тура иҫбатлауҙар булмаған осраҡта ғына ислам хоҡуғында ҡулланырға мөмкин[1]..
Ҡулланылышы
үҙгәртергәХанафи мәҙһәбе күҙлегенән ҡарағанда, Ғөрөф халыҡтың нығынған традицияларға (йолаларға) ярашлы һәм аҡыллы теүәл кешеләр ғәйепләрлек булмағанса ғәмәл ҡылыуы. Ғөрөфтө ҡулланыу өсөн дәлил сифатында мосолман хоҡуҡ белгестәре Әл-Бәҡара сүрәһенең 233-сө аятын һәм Ән-Ниса сүрәһенең 6-сы аятын килтерә. Әбү Хәнифә менән Мөхәммәт әш-Шәйбани фекеренсә, әгәр ғөрөф Ҡөрьәнгә һәм Сөннәткә ҡаршы килһә, ул законһыҙға әйләнә. Әбү Йософ иҫәпләүенсә, Ҡөрьәндәге һәм Сөннәттәге ниндәйҙер ҡарар ғөрөфкә нигеҙләнгән икән, ғөрөфтөң үҙгәреүе менән хоҡуҡи ҡарар ҙа үҙгәрә[2]
Ғөрөф төрҙәре
үҙгәртергә- ғөрөф-сәхих — был Ҡөрьәнгә һәм Сөннәткә ҡаршы килмәгән йола. Ғөрөфтөң был төрө мосолман дин белгестәренә дәлил сифатында ҡулланырға мөмкинлек бирә.
- ғөрөф-фасид — был Ҡөрьәнгә һәм Сөннәткә ҡаршы килгән йола. Ғөрөфтөң был төрөн дәлил сифатында ҡабул итеү тыйыла[1].
- ғөрөф-ғәм — бер илдә йәшәүсе барлыҡ кешеләрҙең йолалары.
- ғөрөф-хас — халыҡтың айырым төркөмдәре араһында таралған йола.
- ғөрөф-ҡәүли — билдәле бер төркөм кешеләрҙең һүҙҙе йәки фразаны уларҙың лексик мәғәнәһенән айырмалы мәғәнәлә ҡулланыу йолаһы.
- ғөрөф-ғәмәли — эштәрҙе, ғәмәлдәрҙе билдәле бер тәртиптә башҡарыу[3].
Башҡорт телендә
үҙгәртергәБашҡорт телендә "ғөрөф" һүҙе тарихи шарттарҙа барлыҡҡа килгән, халыҡ тарафынан ҡабул ителеп быуындан-быуынға күсә килә дөйөм ҡағиҙәгә (йолаға) әйләнгән тәртип, аң, ҡараш, зауыҡ һ.б. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәт йолаһы мәғәнәһендә лә нығынып, ғөрөф-ғәҙәт (адат) тигән төшөнсә лә барлыҡҡа килгән [4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Али-заде, 2007
- ↑ Обычаи с точки зрения ханафитского фикха
- ↑ Шарафиев, Тимур Обычаи с точки зрения ханафитского фикха . «Инфо-Ислам» (10 апрель 2014). Дата обращения: 10 сентябрь 2014. Архивировано 10 сентябрь 2014 года.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 861 бит; 250-се бит
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. [636 Орф] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- ʿUrf // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |