Хикәйәт
Хикәйәт (ғәр. حكاية һөйләп биреү) — көнсығыш әҙәбиәтендә киң таралған бәләкәй сәсмә жанр; тарихи нигеҙ биреп һөйләнгән халыҡ әҫәре[1]; легендаларға нигеҙләнеп яҙылған әҙәби әҫәр[2].
Ғәрәпсә һөйләп биреү тигәнде аңлата. Ул хикәйәнән хәл-ваҡиғаларыҙы бик ҡыҫҡа һәм тапҡыр итеп хикмәтләберәк хикәйәләүе менән айырылып тора. Уға фәлсәфәүи фекер әйтеү, өгөт-нәсихәт рухы ла хас.
Әүәлге ҡулъяҙма башҡорт әҙәбиәтендә хикәйәттәр үҙәк урынды биләй. Атаҡлы «Мәжмәғел хикәйәт» (Хикәйәттәр йыйынтығы) киң билдәле. Сәйеф Сараи «Гөлстан бит-төрки» дастанында хикәйәт жанрын киң ҡулланған.
Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә,мәҫәлән, Зәйнәб Биишева «Һөнәрсе менән Өйрәнсек», «Мөхәббәт һәм нәфрәт» хикәйәттәрен легенда сюжетында ҡороп яҙған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҒ. Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. 9-сы класс өсөн дәреслек. 2-се баҫма. — Өфө, 2010. — ISBN 978-5-295-04834-0