«Урал» (колхоз, Бөрйән районы)

«Урал» колхозы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы ауыл хужалығы ойошмаһы.

«Урал» совхозы
Тип

колхоз

Нигеҙләнгән йыл

1930

Урынлашыуы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй ФедерацияһыБашҡортостан Башҡортостан

Тармаҡ

Малсылыҡ

Продукция

ит, һөт

Тарихы үҙгәртергә

«Урал» колхозы 1930 йылда Байғаҙы, Килдеғол, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Мәһәҙей, Яуымбай ауылдары крәҫтиәндәрен кооперативҡа берләштереү юлы менән ойошторола. 1934 йылдан уның составынан Ворошилов исемендәге (ҡара: «Үрнәк»), «Октябрь» (Мәһәҙей ауылы) һәм «Урал» (Килдеғол, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылдары), «Ҡыҙыл тау» (Яуымбай ауылы) колхоздары айырылып сыға.

1954 йылда колхозға беренсе трактор килә. Беренсе тракторсы — Байрамғолов В., ә 1955 йылда тәүге йөк автомашинаһы алалар (водителдәр — Кәримов И., Ҡасимов Н.). 1956 йылда Усманов Ф., Ҡарамышев Ф., Шәрипов СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (Мәскәү ҡ.) ҡатнашалар.

1959 йылда «Ағиҙел» колхозы менән берләщә. 1974 йылда кире айырыла. 1999 йылдан — «Урал» СПК-һы.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Етәкселәре үҙгәртергә

  • Һырлыбаев М.
  • Маликов А. Н. (1932 йылдан)
  • Һырлыбаев А. З. (1935 йылдан)
  • һ.б.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

"Урал" // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 525. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә